Козлов Юрий Маркович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Козлов Юрий Маркович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1925
Тыуған урыны СССР, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, Бобруйский округ[d], Бобруйск
Вафат булған көнө 2002
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Һөнәр төрө юрист
Эш биреүсе юридический факультет МГУ[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Козлов Юрий Маркович (1925 9 сентябр — 2002 йыл 10 ноябрь) — юрист, совет административ хоҡуҡ һәм дәүләт идара итеү проблемалары буйынса белгес; юридик фәндәре докторы (1963), профессор (1965—1998) һәм Мәскәү дәүләт университеты юридик факультетының административ һәм финанс хоҡуҡ кафедраһы мөдире (1961—1981); РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980) һәм Рәсәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры(1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Козлов 1925 йылдың 9 сентябрендә Бобруйск (Могилев өлкәһе) ҡалаһында тыуған. 1951 йылда Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм шул уҡ йылда Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһына уҡырға инә. Ике йылдан ул профессор Семен Студеникин етәкселегендә яҙылған «Институт права жалобы по советскому административному праву» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, юридик фәндәр кандидаты була. Ун йыл үткәс, 1963 йылда, Козлов «Организационно-правовые вопросы участия трудящихся в советском государственном управлении» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, юридик фәндәр докторы булып китә.

1997 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында эшләй, башта уҡытыусы, артабан доцент һәм профессор вазифаларын биләй; 1961—1981 йылдарҙа административ һәм финанс хоҡуҡ кафедраһы мөдире булып эшләй. 1997 йылдың апрелендә ул Мәскәү дәүләт юридик академияһына эшкә күсә, унда административ хоҡуҡ кафедраһы профессоры позицияһын биләй. 2002 йылдың 10 ноябрендә Мәскәүҙә вафат була.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Козлов административ хоҡуҡ теорияһы проблемаларында махсуслаша; 160-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары һәм дәреслектәр авторы һәм авторҙашы булып тора:

  • «Органы советского государственного управления» (1960)
  • «Самодеятельные организации населения» (1962)
  • «Новая хозяйственная реформа и право» (1966)
  • «Соотношение государственного и общественного управления в СССР» (1966)
  • «Управление народным хозяйством СССР» (ч. 1 — 1969, ч. 2 — 1971)
  • «Предмет советского административного права» (1967)
  • «Координация в управлении народным хозяйством СССР» (1976)
  • «Административные правоотношения» (1976)
  • «Методологические и теоретические проблемы государства и права развитого социализма» (соавт., 1983)
  • «Государственное управление социалистической общенародной собственностью. Административно-правовой аспект проблемы» (соавт., 1983)
  • «Научная организация управления и право» (соавт., 1986)
  • «Советы народных депутатов и органы государственного управления» (1987)
  • «Управление в области административно-политической деятельности Советского государства» (1961)
  • «Управление в области социально-культурного строительства» (1963)
  • «Как управляется социалистическое предприятие» (1968)
  • «Аппарат управления и обеспечение социалистической законности в народном хозяйстве» (1983).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сборник статей по материалам IX и X Международных научно-практических конференций, посвященных памяти Ю. М. Козлова (февраль 2016 и 2017 гг.) / Отв. ред. и сост. Андрюхина Э. П., 2017.
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Козлов Юрий Маркович (неопр.). letopis.msu.ru. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения 13 ноября 2019.