Эстәлеккә күсергә

Мадрид Комплутенсе университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Комплутенсе университеты битенән йүнәлтелде)
Комплутенсе Мадрид университеты
Исеме

Universidad Complutense de Madrid

Асылған йылы

1499

ректор

Хосе Каррильо

Урынлашыуы

Мадрид, Испания Испания

Сайт

http://www.ucm.es

Комплутенсе университеты (Universidad Complutense de Madrid) — Испанияның иң ҙур юғары уҡыу йорто. Дәүләт университеты илдең баш ҡалаһы Мадридта урынлашҡан.

Университет 1499 йылда кардинал Франсиско Хименес де Сиснерос ҡурсалауында Алькала-де-Энарес (Алькаланың латин телендәге «Complutum» исеменән университет атамаһы килеп сыҡҡан) ҡалаһында нигеҙләнгән. Был ваҡытта 1293 йылдан эшләгән юғары мәктәпкә (Estudios Generales) университет статусы бирелгән. Уға нигеҙ һалыусы хөрмәтенә университет эмблемаһында аҡҡош (исп. cisne) һүрәтләнгән.

Алькала-де-Энарес университетында Мигель де Сервантес, Франсиско Кеведо, Тирсо де Молина, Кальдерон де ла Барка, Лопе де Вега кеүек Испания мәҙәниәтенең билдәле эшмәкәрҙәре, Иезуиттар орденын нигеҙләүсе Игнасио де Лойола уҡыған. Университет уҡытыусылары араһында билдәле испан филологы Антонио де Небриха булған, ул 1513 йылдан 1522 йылға тиклем риторика кафедраһын етәкләгән.

1836 йылда королева Изабелла II идара иткән ваҡытта университет Мадридҡа күсерелә һәм Үҙәк университет тип атала башлай.

1977 йылда Алькала-де-Энарес ҡалаһындағы университет та тергеҙелә һәм йәнә үҙ эшен башлай. Әлеге ваҡытта ике университеттың һәр береһе 1836 йылға тиклемге тарихты үҙ тарихы тип иҫәпләй[1][2].

1927 йылда Монклоа районында университет комплексы төҙөлә башлай.

Испанияла Граждандар һуғышы осоронда университет биналары емерелә, ғилми, художестволы һәм библиографик мираҫҡа ҙур зыян килтерелә. Сиудад-Университарий бинаһы янында Сиудад-Университарий өсөн алыш барған, уның иҫтәлегенә 1946 йылда Еңеү Аркаһы төҙөлгән.

1970 йылда Испания хөкүмәте юғары белем биреү реформаһы планын ҡабул итә һәм Үҙәк университет Комплутенсе Мадрид университеты тип үҙгәртелә, шул рәүешле үҙенең тарихи тыуған төйәгенең исемен үҙенә ҡайтара. Яҡынса ошо ваҡытта Сомосагуас кампусы ла төҙөлгән, унда социаль фәндәр өлкәһендәге факультеттарҙың күбеһе урынлашҡан һәм шул рәүешле Монклоа кампусын бер ни тиклем «бушатҡан».

1972 йылда университет составына ингәндәр:

  • фәлсәфә, филология, тәбиғәт фәндәре, юридик, медицина, фармацевтика, ветеринария, сәйәсәт һәм иҡтисад фәндәре факультеттары;
  • юғары махсус мәктәптәр: психология һәм психотехника, статистика, стоматология, суд медицинаһы, практик юриспруденция, холоҡ төҙәтеү-енәйәт хоҡуғы, сағыштырма хоҡуҡ, социология;
  • юғары технология мәктәптәре: архитектура, агрономия, авиация инженерҙары, сәнәғәт, аралашыу юлдары, диңгеҙ флоты, тау эше, элемтә һәм башҡалар.

2008 йылда университетта 77 меңдән ашыу студент уҡыған, 10 меңдән ашыу хеҙмәткәр, шул иҫәптән профессор-уҡытыусылар составында 6868 кеше һәм 4047 административ-ярҙамсы персонал эшләгән[3].

Испанияның иң абруйлы гәзиттәренең береһе — «El Mundo» гәзитенең 2009 йылғы рейтингы буйынса Комплутенс университеты Испания университеттары араһында беренсе урынды биләй[4]. The Times Higher Education рейтингы версияһы буйынса, 2010 йылда университет донъяла 269-сы урынды биләгән[5]. Донъя университеттарының Шанхай академия рейтингында (Academic Ranking of World Universities) 2010 йылда университет өсөнсө йөҙөнсө урындарҙа була[6].

  1. Официальный сайт Universidad Complutense de Madrid. Дата обращения: 14 август 2009. Архивировано 21 март 2010 года.
  2. Официальный сайт Universidad de Alcalá. Дата обращения: 18 декабрь 2011. Архивировано 17 март 2016 года. 2016 йыл 17 март архивланған.
  3. Официальный сайт Universidad Complutense de Madrid. Дата обращения: 14 август 2009. Архивировано 21 март 2010 года.
  4. Официальный сайт «El Mundo». Дата обращения: 18 август 2009. Архивировано 5 сентябрь 2018 года.
  5. Сайт QS Top Universities — World University Rankings
  6. Сайт Academic Ranking of World Universities — 2010. Дата обращения: 4 сентябрь 2011. Архивировано 2 сентябрь 2011 года.