Кожевников Павел Андреевич
Кожевников Павел Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 19 март 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Мағаш, Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кожевников Павел Андреевич (19 март 1942 йыл) — 2-се «Башспецнефтестрой» тресының төҙөлөш-монтаж идаралығы водителе. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Андреевич Кожевников 1942 йылдың 19 мартында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Сталин ауылында тыуған. Урта белемле.
1960 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген 1-се Стәрлетамаҡ йылылыҡ-электр үҙәгендә (ТЭЦ-1) балта оҫтаһы булып башлай. 1965 йылдан «Башкирстройтранс» тресының 1-се автобазаһында водитель булып эшләй.
1994 йылдан алып Өфө ҡалаһында «Чародейка» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә водитель булып эшләй, 1996 йылдан — 2-се «Башспецнефтестрой» тресы төҙөлөш-монтаж идаралығы машина йөрөтөүсеһе.
2002 йылда хаҡлы ялға сыға.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрен һәм пландарҙы үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары һәм бер предприятиелә оҙайлы һәм юғары етештереүсәнле хеҙмәте өсөн Павел Андреевич Кожевников I (1989), II (1986), III (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кожевников Павел Андреевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2022)