Кодзи Окубо
| Кодзи Окубо | |
| япон. 大久保幸次 | |
| | |
| Тыуған көнө | |
|---|---|
| Тыуған урыны |
Хиого, Япония |
| Вафат көнө | |
| Вафат урыны | |
| Ил | |
| Ғилми даирәһе |
шәрҡиәтсе, төркиәтсе, исламды өйрәнеүсе, тәржемәсе, университет профессоры |
| Эшләгән урыны |
Васэда университеты |
| Альма-матер |
Токио сит телдәр университеты |
Кодзи Окубо (япон. 大久保幸次; 1887, Хиого — 1950, Токио) — япон шәрҡиәтсеһе, Япония академия фәнендә төрки һәм ислам ғилемен тәүге тикшереүселәрҙең («пионер»ҙарының) береһе[1][2].
Тәржемәи хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кодзи Окубо 1887 йылда Хиого префектураһында тыуған[1][3].
1910 йылда Токио сит телдәр мәктәбенең немец теле факультетына уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң — был мәктәптең Көнсығыш тарихы факультетының махсус курсы студенты. 1915 йылда Ҡөрьәнде һәм алты йыл үткәс Хужа Насретдин мәҙәктәрен япон теленә тәржемә итә башлай[1][4].

1923 йылдан Сотосю университеты уҡытыусыһы. Нәҡ шул саҡта төрки халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына башлай. Быға күп йәһәттән элекке Ғосман империяһы нигеҙҙәрендә Төркиә Республикаһының барлыҡҡа килеүе, шулай уҡ Рәсәйҙәге граждандар һуғышы ваҡытында Иҙел-Урал буйынан Японияға мигранттарҙың килеүе йоғонто яһай[5]. Шулай итеп, ул «Төрки-татар теле Маньчжурияла» мәҡәләләр йыйынтығы яҙа башлай. Унда төрки-татар теле Маньчжурияла халыҡ-ара аралашыу телдәренең береһе тип раҫлана, сөнки төрки халыҡтар күптәнән үҙ теленең йоғонтоһон таратып килгән, ә был тел ул ваҡытта күп кенә мосолман илдәрендә лә ҡулланылған. Ул Харбинда һәм Японияның башҡа урындарында йәшәгән мосолман төрки-татар иммигранттары менән япон йәмғиәте араһында аралашсы булып сығыш яһай[5][6].

1935 йылда беренсе япон мәсеттен асыуҙа ҡатнаша, һуңынан ошо хаҡта үҙенең йыйынтығына мәҡәлә лә яҙа[7]. Бер йылдан һуң Япония-Төрөк бәйләнеше ассоциацияһы тарафынан Төркиәгә Төрөк лингвистик йәмғиәтенең өсөнсө съезында ҡатнашыу һәм Мостафа Кемал Ататөрк менән аудиенция үткәреү өсөн ебәрелә. Ул Ататөрк менән аудиенцияға лайыҡ булған беренсе япон шәхесе була[1].
1937 йылда «Ислам мәҙәниәт ассоциацияһы»н ойоштора.
1939 йылда Васеда университетында ислам мәҙәниәте тарихы кафедраһынбулдыра, артабан Токио университетында дәрестәр теҙмәһенә «ислам тарихы» предметын индерә. 1949 йылға тиклем Японияның бер нисә университетында ислам мәҙәниәте нигеҙҙәрен уҡыта. Уның ғилми эшмәкәрлеге паназиатизм идеялары һәм Япония империяһының мосолман донъяһындағы Көнбайыш һәм совет йоғонтоһона ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәте менән тығыҙ бәйләнгән була. Был 1945 йылдың 15 октябрендә уның ойошмаһын таратыуҙың, шулай уҡ уҡытыу һәм нәшриәт эшмәкәрлегенән ситләтеүҙең сәбәптәренең береһе була. Һуңынан был уның финанс хәлен дә ҡатмарлаштыра. Әммә Япониялағы башҡорт һәм татар общинаһы вәкилдәре Окубоға яңы йорт һәм эш урыны табырға ярҙам итә[1].
1950 йылда вафат була[3].
Хәҙмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам (япон. イスラム教). Токио: «Иванами Сётэн», 1934.
- Көнбайыш Азияның ырыуҙары (япон. 西アジア諸族). Токио: «Иванами Сётэн», 1935.
- Бөйөк боғаҙҙар (япон. 現代海峡圏). Токио, 1936 (Хадзиме Кобаяши менән).
- Хәҙерге ислам сфераһы (япон. 現代囘教圏). Токио: Шикай Шобо, 1936 (Хадзиме Кобаяши менән).
- Ислам тураһында (япон. 回教に就いて). Токио: Япон мәҙәниәт ассоциацияһы, 1938.
- Ислам донъяһының төп һүҙҙәре (япон. 回教圏要圖). Токио, 1940.
- Урта Азияның этник составы тураһында (япон. 中央アジアノ民族構成ニ付テ). Токио: Ҡытай мәсьәләләре тикшереүҙең ассоциацияһы, 1942.
- Көньяҡтағы дини хәл Һәм уға бәйле мәсьәләләр (япон. 南方宗教事情とその諸問題). Токио: Бөйөк Япон буддист ассоциацияһы, 1942 (соавторҙарҙың бере).
- Бөйөк Көнсығыш Азия һуғышы Һәм ислам мәсьәләһе (япон. 大東亞戰と回教問題). Токио: Сацукикай, Сёва 17, 1942.
- Ҡөрьәнде өйрәнеү (япон. コーラン研究). Токио: Даоцзян академияһы, 1950 (Хироюки Кагишима менән).
- Донъя диндәре (япон. 世界の宗教). Токио: Сансейдо, 1954.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 Усманова Л. Р. Окубо Кодзи: основатель тюрко-исламоведческих исследований и друг тюрко-татарской эмиграции в Японии // Россия-Япония: политика, история и культура : Сборник статей и докладов участников Международной научно-практической конференции, 04.10.2018-06.10.2018. — 2018. — С. 257—260.
- ↑ Усманова Л. Р. Япония и исламский мир: забытая история // Востоковедение: история и методология. — 2019. — № 1. — С. 136—148.
- 1 2 Larisa Usmanova Ethnographic Essay of the Japanese Turkologist Okubo Koji as a Historical Source about the Life of the Turkic-Tatar Community in Harbin (инг.) // Global Perspectives on Japan. — 2019. — № 2. — С. 48—68. — DOI:10.62231/GP2.160002
- ↑ Оги А. М. Ислам в Японии в современной парадигме // Этническая культура. — 2025. — Т. 7. — № 1. — С. 8—14. — DOI:10.31483/r-126843
- 1 2 Усманова Л. Р. Отношения Японской военной миссии в Маньчжурии с национальными меньшинствами Российской эмиграции (на примере тюрко-татарской общины) // Общество и государство в Китае. — 2015. — С. 740—749.
- ↑ Okubo Koodji. Harubin ni okeru toruko minzoku no seikatsu (Жизнедеятельность тюркского народа в Харбине) // Touyou. — 1924. — № 12. — P. 45-57.
- ↑ Okubo, K. The Effects of the National movement in the Republic of Turkey // The Kobe Muslim Mosque. A souvenir booklet issued in commemoration of the opening ceremony of the Kobe Muslim Mosque. — Kobe Osaka Press Ltd., 1935. P. 32-33.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Tatar exiles and Japan. Koji Okubo as the meditator (инг.) / edited and introduced by Nobuo Misawa. — Tokyo: Asian Cultures Research Institute, Toyo University, 2012. — ISBN 978-4903878119.