Эстәлеккә күсергә

Кожемякина Валентина Яковлевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кожемякина Валентина Яковлевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Новосибирск өлкәһе
Вафат булған көнө 9 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Сочи, Краснодар крайы, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы, һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы ВДНХ-ның алтын миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Кожемякина Валентина Яковлевна (1936) — совет ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Валентина Яковлевна Кожемякина 1936 йылдың 20 июнендә Новосибирск өлкәһендә тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында колхоз фермаһында һауынсы булып эшләй. 1953 йылда ғаиләһе Кубанға күсеп килә, ҡыҙ урман хужалығына урман киҫеүсе булып эшкә урынлаша. 1955 йылдың июнендә Вардан ҡасабаһында «Черноморец» совхозының һөт фермаһында һауынсы булып эшләй башлай. Тиҙҙән Валентина Яковлевна совхозының, ә аҙаҡ — Сочи ҡалаһы Лазаревский районының алдынғы һауынсыһы була. 1960 йылдар башында Сочи «Овощепром» тресының «Черноморец» совхозы фермаһының иң алдынғы һауынсылар иҫәбенә инә[1]

1970 йылда ул һәр һыйырҙан 6000 килограмдан ашыу һөт һауа, 1976 йылда — 6021 килограмм, 1979 йылда — 6346 килограмм һөт һауып ала. 1980 йылда үҙ төркөмөндәге һәр һыйырҙан Валентина Кожемякина 7118 килограмм һөт һауып алып, СССР-ҙа иң яҡшы һауынсыларҙың береһе була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 12 мартындағы Указы менән 1981 йылда етештереүҙе арттырыу буйынса социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә һәм дәүләткә иген һәм ауыл хужалығының башҡа продукттарын һатыуҙа күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн Кожемякина Валентина Яковлевнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Производство менән бер рәттән, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, — халыҡ депутаттарының Сочи ҡала советы депутаты итеп һайлана.

Пенсияға сыға, хаҡлы ялда булып Сочи ҡалаһының Вардан биҫтәһендә йәшәй. Сочи ветерандар ойошмаһының ижтимағи эшмәкәрлегендә ҡатнаша, йәштәр менән йыш осраша.[1]

  • Икенсе Ленин ордены (12.03.1982), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (06.09.1973) һәм миҙалдар менән бүләкләнә .
  • СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, ВДНХ-ның алтын миҙалы һәм «Москвич» автомобиле менән бүләкләнә.
  • Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
  • Ғүмерлек исемле пенсияға лайыҡ була.[2]
  • Герои Социалистического Труда Краснодарского края
  • Трудовая слава Кубани. Под. ред. Н. Л. Заздравных, Краснодар, 2003.