Кольцов Алексей Васильевич
Кольцов Алексей Васильевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Патронимы йәки матронимы | Васильевич[d] |
Тыуған көнө | 3 (15) октябрь 1809[2][3][4] |
Тыуған урыны | Воронеж, Рәсәй империяһы[2][5][6][…] |
Вафат булған көнө | 29 октябрь (10 ноябрь) 1842[2][3] (33 йәш) |
Вафат булған урыны | Воронеж, Рәсәй империяһы[2][5][6][…] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | туберкулёз |
Әһәмиәтле кеше | Дмитрий Антонович Кашкин[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, эшҡыуар |
Жанр | шиғриәт |
Кольцов Алексей Васильевич Викимилектә |
Алексе́й Васи́льевич Кольцо́в (3 (15) октябрь 1809[2][3][4], Воронеж[2][5][6][…] — 29 октябрь (10 ноябрь) 1842[2][3] (33 йәш), Воронеж[2][5][6][…]) — урыҫ шағиры.
Алексей Кольцовтың тәүге шиғри тәжрибәләре Иван Дмитриев, Василий Жуковский, Александр Пушкин, Иван Козлов, Михаил Херасков һәм башҡа шағирҙар өлгөһөндә яҙылған; был әҫәрҙәрендә шағир үҙенең художестволы алымын эҙләй генә. 1830-сы йылдар башынан алып уның ижадында өҫтөнлөк ала башлаған «йырҙар»ы Кольцовтың художество ҡаҙаныштарының юғары нөктәһе тип иҫәпләнә. Урыҫ шиғриәтендә тәүге тапҡыр лирик герой сифатында шағир крәҫтиәнде һәм уның эске кисерештәрен күрһәтте. Шуның менән бергә Кольцовтың, «йырҙар» менән аралаш, китап шиғриәте рухында яҙырға тырышыуы ғүмеренең ахырына тиклем күҙәтелә, һуңғы әҫәрҙәренә лә китап формаларына яҡыныраҡ. Кольцовтың икенсе жанры - формаһы буйынса уның йырҙарына оҡшаш, йөкмәткеһе буйынса үҙенсәлекле шиғри фәлсәфәне сағылдырған думалары. Кольцов думаларында донъя проблемаларын асыҡларға тырыша[7][8]. Өлгөрөп еткән Кольцовтың яратҡан шиғри үлсәме биш-ижек пятисложник, уны (шағирҙы иҫкә алып) шиғыр белгестәре йыш ҡына «Кольцов биш-ижеге» тип билдәләй [9].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Васильевич Кольцов 1809 йылдың 3 (15) октябрендә Воронежда бөтә округта намыҫлы партнёр һәм талапсан йорт хужаһы булып билдәлелек алған прасол (мал һатып алыусы һәм һатыусы) ғаиләһендә тыуған[10]), слывшего во всей округе честным партнёром и строгим домохозяином[11]. Алексей донъяға килгән Кольцовтар йорто Большая Стрелецкая һәм Коперник урамдары киҫелешендә торған. Шағирҙың атаһы Василий Петрович Кольцов (1775-1852) текә холоҡло, мөләйем һәм мауығыусан кеше, мал һатып алыу-һатыу менән генә сикләнмәйенсә, иген сәсеү өсөн ерҙәрҙе ҡуртымға алған, бура төҙөү маҡсатында урман һатып алған, утын менән сауҙа иткән, малсылыҡ менән шөғөлләнгән[12]. Әсәһе Прасковья Ивановна (1784-1861), изге күңелле ҡатын, грамотаға эйә булмаған. Кольцовтың ғаиләһендә уға тиҫтер туғандары булмаған: апаһы - күпкә олораҡ, ә ағаһы һәм апаһы башҡаларынан күпкә йәшерәк булған.
9 йәшенән Кольцов өйҙә грамотаға өйрәнә, шул тиклем һәләткә эйә булған, 1820 йылдың йәйендә мәхәллә училищеһын, шулай уҡ әҙерлек класында ла уҡымаған көйө, ике класлы өйәҙ училищеһының беренсе класына уҡырға инә. Уҡыуының тәүге осоро уңыштар менән билдәләнә. Ә ҡабул ителгән баһалар шкалаһы буйынса ул иң юғары - «остр» баһаһына лайыҡ булды. Бынан тыш, дәрескә ваҡытында йөрөй һәм тырыш була. Барыһы ла икенсе уҡыу йылында үҙгәрә. Дүрт айҙа туҡһан өс дәрес ҡалдыра. Дүрт ай уҡығандан һуң, Кольцовты атаһы училищенан алып ҡайта һәм үҙенең эштәренә йәлеп итә[13]. Василий Петрович, был белем улына уның ярҙамсыһы булырға етә, тип иҫәпләгән[14]. Белинский Виссарион Григорьевич уның белем кимәле хаҡында былай тип яҙа: «Уның икенсе класҡа нисек күсерелгәнен һәм ул был училищела нимәгә өйрәнгәнен белмәйбеҙ, сөнки Кольцовты беҙ күпме генә яҡын белһәк тә, унда ябай ғына белемдең дә билдәләрен һиҙмәнек <…> Ул грамматика тураһында бер нәмә лә аңламай тиерлек һәм бер ниндәй орфографияны ла белмәй яҙған»[15].
Училищела уҡығанда, Алексей китап уҡыуға ылыға, уның тәүге уҡыған китаптары әкиәттәр була, мәҫәлән, Бова һәм Еруслан Лазаревич тураһында. Был китаптарҙы ул ата-әсәһе тәмлекәстәр һәм уйынсыҡтар алырға биргән аҡсаға һатып алған. Һуңыраҡ Алексей үҙенең иптәше, сауҙагәр улы Варгиндан алған төрлө романдар уҡый башлай. Буласаҡ шағирға айырыуса М. М. Херасковтың «Тысяча и одна ночь» һәм «Кадм и Гармония» «Мең дә бер кисә» һәм «Кадм һәм Гармония» әҫәрҙәре оҡшай[15]. 1824 йылда Варгин вафат булғандан һуң Алексей Кольцов уның 70 томға яҡын китап тупланған китапханаһын мираҫҡа ала. Был китаптар Кольцов китапханаһына нигеҙ һалған[16]. Белинский яҙғанса, Кольцов үҫешкән күҙаллауҙары ярҙамында, китаптарҙы уҡығандан һуң, уҡығандарына оҡшатып, ижад итә башлаған, «ул саҡта әле ҡағыҙға теркәп барыу ғәҙәте булмағас, уның үҙенең дә авторлыҡ ынтылыштары бер хыялда ғына ҡалған»[15]. Ун биш йәшлек Кольцов Иван Дмитриевтың шиғырҙар йыйынтығын һатып ала[15]. Дмитриев Дмитриевтың шиғырҙары менән танышҡанда, Кольцов прозанан да, халыҡ шиғриәтенән дә айырылып торған әҙәби шиғри телмәрҙең барлығына хайран ҡала[17].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дмитриевтың шиғриәте йоғонтоһонда Кольцов шиғырҙар яҙа башлай. Кольцовтың тәүге шиғри тәжрибәһен (Авдотья Панаева һүҙҙәренә ҡарағанда) былай тасуирлай: «Атайымдың көтөүе янында далала ҡундым, төн бик ҡараңғы ине, һәм шундай тынлыҡ, хатта үлән ҡыштырлауы ишетелә, баш өҫтөндә ҡара, бейек күк йөҙөндә яҡты йондоҙҙар емелдәй. Минең йоҡом килмәй ине, күккә ҡарап тик яттым. Ҡапыл башымда шиғри юлдар тыуҙы; быға тиклем бәйләнешһеҙ рифмалар бер туҡтауһыҙ башта әйләнә торғайнылар, ә бында билдәле бер форма ҡабул иттеләр. Тулҡынланған хәлдә һикереп торҙом; бының төш түгеллегенә инаныр өсөн, шиғырҙарымды ҡысҡырып ҡабатланым. Үҙемдең шиғырҙарымды ишеткәндә, мөғжизәле тойғо кисерҙем»[18]. Ун алты йәшендә Кольцов беренсе «Три видения» «Өс күренеш» шиғырын яҙа. Был шиғырҙы дуҫы Кольцовҡа бер үк төштө өс көн рәттән күргәнен һөйләгәндән һуң яҙа. Был ваҡытта Кольцов шиғыр ижад итеү ҡағиҙәләрен белмәгәнлектән, Дмитриев шиғырҙарының береһен алған һәм уға оҡшаш итеп үҙенең шиғырын ижад итеп ҡараған. Һуңынан Кольцов был тәжрибәне уңышһыҙ тип таба һәм шиғыр яҙылған ҡулъяҙманы юҡ итә, хәҙер инде Кольцовтың шиғырҙарға ҡыҙыҡһыныуы айырыуса арта, үҙенә бер төрлө төҫ ала. Атаһы биргән аҡсаға Дмитриев шиғырҙарынан һуң Михаил Ломоносов, Гавриил Державин, Ипполит Богданович шиғырҙарын һатып ала[19].
Ижад юлына баҫырға ҡарар иткән, әммә бының өсөн етерлек белеме булмаған Кольцовҡа әҙәби остаз кәрәк булған. Бындай остазды ул 1820-се йылдар башында Воронежда беренсе китап магазинын асҡан Дмитрий Кашкин йөҙөндә тапҡан. Щепной майҙаны мөйөшөндәге Пушкин урамында урынлашҡан Кашкиндың китап кибете үҙенә күрә клубҡа әйләнгән. Ф. Д. Трясоруков хәтерләүенсә: «Д. А. Кашкиндың китап кибетен асыуҙың тәүге йылдарында…, иҫемдә, 1825 йылда был кибеттә майланып бөткән тун кейгән ҡиәфәте менән әллә ни айырылып тормаған буйға ҙур булмаған 15 йәшлек малайҙың китаптар ҡарағанын йәки йәки яңы китап уҡығанын күрә инем. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡомарҙанып китап уҡырға яратҡанлыҡтан, мин уға айырыуса иғтибар менән ҡарап ултырҙым, сөнки уның тышҡы ҡиәфәте һәм костюмы бындай шөғөлгә, бигерәк тә ул ваҡытта, тап килмәй ине»[20]. Кольцов Кашкинға үҙенең тәүге шиғырҙарын күрһәтә. Кашкин, был тәжрибәләрҙе уңышһыҙ тип танып, Кольцовтың шиғыр ижад итеүгә дәртләндерә һәм үҫмергә Василий Подшиваловтың тәүге тапҡыр 1808 йылда нәшер ителгән[21] «Русская просодия, или Правила, как писать русские стихи, с краткими замечаниями о разных родах стихотворений» тигән шиғыр төҙөү буйынса теоретик хеҙмәтен бүләк итә[22]. Бынан тыш, биш йыл дауамында Кольцов Кашкиндың китапханаһы менән файҙаланды, унда яңы сыҡҡан китаптарҙан тыш, раритет баҫмалар ҙа бар ине. Кольцов оҡшаған авторҙарҙың китаптарын һатып алған. Иң яратҡандары Дельвиг, Жуковский һәм Пушкин булған[20].
Кольцов, Кашкиндан тыш, иң кәрәкле тип тапҡан һәр кемде үҙенең шиғырҙары менән таныштырған[23]. Ул шиғырҙары буйынса фекер тупларға тырышҡан һәм был мәсьәләгә бик иғтибарлы ҡараған[24]. Тиҙҙән уның шиғырҙары исемлектәрҙә таратыла башлай. Шулай итеп, Воронежда, шиғыр яҙа башлағанынан алып, Кольцовтың билдәлелеге киң була[25]. Кольцов үҙе кеүек үҙешмәкәр шағирҙар менән аралашҡан, ошо шағирҙар ойошторған әҙәби түңәрәктәр эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан[26]. 1827 йылда Кольцов Воронеж дини семинарияһы студенты, семинарияла эшләп килгән әҙәби-философия түңәрәге лидеры Андрей Сребрянский менән таныша. Сребрянский, Кольцов кеүек үк, 1809 йылда тыуһа ла, үҙенең шаҡтай белемле булыуы менән айырылып торған, тиҙ арала Кольцовтың остазы, шулай уҡ уҡыусыһы, тәнҡитсеһе һәм уның шиғырҙарын мөхәррирләүсе булып китә. Сребрянский әҫәрҙәрен мөхәррирләгән, төҙәткән, һыҙып ташлаған һәм шиғри ижады әлегә көсһөҙ булып тойолғандарын юҡ иткән. Сребрянский, остаз ғына түгел, үҙе лә шағир, ярышташ булғанлыҡтан, бергәләп шиғриәт менән шөғөлләнеү тағы ла ҙурыраҡ дәрт һәм ҡыҙыҡһыныу уятҡан[27]. Әҙәбиәт менән генә сикләнеп ҡалмай, Сребрянский Кольцовтың донъяға ҡараш йәһәтенән дә уҡытыусыһы була[28]. Тап Сребрянский Кольцовта философияға ҡыҙыҡһыныу уятҡан[29]. 1829 йылдың авгусында Кольцов Воронеж семинарияһы профессоры Александр Дмитриевич Вельяминов менән таныша. Ул унда философия һәм физика-математика фәндәрен уҡытҡан, шулай уҡ ижад һәм тәржемәләр менән шөғөлләнгән. Кольцов Вельяминовта тәнҡитселәрҙең һәм әҙәби кәңәшселәрҙең береһен күргән һәм йыш ҡына уға үҙенең шиғырҙары яҙылған дәфтәрҙәр килтергән[30]. Бынан тыш, Вельяминов ярҙамында Кольцов Новгород һәм Троица-Лавр семинариялары китапханаларынан һуң өсөнсө урынды биләгән Воронеж дини семинарияһы китапханаһына йөрөй алған. Шулай уҡ Кольцов Вельяминовтың шәхси китапханаһы менән дә файҙаланған[31]. Был Кольцов өсөн айырыуса мөһим булған, сөнки ул ваҡытта Воронежда асыҡ китапханалар булмаған[19].
1829 йылда Кольцов Кашкин аша Василий Сухачёв менән таныша. Сухачев менән осрашыу бик ҡыҫҡа була, әммә уға ышанған Кольцов шиғырҙарын уҡытып өлгөрә. 1830 йылда «Листки из записной книжки В. Сухачева» баҫмаһында Кольцовтың авторы күрһәтелмәгән «Не мне внимать», «Приди ко мне», «Мщение» шиғырҙары баҫыла. Бындай аноним баҫма уңайһыҙлыҡтар тыуҙырманы, сөнки Воронежда әҙәбиәткә ҡағылышы булған кешеләр шиғырҙарҙы кем яҙғанын белә ине. Шуға ҡарамаҫтан, «Листки»ла Сухачёвтың шиғырҙары тип яҙылмаһа ла, һуңынан уны сит шиғырҙарҙы үҙләштереүҙә ғәйепләйҙәр[24]. Алексей Кольцов үҙенең исеме менән 1831 йылда Мәскәүҙә сыҡҡан «Листок» гәзитендә шиғырҙарын баҫтыра. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: унда Кольцовтың буласаҡ дуҫы һәм биографы - Виссарион Белинский ҙа сығыш яһаған[32]. Шул уҡ йылда Кольцов Николай Станкевич менән таныша. Уның тырышлығы менән Кольцовтың «Русская песня» («Я затеплю свечу…») шиғыры башында Дельвиг, Вяземский, Пушкин торған «Литературная газета» баҫмаһында донъя күрә. Станкевич мөхәрриргә тәүге тапҡыр яҙған хатында тәүләп шағир менән таныштыра: «Бына һәләтле шағир Кольцов әфәнденең шиғыры. Ул Воронеж мещаны, уға егерме йәш тирәһе; бер ҡайҙа ла уҡымаған һәм атаһының ҡушыуы буйынса сауҙа эштәре менән мәшғүл булып, йыш ҡына юлда, төндә, атта һыбай йөрөгәндә яҙа. «Әҙәби гәзит» уҡыусыларын уның таланты менән таныштырығыҙ». Шулай итеп, Кольцов ҙур әҙәбиәткә генә түгел, Станкевич түңәрәгенә лә инә[33]. Кольцовты замандаштары ҡабул итеүе тураһында Белинский былай тип яҙа: «Уҡыусыларының күпселек өлөшө Кольцовты, грамотаға саҡ өйрәнгән һәм үҙендә шиғыр яҙыу һәләтен асҡан һәм үҫтергән ябай урыҫ мужигын күргән <…> Ул мещан да, мал һатыусы ла булмаһа, уның шиғырҙары күҙгә эленер инеме икән. Кольцовтың тәүге шиғырҙары һирәкләп төрлө аҙ билдәле баҫмаларҙа баҫыла башлай»[34].
1835 йылда Станкевич һәм В. Г. Белинский көсө менән «Стихотворения Алексея Кольцова» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә. Шағир иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер йыйынтыҡ. Александр Шалышин: «Беҙгә ун нда Недежиндың аптыранған һәм һанға һуҡмаған телдән баһалауы билдәле, әммә был Белинскийға шул уҡ Надеждин нәшер иткән «Телескоп»та шәфҡәтле мәҡәлә биреүгә ҡамасауламаны. Бының менән славянофил матбуғаты рус халыҡ рухының үҙенсәлекле сағылышын күрһәтте»[35].
1836 йылдың башында Кольцов ҡабат Мәскәүгә китә һәм унан атаһының суд һәм сауҙа эштәре буйынса тәү тапҡыр Санкт-Петербург ҡалаһына бара. Станкевич ярҙамында ул үҙенең «Урожай» шиғыры баҫылған «Современник» журналы хеҙмәткәрҙәре Василий Андреевич Жуковский, Пётр Андреевич Вяземский, Владимир Фёдорович Одоевский һәм Александр Сергеевич Пушкин менән таныша. «Молодая жница», «Пора любви» һәм «Последний поцелуй» шиғырҙары баҫылып сыҡҡандан һуң Михаил Салтыков-Щедрин да Кольцов менән ҡыҙыҡһына. Ул был шиғырҙарҙың төп үҙенсәлеге «шәхестең көйҙөргөс тойғоһо» тип атаған[36]. Әммә уның өсөн Виссарион Белинский менән осрашыу айырыуса әһәмиәтле булған, сөнки һуңынан уның менән мөнәсәбәттәре дуҫлыҡҡа әүерелгән. Кольцов Петербургка күскәндән һуң, Белинский менән хатлаша башлай, һәм был Кольцов ғүмеренең аҙағына тиклем дауам итә. Шәкерттең остазына мөрәжәғәтендә сикһеҙ рәхмәт тойғоһо тәү баштан уҡ ишетелә[35].
Атаһының сауҙа эштәре буйынса йөрөгәндә, Кольцов төрлө кешеләр менән осраша, фольклор йыя. Уның лирикаһы ябай крәҫтиәндәрҙе, уларҙың хеҙмәтен һәм тормошон данлаған.
1838 йылдың 3 авгусында Андрей Сребрянский вафат була. 1840 йылдың 25 июнендә Николай Станкевич вафат була. Кольцов сауҙагәр һөнәренә тартылмай, Воронеждағы элекке дуҫтарынан алыҫлаша.
1840 йылдың 15 авгусында Кольцов Белинскийға яҙа: ««Сауҙагәр булырға күңелем ятмай, сауҙа мәшәҡәттәрен ташлап, түрҙә ултырып уҡырға, өйрәнергә теләк бар. Тәүҙә үҙемдең урыҫ тарихын, һуңынан тәбиғи, бөтә донъя тарихын яҡшы итеп өйрәнергә, һуңынан Шекспир, Гёте, Байрон, Гегелды уҡырға, астрономия, география, ботаника, физиология, зоология, ИТәүратты, Инжилды уҡырға һәм һуңынан ике йыл Рәсәй буйлап йөрөргә һәм Питерҙа йәшәргә теләр инем»[37]. Был осорҙа әҙәби ижадын хупламаған атаһы менән ыҙғыштары ла башланған.
Депрессия һәм оҙайлы дауам иткән ҡара үпкә сире һөҙөмтәһендә Кольцов 1842 йылда утыҙ өс йәшендә вафат була. Шағир Воронеждағы Митрофаньевский зыяратында ерләнгән[38].
1846 йылда романтизм осороноң билдәле рус актёры, А. В. Кольцовты яҡшы белгән П. С. Мочалов «Репертуар һәм Пантеон» журналында үҙенең Кольцовҡа бағышланған шиғырын баҫтыра[36]
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1856 йылда «Современник» журналының бишенсе һанында Н. Г. Чернышевскийҙың А. В. Кольцовтың ижадына арналған мәҡәләһе баҫыла[39]
- Әҙәби тәнҡитсе Ю.И. Айхенвальдҡа ярашлы[40]
Кольцовтың шиғриәте - әҙәбиәтебеҙ ауылы. Ул беҙҙе ҡаланан, мәҙәни нескәлектәр төйәгенән, асыҡ яланға, йәшеллек һәм болон сәскәләре батшалығына алып сыға, һәм күҙҙәребеҙгә бер кем тарафынан сәселмәгән, тәрбиәләп үҫтерелмәгән арыш араһындағы күксәскә асыла. Бында барыһы ла ысын күңелдән, тәбиғи, һәм тормош үҙенең тәүторошонда һәм ябайлығында бирелгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Воронеж ҡалаһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Скверға, гимназияға, китапханаға, Воронеж дәүләт академия драма театрына һәм Воронеждағы урамға А. В. Кольцов исеме бирелгән.
А. В. Кольцов һәйкәлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1868 йылда Кольцов скверында шағирға бюст ҡуйыла. 1918 йылда Китайгород стнаһы янындағы скверҙа бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған гипс һәйкәл ҡуйыла; һәйкәлде асыуҙа берҙән-бер һаҡланып ҡалған кинотаҫмала күренгән Есенин Сергей Александрович ҡатнашҡан[41]. 1976 йылда Воронеждың Совет майҙанында шағир һәйкәле ҡуйылған. Һуңғыһы 2017 йылда майҙандан алынған һәм 2018 йылда Кольцов урамының Кольцов бульварында урынлаштырылған.
Кольцов скверында А. В. Кольцов бюсы | Совет майҙанындағы А. В. Кольцов һәйкәле (хәҙер Кольцов бульвары тип үҙгәртелгән) |
А. В. Кольцов исемендәге Воронеж дәүләт академия театры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1959 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Воронеж дәүләт драма театрына Алексей Васильевич Кольцов исеме бирелә. Быға тиклем бер йыл алдан театрҙың баш режиссёры Фирс Ефимович Шишигин В. А. Кораблиновтың «Алексей Кольцов» повесы буйынса спектакль ҡуйған[42]. Премьера 1958 йылдың майында була. Воронеж яҙыусыһы һәм журналисы Валентин Ющенко былай тип яҙҙы:
Режиссер хор менән башҡарыу сәхнә артына сығарылған йоланан баш тартты. Хор сәхнәгә сыҡты һәм әүҙем ҡатнашыусы булды. Беҙҙең сәхнәлә данлы шағир образын тергеҙеү - ҡала мәҙәни тормошоноң байрам ваҡиғаһы.
1958 йылдың 19 июнендә Мәскәүҙә Воронеж өлкәһенең Һөнәри һәм үҙешмәкәр сәнғәт декадаһы сиктәрендә «Алексей Кольцов» спектакле Владимир Маяковский исемендәге Мәскәү академия театры сәхнәһендә күрһәтелә. Маяковский урамы. Бынан һуң күп кенә актёрҙар маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнә.
Башҡа тораҡ пункттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Адрестары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Воронеждағы адрестары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стихотворения А. В. Кольцова / Первое полн. собр. под ред. П. В. Быкова; С биогр. очерком, крит. ст., примеч., портр., снимком почерка и 39 рис. и виньетками, исполн. чл. Т-ва рус. ил. — Санкт-Петербург: Г. Гоппе, ценз. 1892. — 32, XX, 140 с.
- Стихотворения. Полное собрание / А. В. Кольцов; ред. А. И. Введенский. — Санкт-Петербург: Изд. А. Ф. Маркса, 1892. — 158 с.
- Полное собрание стихотворений А. В. Кольцова: С его портр. и биогр. сост. Н. А. Макшеевой / Со многими рис. и снимками с картин худож.: Н. Богданова-Бельского, А. Васнецова, Е. Волкова [и др.]. — Москва: т-во И. Д. Сытина, 1910. — XXIV, 184 с.
- Cтихотвoрения / А. В. Кольцов. — Москва: Директ-Медиа, 2002. — 28 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118777742 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Кольцов, Алексей Васильевич (урыҫ) // Русский биографический словарь — СПб.: 1903. — Т. 9. — С. 85—93.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Жданов В. В. Кольцов // Краткая литературная энциклопедия (урыҫ) — М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 3.
- ↑ 4,0 4,1 Кольцов Алексей Васильевич // ПроДетЛит (урыҫ) — 2019.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 http://www.britannica.com/EBchecked/topic/321490/Aleksey-Vasilyevich-Koltsov
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Кольцов Алексей Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Соболев П. Кольцов А. В. 2022 йыл 23 февраль архивланған. // Литературная энциклопедия: В 11 т. — [М.], 1929—1939. Т. 5. — [М.]: Изд-во Ком. Акад., 1931. — Стб. 394—399.
- ↑ Коровин В. Л. КОЛЬЦОВ 2020 йыл 15 август архивланған. // Большая российская энциклопедия. Том 14. Москва, 2009. — С. 583
- ↑ Черешнева Г. П. КОЛЬЦОВ Алексей Васильевич (1809—1842) // М. Ю. Лермонтов. Энциклопедический словарь. — М.: Издательство Индрик, 2014. — 940 стр. — Тираж 800. — ISBN 978-5-91674-311-1
- ↑ Кольцов // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Иванов И. И. Кольцов, Алексей Васильевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Шалыгин А. Кольцов, Алексей Васильевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.—М., 1896—1918.
- ↑ Скатов, 1983, с. 14
- ↑ Хронос. Алексей Васильевич Кольцов . Дата обращения: 13 ғинуар 2018. Архивировано 29 ғинуар 2018 года.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 О жизни и сочинениях Кольцова // Белинский В. Г. Полное собрание сочинений. 1955. — Т. 9. Статьи и рецензии. 1845—1846. — С. 500—501
- ↑ Скатов, 1983, с. 22
- ↑ Скатов, 1983, с. 23
- ↑ Скатов, 1983, с. 18
- ↑ 19,0 19,1 Скатов, 1983, с. 24
- ↑ 20,0 20,1 Скатов, 1983, с. 26
- ↑ Подшивалов, Василий Сергеевич // Русский биографический словарь : в 25 томах / Под наблюдением председателя Императорского Русского Исторического Общества А. А. Половцева. — СПб., 1905. — Т. 14: Плавильщиков — Примо.
- ↑ Скатов, 1983, с. 27
- ↑ Скатов, 1983, с. 36
- ↑ 24,0 24,1 Скатов, 1983, с. 45
- ↑ Скатов, 1983, с. 51
- ↑ Скатов, 1983, с. 36—37
- ↑ Скатов, 1983, с. 41
- ↑ Скатов, 1983, с. 38
- ↑ Скатов, 1983, с. 40
- ↑ Скатов, 1983, с. 43
- ↑ Скатов, 1983, с. 42
- ↑ Скатов, 1983, с. 47
- ↑ Юрий Манн В кружке Станкевича: историко-литературный очерк. Детская лит-ра, 1983. — С. 144
- ↑ О жизни и сочинениях Кольцова // Белинский В. Г. Полное собрание сочинений. 1955. — Т. 9. Статьи и рецензии. 1845—1846. — С. 502
- ↑ 35,0 35,1 Шалыгин А. Кольцов, Алексей Васильевич // Русский биографический словарь : в 25 томах / Под наблюдением председателя Императорского Русского Исторического Общества А. А. Половцева. — СПб., 1903. — Т. 9: Кнаппе — Кюхельбекер. — 708 с.
- ↑ 36,0 36,1 Тимофеев Н. Театр в жизни Алексея Кольцова//Воронежский курьер, 6 октября 2009, стр. 5
- ↑ Скатов, 1983, с. 149
- ↑ Митрофаньевское кладбище было уничтожено в советское время. Могилы А. В. Кольцова, его родственников и могила поэта Никитина сохранены. На их месте создан Литературный некрополь
- ↑ Н. Г. Чернышевский Стихотворения Кольцова . Дата обращения: 1 ноябрь 2009. Архивировано 17 сентябрь 2009 года.
- ↑ Айхенвальд, Юлий Исаевич. Силуэты русских писателей. — 2-е изд. — М., 1908—1913.
- ↑ Сергей Есенин на открытии памятника А.В. Кольцову — Видео недели — Литература — OpenSpace.ru . Дата обращения: 12 апрель 2022. Архивировано 28 ғинуар 2020 года.
- ↑ Сегодня — 100 лет со дня рождения Фирса Шишигина//«Коммуна», № 128 (25165), 30.08.08 . Дата обращения: 2 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 25 август 2011 года. 2011 йыл 25 август архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Кольцов Викиөҙөмтәлә | |
Алексей Кольцов Викикитапханала | |
Алексей Кольцов Викимилектә | |
Алексей Кольцов Викияңылыҡтарҙа |
- А. В. Кольцов и музыка: рекоменд. указ. литературы / Сост. А. В. Хорошилова. — Воронеж: Центр.-Чернозем. кн. изд-во, 1969. — 37,[2] с.
- А. В. Кольцов: указатель литературы, (1951—1971) / сост. О. Г. Ласунский. — Воронеж: Коммуна, 1972. — 92 с.
- А. В. Кольцов: Указатель слов и форм слов в поэтических произведениях / Под ред. Р. К. Кавецкой. — Воронеж: Изд-во ВГУ, 1991. — 181,[2]с. — ISBN 5-7455-0576-1
- А. В. Кольцов. Страницы жизни и творчества: к 175-летию со дня рождения / редкол.: Б. Т. Удодов (отв. ред.) [и др.] .— Воронеж: Изд-во ВГУ, 1984. — 209, [2] с.
- А. В. Кольцов и русская литература: Сб. статей / Отв.ред. Н. В. Осьмаков. — М. : Наука, 1988. — 205,[2] с. — ISBN 5-02-011349-2.
- А. В. Кольцов вчера, сегодня, завтра: материалы Межвузовской научной конференции: [сборник] / Воронеж. гос. ун-т, Филол. фак., каф. рус. языка, каф. теории лит. и фольклора; [редкол.: О. Ю. Алейников и др.; отв. ред. В. М. Акаткин]. — Воронеж, 2009. — 175 с.
- А. В. Кольцов в печати (1835—2001): собрание О. Г. Ласунского в фондах Воронежской областной универсальной научной библиотеки им. И. С. Никитина / Воронеж. обл. универсал. науч. б-ка им. И. С. Никитина; сост. О. Б. Калининой. — Воронеж: Центр духов. возрождения Чернозем. края, 2009. — 77, [2] с.
- Акаткин В.М. Прелесть и сила необъятная // Литературная газета. — № 42. — 2009. Архивировано из первоисточника 23 октябрь 2009.
- Акаткин В.М. Письма об Алексее Кольцове. Испытание свободой // Коммуна. — № 152 (25386). — 15.10.09. Архивировано из первоисточника 25 август 2011.
- Антюхин Г. В. Кольцовские места / Г. В. Антюхин. — Воронеж: Изд-во ВГУ, 1982. — 63 с.
- Белинский В. О жизни и сочинениях Кольцова. — 1846.
- Белинский В. Г. Статьи о Кольцове: С прил. библиогр. указ. лит. о Кольцове и списка тем по его соч. — Вильна: Северозап. кн-во, 1911. — VIII, 66, [1] с. — (Литературная библиотека; № 4)
- Бураковский С. З. А. В. Кольцов: Биогр. сведения и разбор его стихотворений для учащихся. — Санкт-Петербург: «Центр.» типо-лит. М. Я. Минкова, 1898. — 40 с.
- Вейнберг П. И. Алексей Васильевич Кольцов и его стихотворения / Сост. П. И. Вейнберг. — Санкт-Петербург: ред. журн. «Досуг и дело», 1884. — 44 с.: портр. — (Народная хрестоматия)
- Де-Пуле М. Алексей Васильевич Кольцов в его житейских и литературных делах и в семейной обстановке. — Санкт-Петербург: тип. и лит. В. И. Грацианского, ценз. 1878. — [2], IV, 201 с.
- Для памяти минувших дней… А. В. Кольцов 1809—2009 / Сост., текст Елецких В. Л., Моисеева Ю. В. — Воронеж: Альбом, 2009. — 75 с.
- Зарин А. Е. Поэт из народа: Жизнь А. В. Кольцова. — Москва: Д. П. Ефимов. — 1915. — 32 с. (Замечательные люди всего мира. Описание их жизни и деятельности / Под ред. А. Е. Зарина; № 11)
- Иванов И. И. Кольцов, Алексей Васильевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Кавецкая Р. К., Кретов А. А. Обратный частотный словарь поэтических произведений А. В. Кольцова / Р. К. Кавецкая, А. А. Кретов. — Воронеж, 1997. — 159 с.
- Кольцова Л. М., Чуриков С. А. Крылатое слово А. В. Кольцова. Опыт словаря. — 2-е изд., пераб. и доп. — Воронеж: ИПЦ ВГУ, 2012. — 184 с.
- Кольцова Л. М., Чуриков С. А. Поэтическое слово А. В. Кольцова в русской речи: монография. — Воронеж: ИПЦ ВГУ, 2013. — 144 с.
- Ласунский О. Г. Друзья мои — Кольцов и Никитин: Из записок собирателя / Олег Ласунский. — Воронеж; Киев, 2001. — 115 c.
- Лебедев Ю. Песни вещие Кольцова. — 1933.
- Лютый В. Кольцов - 200 // Литературная газета. — № 42. — 2009. Архивировано из первоисточника 23 октябрь 2009.
- Нестругин А. «ПУТЬ ШИРОКИЙ…» О Кольцове – своими словами // Русское воскресенье. — 2009.
- Некрасов А. И. Кольцов и народная лирика: (Опыт параллел. анализа). — Санкт-Петербург: тип. АН, 1911. — [2], 53 с.
- Огарков В. В. А. В. Кольцов, его жизнь и литературная деятельность : Биогр. очерк : С портр. Кольцова и алф. указ. его стихотворений, полож. на музыку. — Санкт-Петербург: тип. т-ва "Обществ. польза", 1891. — 96 с. — (Жизнь замечательных людей : Биогр. б-ка Ф. Павленкова).
- Песни, пословицы и поговорки, собранные А. В. Кольцовым / Воронеж. гос. ун-т, Филол. фак., Каф. теории лит. и фольклора, Лаб. народ. культуры им. С. Г. Лазутина; [сост. и науч. ред. Т. Ф. Пухова; авт. вступ. ст. В. М. Акаткин]. — Воронеж: ИПЦ ВГУ , 2009. — 199 с. : ил., ноты. — (Афанасьевский сборник; вып. 8). — Посвящается 200-летию со дня рождения А. В. Кольцова.
- Потехин П. Б. Памяти Алексея Васильевича Кольцова: Очерк и стихотворения П. Б. Потехина. — Санкт-Петербург: тип. Монтвида, 1910. — 16 с.
- Русский соловей: А. В. Кольцов в отечественной поэзии / А. В. Кольцов; Предисл., сост.и примеч. О. Г. Ласунского. — Воронеж: Изд-во ВГУ, 1979. — 197 с.
- Скатов Н. Гений в высшей степени // Литературная газета. — № 42. — 2009. Архивировано из первоисточника 23 октябрь 2009.
- Скатов Н. Н. Кольцов. — М.: Молодая гвардия, 1983. — 288 с. — (Жизнь замечательных людей).
- Скатов Н. Н. Кольцов. — 2-е изд. доп. — М.: Молодая гвардия, 1989. — 300 с. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 5-235-00371-3.
- Слово о Кольцове: русские советские писатели об А. В. Кольцове / сост. О. Г. Ласунский. — Воронеж: Центр.-Чернозем. кн. изд-во, 1969. — 126, [2] с.
- Современники о Кольцове. — Воронеж: Когиз, 1959. — 212 с.
- Сталинский Е. С. Кольцов и Сребрянский : [Очерк]. — Воронеж : тип. Губ. правл., 1868 (обл. 1869). — [2], 44 с.
- Стихотворения и письма А. В. Кольцова, изданные под редакцией А. И. Лященка: С биогр. очерком и прим. — Санкт-Петербург: Я. Соколов, 1895. — XVI. — 236 с.
- Тонков В. А. Кольцов А. В. : Жизнь и творчество / В. А. Тонков. — 2-е изд., перераб. и доп. — Воронеж: Книгоиздат, 1958. — 404 с.
- Шалыгин А. Кольцов, Алексей Васильевич // Русский биографический словарь : в 25 томах / Под наблюдением председателя Императорского Русского Исторического Общества А. А. Половцева. — СПб., 1903. — Т. 9: Кнаппе — Кюхельбекер. — 708 с.
- Ю. В. Лебедев. Кольцов Алексей Васильевич // Русские писатели. Биобиблиографический словарь / Под редакцией П. А. Николаева. — М.: Просвещение, 1990. — Т. 1. А — Л. — С. 353—356. — ISBN 5-09-003931-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексей Кольцов стихи в Антологии русской поэзии
- А. В. Кольцов на сайте «Литературная карта Воронежской области»
- Памятники А. В. Кольцову («Литературная карта Воронежской области»)
- Кольцовско-Никитинские дни литературы и искусства в Воронежской области ("Литературная карта Воронежской области)
- На могиле Кольцова восстановлен крест
- Виктор Хохряков читает стихи Алексея Кольцова
- Русская литература и фольклор
- сайт Прасол — молоизвестные факты из жизни русского поэта Алексея Кольцова(недоступная ссылка)
- 15 октябрҙә тыуғандар
- 1809 йылда тыуғандар
- Воронежда тыуғандар
- 10 ноябрҙә вафат булғандар
- 1842 йылда вафат булғандар
- Воронежда вафат булғандар
- Википедия:Мәҡәләлә Викикитапханаға һылтанмаһы булған мәҡәләләр
- Рус шағирҙары
- Воронеж шағирҙары һәм яҙыусылары
- Рәсәй империяһы шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Туберкулёздан үлеүселәр