Истанбул

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Константинополь битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Истанбул
төр. İstanbul
Sultan Ahmed Mosque Istanbul Turkey retouched.jpg
Ил

Төркиә

Вилайәт

Истанбул (ил)

Координаталар

41°00′36″ с. ш. 28°57′37″ в. д.HGЯO

Мэр

Кадир Топбаш

Нигеҙләнгән

б. э. тиклемге 667 йыл

Элекке исеме

330 йылға тиклем — Византий
450 йылға тиклем — Яңы Рим
1930 йылға тиклем — Константинополь

Майҙаны

5343 км²

НУМ бейеклеге

100 м

Рәсми теле

Төрөк

Халҡы

13 255 685 кеше (2010)

Тығыҙлығы

2480,9 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+90 212 (Европа өлөшө)
+90 216 (Азия өлөшө)

Почта индексы

34010-34850
80000-81800

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

muze.gen.tr
 (төр.) (инг.)

Истанбул (Төркиә)
Истанбул
Истанбул

Истанбу́л (төр. İstanbul; рус. Стамбул) — элек Византия, һуңынан Константинополь булараҡ билдәле. Төркиәнең иң ҙур ҡалаһы, илдең иҡтисади, тарихи һәм мәҙәни үҙәге, диңгеҙ порты. Бер үк исемле Истанбул иле [1] үҙәге. Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан. Ҡаланың ҙур өлөшө Европала, бәләкәйе — Азияла төйәкләнгән. Европалағы иң ҙур ҡала[2]. Баш ҡаланың Европа (төп) һәм Азия өлөштәре күперҙәр һәм тоннелдәр менән тоташтырылған. 15 миллиондан ашыу кеше йәшәгән Истанбул донъялағы иң тораҡлы ҡалаларҙың береһе булып тора. Рим, Көнсығыш Рим (Византия), шулай уҡ Латин һәм Ғосман империяларының элекке баш ҡалаһы. Төркиәнең баш ҡалаһы булып тормай. 1923 йылда, Төркиәнең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыштан һуң, илдең яңы баш ҡалаһы итеп Анкара һайлана. Ҡалала Төрки шураһы — төрки телле дәүләттәрҙе берләштереүсе халыҡ-ара ойошмаһының секретариаты урынлашҡан. Ҡара һәм Урта диңгеҙҙәр араһында стратегик позицияны биләй. Шулай уҡ тарихи Ебәк юлында урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге Истанбул ерендә тәүге кешеләр неолит дәүерендә үк йәшәй. Был тирәлә б.э. тиклемге 6700 йылдарҙа кешеләр йәшәгәне билдәле[4].

Византий[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Б.э. тиклем 685 йылда Грецияның Мегара ҡалаһынан күсенеүселәр Азия өлөшөндә Халкедон исемле ҡасабаға нигеҙ һала. Б.э. тиклем 667 йылдан ҡасаба Византий тип аталып йөрөй.

Рим Империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

324 йылда Рим империяһының императоры Бөйөк Константин Босфор боғаҙы янында урынлашҡан грек ҡаласығы Византий урынында яңы ,ҙур ҡала төҙөргә бойороҡ бирә. 330 йылда ул ҡалаға Яңы Рим исеме бирә, ләкин ул исем бик тиҙ онотола һәм ҡала мең йылдан артыҡ Константинополь тип аталып йөрөтөлә. Константинополь — Рим империяһының, һуңыраҡ Көнсығыш Рим империяһының (Византия империяһының) баш ҡалаһы булып китә. Географик һәм стратегик йәһәттән уңайлы урынлашыуы сауҙа үҫешенә һәм ҡаланың сәскә атыуына килтерә.

Ҡала Босфор боғаҙы ярында урынлашҡан, унан Ҡара диңгеҙ һәм Эгей диңгеҙе аша Европа-Азия сауҙа юлдары асыла. Әммә, шундай уңайлыҡтары арҡаһында бик күп тапҡыр дошман һөжүменә дусар ителә.

Ғосманлы империяһы осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XV быуатта солтан Мәхмәт II Константинополде яулап ала. Ҡануни ҡушаматлы Сөләймән идара иткән ваҡыт (15201566 йылдар) Истанбул өсөн «Алтын быуат» осоро тип иҫәпләнә. Ғосманлы империяһы~ өсөн оло әһәмиәткә эйә булыр дәрәжәлә ҙурайған Истанбулда яңы мәҙрәсәлар, мәсеттәр һәм йорттар төҙөлөшө үҫеш ала.

XV быуатта Истанбулға Европа мәҙәниәте, барокко һәм рококо архитектура стиле, Европаса тегелгән кейем һәм башҡа яңылыҡтар үтә башлай. Француз теле модаға инә.

1845 йылда даими үтеп булған Галат күпере, 1850 йылда Босфорҙа пароходтар йөрөй башлай. 1871 йылда трамвай юлы һалына, ә 1875 йылда бәләкәй генә метро — Тюнель асыла. 1889 йылда пассажир тимер юлы «Париж-Истанбул» («Көнсығыш экспресс») файҙаланыла башлай. XIX быуат аҙағына ҡалала заманса һыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһы сафҡа инә.

Süleymaniye Mosque exterior view.JPG
Sokollu Mehmet Pasha Camii exterior.jpg
İstanbul 5999.jpg
Istanbul -Rüstem Pasha Mosque- 2000 by RaBoe 01.jpg
Сөләймәниә мәсете Сөләймән I бойроғо буйынса 1550—1557 йылдарҙа төҙөлгән. Соколла Мәхмәт-паша мәсете. 1571—1572 йылдарҙа төҙөлгән. Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) байраҡ тотоусы Әйүп солтан мәсете. 1458 йылда төҙөлә. Константинополде алғас, ҡалала османдар тарафынан төҙөлгән тәүге мәсет. Рөстәм-паша мәсете. 1561—1563 йылдарҙа төҙөлә.
Twierdza Rumeli Istambuł RB1.jpg
Rumeli hisari.jpg
DSC04241 Istanbul - Museo archeologico - Foto G. Dall'Orto 28-5-2006.jpg
Bosfor B17-35.jpg
Topkapi Palace Bosphorus.JPG
Румелихисар ҡәлғәһе Мәхмәт II султан бойроғо буйынса 1452 йылда төҙөлгән. Константинополь яулау өсөн ҙур ярҙам итте. Румелихисар ҡәлғәһенән күренеш XIX буатта асылған Археология музейы (Осман Хамди-бей ярҙамы буйынса) Бейлербей һарайы. Яңы барокко стилендәге йорт 1861—1865 йылдарҙа төҙөлә. Ғосманлы солтандарының йәйге резиденцияһы. Ғосманлы солтандарының 1854 йылға тиклем резиденцияһы — Топҡапы Һарайы. 1465—1478 йылда төҙөлә.

Төркиә Йөмһүриәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1923 йылдың октябрендә төрөк милли хәрәкәт башлығы Мостафа Кәмал Ататөрк хакимиәткә килә һәм Төрөк Республикаһы иғлан ителә, баш ҡала функцияһы Анкараға тапшырыла.

Беҙҙең көндәрҙә Истанбул эре дини һәм мәҙәни үҙәк булып ҡала.

Мрамор диңгеҙенән Истамбулға панорама күренеше.
Is kuleleri 1.JPG
Atatürk Olimpiyat.jpg
AtaturkCulturalCenterIstanbul.jpg
Bosphorus Bridge.jpg
IstanbulSapphireOverall.jpg
Isbank Tower 1 башняһы 1998—2000 йылда төҙөлгән Олимпия стадионы. 2008 йылдағы Олимпия уйындарын үткәреү өсөн көрәш ваҡытта Төркиә стадионды төҙөй. Ләкин уйындар Пекинда үткәрелә. Абди Ипекчи Арена 1986 йылда асыла Ататөрк мәҙәни үҙәге Босфор боғаҙ аша беренсе аҫылма күпер.. 1970—1973 йылдарҙа төҙөлә Истанбул Сапфир

Белем алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала биш дәүләт университет эшләй: Истанбул университеты (140 мең студент уҡый), Истанбул техник университеты, Мәрмәр университеты (55 мең студент уҡый), Босфор университеты, Юлдуз Техник Университеты, Галатасарай университеты.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Истанбул Төркиәнең төньяҡ-көнбайышындағы Босфор боғаҙының ярындағы убаларҙа һәм көньяҡтан Мәрмәр диңгеҙе ярында урынлашҡан. Үҙ сиратында ҡаланы Алтын мөгөҙ ҡултығы ике өлөшкә бүлә. Ҡаланың майҙаны — 5 343 км².

Истанбул ифрат уңайлы урынға эйә — ҡала ике материк сигендә урынлашҡан, Европа менән Азияны тоташтырып тора, Ҡара диңгеҙҙән Мәрмәр диңгеҙгә һәм артабан Урта диңгеҙгә сығып була.

Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡышын Истанбулда уртаса температура +3 °C һәм 9 °C араһында. Ҡыш һалҡынса һәм еүеш. Истанбулда температура 21 көн самаһы 0 °C-тан түбәнерәк була. Һәр ҡыш тиерлек ҡар яуа[5].

Яҙ һәм көҙ һауа торошо йылы ғына, әммә тотороҡло түгел, ҡапыл һыуытып та, йылытып та ебәрә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 18,3 24,0 26,2 32,9 33,0 40,2 40,5 38,8 33,6 34,2 27,2 21,2 40,5
Уртаса максимум, °C 8,7 9,1 11,2 16,5 21,4 26,0 28,4 28,5 25,0 20,1 15,3 11,1 18,4
Уртаса температура, °C 5,9 5,9 7,6 12,1 16,7 21,0 23,4 23,6 20,2 16,0 11,9 8,2 14,3
Уртаса минимум, °C 2,9 2,8 3,9 7,7 12,0 16,0 18,5 18,7 15,5 12,0 8,5 5,3 10,3
Абсолют минимум, °C −10,4 −16,1 −7 −0,6 3,6 8,0 10,5 8,2 5,2 1,0 −4 −9,4 −16,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 101,2 79,3 69,8 45,4 35,2 37,5 38,9 48,9 62,7 100,8 108,5 124,5 850,3

Истанбул райондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙерге административ бүлем

Тарихи райондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европа:

Азия:

Солтанәхмәт районы панорамаһы

Административ бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Истанбул 39 илсәнән (муниципаль райондан) тора.

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Истанбулды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (Havalimani) (Европа яғында) һәм Сабиха Гёкчен исемендәге аэропорт (Азия яғында). Шулай уҡ ике тимер юл вокзалы ла бар. Сиркеджи тимер юл вокзалы (Европа яғында) Европаға регуляр рейстар бар. Хайдарпаша тимер юл вокзалынан (Азия яғында) Дамаскҡа, Багдадҡа һәм башҡа Азия ҡалаларына рейстар бар.

Atatürk International Airport 2013-01-04.jpg
056 Sirkeci.112006 resize.JPG
Haydarpaşa Terminal, 2006.JPG
Otogar istanbul panorama.jpg
Sabiha Gokcen Airport 15-2.jpg
Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (европа яғында) Сиркеджи тимер юл вокзалы (европа яғында) Хайдарпаша тимер юл вокзалы (азия яғында) Автовокзал Сабиха Гёкчен исемендәге аэропорт (азия яғында)

Истанбул метрополитены[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалала 2000 йылдан метрополитен эшләй. Уның составында 66 станция (2014 йыл).

М1А (күк) юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мостафа Кемаль Ататөрк исемендәге аэропорт (Havalimani)
  • Донъя Истанбул сауҙа үҙәге (DTM Istanbul Fuar Merkezi)
  • Енибоша (Yenibosna). Станция Енибоша микрорайонында урынлашҡан, Бахчелиэвлер районы.
  • Атакөй-Шириневлер (Ataköy — Şirinevler). Станция Шириневлер микрорайонында урынлашҡан, Бахчелиэвлер районы.
  • һәм башҡа
Истанбул метрополитены схемаһы

Туғанлашҡан-ҡалалар[6][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Istanbul Galata Tower 2005-05-30.jpg
Basilica Cistern Istanbul.JPG
Valentin aqueduc stambul.jpg
Second Court Topkapi 2007 80.JPG
Car bed kap deu1.jpg
Галата башняһы Еребатан ер аҫты һыу һаҡлағысы Валент акведугы Византий Акрополь колонналары, Топкапа һарайы Константинополь кәлғәһенең реставрацияланған стена

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Төркиәнең административ бүленеше
  2. Крупнейшие города Европы
  3. Michael Dumper; Bruce E. Stanley. Cities of the Middle East and North Africa: A Historical Encyclopedia (англ.). — ABC-CLIO, 2007. — P. 320. — ISBN 978-1-57607-919-5
  4. Istanbul’s ancient past unearthed
  5. Weatherbase.com — Historical Weather for Istanbul, Turkey
  6. Sister Cities of Istanbul — Turkey 2009 йылдың 27 май көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 356
рус.англ.фр.