Эстәлеккә күсергә

Кобзев Николай Никифорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кобзев Николай Никифорович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Гуровка, Терәпә ауыл Советы, Ауырғазы районы, СССР
Вафат булған көнө 1991
Вафат булған урыны Борисов[d], Минская область[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание полковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Кобзев Николай Никифорович (1 октябрь 1925 йыл1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. Гвардия полковнигы (1980). Дан орденының тулы кавалеры. 

Николай Никифорович Кобзев 1925 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Яңы Гуровка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1946 йылдан КПСС ағзаһы. Тулы булмаған урта белемле. Колхозда эшләгән. 1942 йылдың авгусынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдың мартынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. 50-се полктың  76-мм пушка тоҫҡаусыһы (15-се гвардия дивизияһы  37-се армия, 3-сө Украин фронты) 1944 йылдың 18 апрелендә гвардия сержанты Н.Н. Кобзев Варница ауылы янындағы (Молдавия) Днестр йылғаһының уң яҡ ярында плацдармды киңәйтеү өсөн барған алыштарҙа  артиллерия уты менән  15 һалдатты юҡ итә, 4 ут нөктәһен баҫтыра . 1944 йылдың  9 майында  3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.  1945 йылдың 12 ғинуарында Н.Н. Кобзев Борек һәм Кикув торлаҡ пункттары (Польша) районында разведкала булып, дошмандың ут сараларын асыҡлай, улар һуңынан юҡҡа сығарыла.  1945 йылдың 23  ғинуарында  Прейсдорф тораҡ пункты районында (Оппельн ҡалаһынан 5 км төньяҡ-көнбайыштараҡ, Польша) 10-дан ашыу гитлерсыны юҡ итә. 1945 йылдың 2 апрелендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән  бүләкләнә.  Расчет менән бергә орудие тоҫҡаусыһы гвардия сержанты Н.Н. Кобзев 1945 йылдың 16 апрелендә Мускау районында (Германия) пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, пушканан дошман дзотын сафтан сығара, 2 БТР-ҙы яндыра, 3 ут нөктәһен  баҫтыра. 1946 йылдың 15 майында 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштан һуң армияла хеҙмәтен дауам итә. Харьков гвардия танк училищеһын (1948) һәм «Выстрел» Юғары курстарын (Солнечногорск ҡалаһы, 1962) тамамлаған.

1972 йылдан подполковник Кобзев Николай Никифорович запасҡа китә. Белоруссияның Минск өлкәһе Борисов ҡалаһында йәшәй.  1980 йылдан — отставкалағы полковник. Борисов ҡалаһы 2-се Ресмонт-төҙөлөш идаралығының граждандар оборонаһы начальнигы булып эшләй. 

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар, шул иҫәптән ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «Хәрби хеҙмәттәр өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыл һәм 50 йыл тулыуы айҡанлы Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда парадта ҡатнашыусы.