Эстәлеккә күсергә

Кобзарь (шиғырҙар китабы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Кобзарь», 1911 йылда Санкт-Петербургта сыға

«Кобзарь» (хәҙерге орфографияла укр. Кобзар; Шевченко Кобзарь — үҙе тере ваҡыттағы баҫмалар орфографияһында) — Тарас Шевченконың шиғри әҫәрҙәре йыйынтығы.

Беренсе тапҡыр «Кобзарь» 1840 йылда Петербургта Евгений Гребенка ярҙамында нәшер ителә. Йыйынтыҡҡа һигеҙ әҫәр: «Перебедня», «Катерина», «Тополь», «Мысль» («Зачем мне черные брови»), «К Основьяненко», «Иван Пидкова», «Тарасова ночь» һәм «Думы мои, думы мои, горе мне с вами» инә. Улар йыйынтыҡ өсөн махсус яҙыла" һәмбыл баҫмаға ғына түгел, Тарас Шевченконың барлыҡ ижадына эпиграф булып тора.

Йыйынтыҡ донъя күргәндән һуң Тарас Шевченконың үҙен кобзарь тип атап йөрөтә башлайҙар. Хатта Тарас Шевченко үҙе лә ҡайһы бер повестарына «Кобзарь Дармограй» тигән имза һала.

Үҙе иҫән саҡтағы баҫмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Беренсе баҫма тышлығы

Үҙе иҫән саҡтағы баҫмалар араһында беренсе «Кобзарь» сағыштырмаса күрмәлекле була: яҡшы ҡағыҙ, уңайлы формат, асыҡ шрифт. Был «Кобзарҙың» — үҙенсәлеге — китаптың тәүге битендә Василий Штернберг һүрәте буйынса эшләнгән офорт: халыҡ йыраусыһы — кобзарь юл күрһәтеүсе малай. Был айырым әҫәргә генә иллюстрация түгел, ә йыйынтыҡ бағышланған кобзарҙың йыйылма образы. «Кобзарҙың» донъя күреүе, хатта батша цензураһы тарафынан ҡырҡылыуға ҡарамаҫтан, — ҙур әҙәби һәм милли әһәмиәткә эйә. Донъяла Т. Г. Шевченконың 1840 йылғы был китабының ни бары бер нисә данаһы ғына һаҡланған.

Беренсе баҫма ярыжка телендә сыға (украин теленең русса уҡыу ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән[1] орфографияһы); Шевченко үҙе иҫән саҡта күпселек ҡулъяҙмаларында ошо стилде һаҡлаған:

Бо васъ лыхо на свитъ на смихъ породыло,
Полывалы сліозы… чомъ не затопылы,
Не вынеслы въ море, не розмылы в поли?…
Не пыталы бъ, люды — що в мене болыть?

1844 йылда «Чигиринск Кобзаре» атамаһы менән «Кобзарь», «Гайдамактар» һәм «Гамалия» поэмалары өҫтәлеп, ҡайтанан баҫтырыла.

«Кобзарь» 1860 йылда Платон Симиренко средстволарына баҫтырыла. Ул Тарас Шевченко менән Украинала 1859 йылда, Млиевта үҙенең һуңғы сәйәхәте ваҡытында таныша. Платон Симиренко — Украинала билдәле шәкәр заводы хужаһы һәм меценат, «Кобзарь» өсөн 1100 һум аҡса бүлә. Был баҫма алдағыларына ҡарағанда күпкә тулыраҡ була, уға 17 әҫәр һәм Тарас Шевченконың портреты индерелә. Шул уҡ йылда «Кобзарь» рус шағирҙарының тәржемәһендә (СПБ, 1860; Н. Гербель редакцияһында) донъя күрә. Был автор тере саҡта «Кобзарҙың» һуңғы тапҡыр баҫылыуы була.

«Основа» журналында баҫылыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүртенсе баҫма өлөшләтә Шевчено тере саҡта, өлөшләтәуның вафатынан һуң, 1861 йылда сыға. «Кобзарь» атамаһы аҫтында шиғырҙар тупланмаһы, айырым китап итеп баҫтырылмаһа ла, Василий Белозерский редакцияһында «Основа» журналында I—XII өлөштәре сыға. Текст кулишовкала баҫыла һәм айырым һүҙҙәргә баҫым төшә («и» хәрефенән тыш, типография, техник сәбәптәр арҡаһында, уны баҫым менән билдәләй алмай).

«Кобзарҙың» 100-йыллығына һәм Шевченконың вафатына 100 йыл тулыуға ҡарата баҫма беренсе тапҡыр Ярослав-Богдан Рудницкий редакцияһында 1961 йылда Виннипегта айырым китап итеп баҫтырыла. Уны Украина ирекле фәндәр академияһы, Шевченконы өйрәнеү институты тормошҡа ашыра. Баҫманы танылған украин эшҡыуары Степан Дурбак финанслай.

1867 йылда сығарылған «Кобзарҙа», үрҙә атап үтелгән шиғырҙарҙан тыш, һөргөн осоронда ижад ителгән әҫәрҙәренең күпселеге ингән. 1876 йылда Прагала баҫылған «Кобзарь» тағы ла күләмлерәк була, уға цензуранан тыш әҫәрҙәр ҙә индерелә. «Кобзарҙың» сағыштырмаса тулы баҫмаһы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр бары тик 1907 йылда, һуңынан 1908 һәм 1910 йылдарҙа ғына донъя күрә.

Йыйынтыҡтың беренсе совет «ҡанун» баҫмаһы 1925 йылда И . Я. Айзеншток һәм Николай Плевако редакциялығында сығарыла.

1972 йылда «Нәфис әҙәбиәт» — Мәскәү (редакторҙар советы «Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы»; М. Рыльскийҙың инеш һүҙе) нәшриәтендә Кобзарҙың тулы йыйынтығы донъя күрә.

1975 йылда Кобзарь украин теленән тура тәржемә ителеп, болгар телендә (София, «Народная культура», «Световна класика» китапханаһы, тәржемәсе — Димитър Методиев) нәшер ителә.

1985 йылға ҡарата, Украинала йыйынтыҡ 124 тапҡыр, дөйөм тиражы 8 миллиондан артыҡ данала сығарыла. «Кобзарҙың» ҡайһы бер әҫәрҙәре 100-ҙән ашыу сит ил телдәренә тәржемә ителгән.

2006 йылда «Корбуш» нәшриәте өс «Кобзарь» сығара. Беренсе — коллекцион баҫма. Икенсеһе — ябай, әммә зауыҡлы. Өсөнсөһө — инглиз теленә тәржемә. Барлыҡ өс баҫмаға ла Тарас Григорьевичтың һүрәттәре һәм барлыҡ әҫәрҙәре индерелгән.

2009 йылда Киевтың «Дух и Литература» һәм «Оранта» нәшриәттәре Т. Шевченконың «Кобзарь» баҫмаһын Василий Седлярҙың (1899—1937) барлыҡ, шул иҫәптән 18 төҫлө, иллюстрацияһы менән сығара.

Черкассыла бер — Т. Г. Шевченконың «Кобзарь» китабы музейы бар, ул 1989 йылдың майында 1859 йылдың 18 — 22 июлендә Шевченко йәшәгән Цибульскихтарҙың мемориаль йортонда асыла.

Микроминиатюра музейында (Киев ҡалаһы) донъяла иң бәләкәй ҡулъяҙма китап — «Кобзарь» һаҡлана. Уның тышлығы майҙаны 0,6 кв мм, бит күләме — 12. Китапҡа Шевченконың алты шиғыры, Иван Франконың инеш һүҙенән өҙөк, Шевченко портреты уның тыуған хата һүрәте һыйған. Был китапта хәрефтәр ҡалынлығы 3 микрон. Китапты Украинаның микроминиатюра оҫтаһы Николай Сядриста 4 ай эшләй.

Ҡалып:ИИҫкәрмәләр

  • Сарана Ф. К. «Кобзарь» / / Шевченковский словарь. Том 1 / Институт литературы имени Т. Г. Шевченко Академии Наук УССР. — Киев: Советская энциклопедия, 1976. — С. 302—304.
  • История украинской литературы. — К.: Наукова думка, 1987. — Т. 1. — С. 285—303.
  • Украинский советский энциклопедический словарь. В 3-х т. Т. 2. — 2-е изд. — М., 1987. — С. 101.

Рус телендә: Кобзарь(недоступная ссылка) Болгар телендә: Кобзар(недоступная ссылка)

  1. Шевченко Тарас Григорьевич, «Кобзарь» 1840 года (на украинском языке). — К.: Дніпро, 1976.