Колотова Валентина Максимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Колотова Валентина Максимовна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 23 ғинуар 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Киров өлкәһе
Вафат булған көнө 29 март 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Киров ҡалаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Колотова Валентина Максимовна (23 ғинуар 194829 мартта 2002) — совет туҡыу сәнәғәте алдынғыһы, РСФСР Туҡыу сәнәғәте министрлығының Киров ҡалаһындағы «Заря» тегеү берекмәһенең тегенсе-мотористкаһы,Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры(1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Колотова Валентина Максимовна 1948 йылда Киров өлкәһенең Кирово-Чепецкий районы Ростригино ауылында (хәҙер юҡ) тыуған. 1966 йылда Лянгасово ҡасабаһында 23-сы мәктәпте тамамлағас, ҡасабала лянгасово №26.

Колотова Валентина Максимовна цех Киров ҡалаһындағы «Заря» тегеү берекмәһенең 1-се цехына тегенсе уҡыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Һөнәрен тиҙ арала үҙләштереп, продукцияны сифатлы башҡарырға , ҡатын-ҡыҙҙарҙың ебәк эске кейемен тегеү буйынса бөтә операциялар комплексын өйрәнә. 140-160 тәшкил итә, Колотова Валентина Максимовна етештереү нормаһын 140-160 %-ҡа еткереп үтәй. Туғыҙынсы биш йыллыҡ планын 4 йыл 2 ай эсендә тамамлай, ә киләһе йыл планын 4 йыл эсендә тамамлай.

1975 йылдың 21 апрелендәге СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы Валентина Максимовна Колотованы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләйҙәр.

1981 йылдың 17 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы Валентина Максимовна Колотованы II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләйҙәр.

11-се биш йыллыҡта Валентина Максимовна Колотова 4 йыллыҡ эсендә генә һигеҙ йыллыҡ норма үтәп сыға. 1985 йылда яңы машинала эшләп, йыллыҡ норманы 146,6 %-ҡа үтәй.

1986 йылдың 23 майындағы СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы Валентина Максимовна Колотова социалистик йөкләмәләрен һәм планын ваҡытынан алда үтәүе һәм туҡыу сәнәғәтендә яңы технологиялар менән эшләүгә индергән шәхси өлөшө өсөн I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры була.

Первомайский район Советының депутаты итеп һайлана, КПСС-тың XXVII съезына делегат була. 1988 йылда Колотова хеҙмәт коллективы советы рәйесе итеп һайлана. Бер үк ваҡытта төп эшен - тегенсе-мотористлыҡ эшен дә үтәй.

Киров ҡалаһында йәшәй. Оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 2002, 9 мартта]] вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Киров ҡалаһының алтын плеядаһыировчанин плеяда. - Киров, 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]