Коньков (Боков районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утар
Коньков
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Боков районы

Ауыл биләмәһе

Боковское

Координаталар

49°15′45″ с. ш. 41°49′50″ в. д.HGЯO

Халҡы

378 человек ([[2011 йыл|2011]])

Телефон коды

+7 86382

Почта индексы

346250

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 207 811 008

ОКТМО коды

60 607 411 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Коньков (Рәсәй)
Коньков
Коньков
Коньков (Боков районы) (Ростов өлкәһе)
Коньков

Коньков — Ростов өлкәһе Боков районындағы утар.

Ростов өлкәһе Боков ауыл биләмәһе составына инә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коньков утары Ростов өлкәһенең төньяғында Ильинка йылғаһының Чир йылғаһына ҡойған урынында Боковская станицаһынан төньяҡтараҡ 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан .

Урамдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коммуна урамы
  • Коньков урамы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Коньков утары янында дошман позицияларына һөжүм иткәндә осоусы Нуркен Абдирович Абдиров — Советтар Союзы Геройы һәләк була.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утар халҡы 378 кеше (2011 йылдың 1 ғинуарына), иҫәптә 119 йорт хужалығы бар.

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утарҙа Коммуна Һәм Коньковурамдары, Чкалов тыҡрығы бар. Закрыта Коньков башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе(Коньков урамы, 34а йорт) ябылған. Был йортто ауыл биләмәһе хакимиәте бер нисек тә һата алмай[1].Ауылда аҙыҡ палаткаһы, ике артезиан скважинаһы бар. Ауылға газ индереү ҡаралған.

Иҫтәлекле урын[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ике һәйкәл бар.

Ростов өлкәһе территорияһында неолитосоронда уҡ кешеләр йәшәгән. Уларҙың йылға буйҙарында йәшәгәндәре емеш-еләк йыйыу, балыҡ тотоу менән шөғөлләнгән[2]. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ дала малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур көтөүлек була. Шул ваҡыттарҙа йәшәп, вафат булған кешеләрҙең ҡәберлектәре бында бик күп.Ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр дәүләт тарафынан закон буйынса һаҡлауҙа тора. Боков районы Коньков утары янында бер нисә иҫтәлекле урын — археологик ҡомартҡылар бар. Улар «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» 25.06.2002 Федераль закондың 73-ФЗ ҡарарына һәм 25.06.2002 «Ростов өлкәһе халыҡтары мәҙәни мираҫы (тарих һәм мәҙәниәт һәйкәле) тураһындағы» Ростов өлкәһе Дәүләт башлығы 178-ЗС ҡарарына ярашлы рәүештә дәүләт тарафынан һаҡлауға алынған.

Коньков утары янында 17 ҡурған тора. Улар Ростов өлкәһе (21.02.1997)51-се ҡарарына ярашлы рәүештә археология һәйкәлдәренә ҡарай һәм дәүләт һаҡлауы аҫтында тора[3]. Улар араһында бар:

  • Ҡурған «Коньков I». Коньков утарынан көнбайыштараҡ 120 метр алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған «Коньков II». Коньков утарынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 1,6 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған «Коньков IV». Коньков утарынан 3,25 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған «Коньков V». Коньков утарынан 4,3 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған «Коньков VI». Коньков утарынан 5,9 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған «Коньков VIII». Коньков утарынан 9,75 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған «Коньков IX». Коньков утарынан 10,75 км алыҫлыҡта тора.
  • Ҡурған төркөмө «Коньков III» (2 ҡурған). Утарҙан 2,1 алыҫлыҡта тора[4].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Ҡалып:Боковский район Ростовской области


Ҡалып:Rostov-obl-geo-stub