Комиссаровка (Ҡыҙыл Сулин районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утар
Комиссаровка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Ҡыҙыл Сулин

Ауыл биләмәһе

Комиссаровское

Координаталар

48°06′57″ с. ш. 40°08′54″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

[[1798]]

Халҡы

#Н/Д[1] кеше ([[#Н/Д[2] йыл|#Н/Д[2]]])

Телефон коды

+7 86367

Почта индексы

346381

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 226 835 004

ОКТМО коды

60 626 435 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Комиссаровка (Рәсәй)
Комиссаровка
Комиссаровка
Комиссаровка (Ҡыҙыл Сулин районы) (Ростов өлкәһе)
Комиссаровка

Комиссаровка — Ростов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районындағы утар.

Комиссаровка ауыл биләмәһе составына инә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комиссаровка утары Ростов өлкәһе Ҡыҙыл Сулин районының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Казак есаулы Дмитрий Комиссаров утарға нигеҙ һалған. Дон Ғәскәре өлкәһе хәрби канцелярияһының 1798 йылдың 22 ғинуары билдәләмәһе буйынса йөҙ башы есаулға Илья Попов утарынан өҫтәрәк 39 крәҫтиәнен Лихая йылғаһы буйына күсереп ултыртырға рөхсәт бирелгән.

Бер аҙ ваҡыт ауыл Черкасск округының Федоровка улустарына ҡараған ауыл. ХХ быуат башында бында 426 йортта 1686 кеше йәшәй. Ауылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, сауҙа кибеттәре булған.

Комиссар ауылы кешеләренең бер өлөшө ер һөрөү менән, икенсе өлөшө таш күмер сығарыу менән шөғөлләнә. Бында күмерҙе ауылға нигеҙ һалғас та сығара башлағандар. Күмерҙе сығарыу өсөн башта тупраҡтың йоҡараҡ ҡатламы алынған, аҙаҡ күмер ятышынан ҙур киҫәктәр ватып алғандар һәм йорт ихтыяжы өсөн ҡулланғандар.

Ҡасабала таш күмер сығарылыу был тирәлә шахталар үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәүҙә күмерҙе бәләкәй генә шахтенка-«мышеловка» соҡоп алғандар, ә һуңғараҡ механизациялы сәнәғәт нигеҙендә сығара башлағандар. Совет власы йылдарында Комиссаровка шахтерҙар ҡасабаһына әүерелгән. Бында Комиссаровский шахта идаралығы ойошторола һәм уңышлы эшләп килә.

Граждандар һуғышы йылдарында ауыл кешеләре П. Ф. Романютенко етәкселегендә отряд ойошторалар. Был отряд башҡа төркөмдәр менән бергә совет власын яҡлай.

Һуғыштан һуң бергәләшеп ер эшкәртеү ширҡәте рәйесе П. З. Берков етәкселегендә «Ҡыҙыл партизан хеҙмәте» колхозы ойошторола. Бөйөк Ватан һуғышы бөтәһен дә юҡҡа сығара.

Комиссаровка ауылынан йөҙәрләгән кеше Тыуған илде һаҡлай. Уларҙың 138-е батырҙарса һуғышып Ватан өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡыла.

Комиссаровкалылар үҙ иптәштәрен һәм ҡасабаны 1942 йылдың йәйендә һаҡлаусы туғыҙынсы армияның 375-се батальон һалдаттарын хөрмәт менән иҫтә тота. Бөйөк еңеүҙең 40 йыллығына уларҙың ҡалдыҡтарын ҡайтанан ерләйҙәр. Ауыл мәктәбе янында совет һалдаты һәйкәле төҙөлә. Фронттағы батырлыҡтары өсөн ҡасабаның күп кешеләре хөкүмәт наградаларына лайыҡ булған, ә П. Я Колесников өс дәрәжә Дан орденының тулы кавалеры була.

Беҙҙең көндәрҙә биш Комиссаровка ауылы кешеһе яугир-афғансы, кесе сержант Игорь Пивоваров һалдат бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән[3].

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гагарин урамы,
  • Заречная урамы,
  • Тыныслыҡ урамы
  • Тау аҫты урамы
  • Фрунзе урамы,
  • Энгельс урамы,
  • Ҡоҙоҡ тыҡрығы,
  • Эшсе тыҡрығы.

Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Совет һалдаты һәйкәле (1985).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мякинченк, В. //Советтар власы.- 1991.- 16 ғинуар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Комиссаровка (Ҡыҙыл Сулин районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  2. Комиссаровка (Ҡыҙыл Сулин районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  3. Хутор Комиссаровка