Колумбия (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Колумбия
ингл. Columbia River
Характеристика
Оҙонлоғо 2000 км
Бассейн 668 217 км²
Һыу сығымы 7500[1][2] м³/с
Һыу ағымы
Инеше Колумбия
 · Урынлашыуы Британ Колумбияһы, Канада
 · Бейеклеге 820 м
 · Координаталар 50°13′ с. ш. 115°51′ з. д.HGЯO
Тамағы Тымыҡ океан
 · Урынлашыуы Орегон, АҠШ
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 46°14′39″ с. ш. 124°03′25″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Тымыҡ океан

Илдәр Канада Канада, Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
Колумбия (йылға) (АҠШ)
Точка
тамағы
Колумбия Викимилектә

Колумбия (ингл. Columbia River) — Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышындағы йылға[3].

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоғо — 2000[4] км.

Колумбия күле
Колумбия бассейны

Йылға Канаданың Британ Колумбияһы провинцияһында Ҡаялы тауҙарҙа, Мең сусаҡтар үҙәне исеме аҫтында билдәле булған урында башлана. Йылға диңгеҙ кимәленән 820 м бейеклектә урынлашҡан Колумбия күленән сыға. Тәүге 320 км оҙонлоғонда Мең сусаҡтар үҙәне буйлап төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә башта Уиндемер, һуңынан Кинбаскет күлдәре аша аға. Селерк тауҙарының төньяҡ осон уратып йылға йүнәлешен көньяҡа үҙгәртә, Ревелсток һәм Арроу күлдәре аша үтә.

Арроу күленән түбәндәрәк уға Кутеней йылғаһы үҙенең һыуҙарын ҡоя. АҠШ сигенән яҡынса 3 км алыҫлыҡта Колмубияға Панд-Ореййылғаһы ҡушыла[5].

Артабан йылға көньяҡ йүнәлешенедә ағыуын дауам итә, Вашингтон штатының көнсығыш өлөшө аша аға һәм уға Спокан йылғаһы ҡушылған урында — көнбайышҡа борола. Оканоган йылғаһы ҡушылған урында Колумбия йәнә көньяҡҡа, ә Уэнатчи тамағы янында — көньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Үҙенең иң ҙур ҡушылдығы Снейк йылғаһы менән ҡушылған урында Колумбия көнбайышҡа табан борола һәм Тымыҡ океанға ҡойғанға тиклем үҙенең 497 км оҙонлоғонда Вашингтон һәм Орегон штаттары араһында сик барлыҡҡа килтерә[6].

Колумбия Төньяҡ Америкала иң күп электроэнергия етештереүсе йылға булып тора, бында 14 гидроэлектростанция төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1.  (инг.) Kimbrough, R.A.; Ruppert, G.P.; Wiggins, W.D.; Smith, R.R.; Kresch, D.L.: Water Data Report WA-05-1: Klickitat and White Salmon River Basins and the Columbia River from Kennewick to Bonneville Dam (PDF). Water Resources Data-Washington Water Year 2005. United States Geological Survey (2006). Дата обращения: 1 апрель 2008. Архивировано 18 июнь 2012 года.
  2.  (инг.) Identical data in: Loy William G. Atlas of Oregon. — University of Oregon Press. — P. 164–65. — ISBN ISBN 0-87114-102-7.
  3. Колумбия, река в Северной Америке 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  4. The Columbia River. Columbia River Keeper (2013). Дата обращения: 1 февраль 2014. Архивировано 11 апрель 2014 года. 2019 йыл 7 ғинуар архивланған.
  5. The Atlas of Canada: Toporama – Topographic Maps. Natural Resources Canada (2006). Дата обращения: 2 сентябрь 2009. Архивировано 5 июнь 2012 года.
  6. Oregon's Publicly-Owned Waterways. Public Ownership of Submerged and Submersible Land. Oregon Department of State Lands. Дата обращения: 9 март 2008. Архивировано 5 июнь 2012 года. 2010 йыл 27 май архивланған.