Ковалёв Сергей Григорьевич
Ковалёв Сергей Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 30 октябрь 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Шаҡша-Төньяҡ, Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | геолог, геоморфолог |
Эш урыны |
Геология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге) Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Ковалёв Сергей Григорьевич (30 октябрь 1958 йыл) — геолог, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы. Геология-минералогия фәндәре докторы (2005)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Григорьевич Ковалёв 1958 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Шаҡша станцияһы ҡасабаһында (хәҙер Өфө ҡалаһы эсендә) тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын географ, геоморфолог һөнәре буйынса тамамлаған[2]. 1980 йылдан алып Геология институтында эшләй: 1994 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында, 2008 йылдан алып магматизм һәм метаморфизм лабораторияһы етәксеһе, 2012 йылдан — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары һәм баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2002—2012 йылдарҙа. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында уҡыта, 2008 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй, 2012—2013 йылдарҙа БДУ-ла уҡыта[1]. 1990 йылда «Дифференцированные диабаз-пикритовые комплексы западного склона Южного Урала» темаһы буйынса Мәскәү дәүләт университетында (петрография кафедраһы) кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2005 йылда «Рифтогенные процессы в истории развития Южного Урала (динамика формирования структурно-вещественных комплексов и их геохимическая специализация)» темаһы буйынса Екатеринбургта докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни эшмәкәрлеге Уралдың кембрий алды магматик тоҡомдары петрологияһына һәм аҫыл металдар металлогенияһына арналған. С. Г. Ковалев тарафынан Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүенең рифейҙағы геодинамик үҫеше моделе төҙөлгән[1].
Нәшер ителгән фәнни эштәренең һаны – 283 (12 монография һәм 5 уҡыу-уҡытыу әсбабы)[2].
Төп ғилми хеҙмәттәре:
Полезные ископаемые Республики Башкортостан (железные руды). Уфа, 2008 (авторҙаш);
Белорецкий метаморфический комплекс. Уфа, 2009 (авторҙаш);
Генезис сульфатов и сульфидов в нижнерифейских отложениях Камско-Бельского авлакогена и Башкирского мегантиклинория. Уфа, 2009 (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Ковалёв Сергей Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Сотрудники
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ковалёв Сергей Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 октябрь 2023)
- Сотрудники
- Истина
- База данных «Картотека публикаций авторов МГТУ им. Н.Э. Баумана»