Копер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Копер
слов. Koper
итал. Capodistria
ФлагГерб
Рәсем
Рәсми атамаһы Koper һәм Capodistria
Этнохороним capodistriani
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Словения
Административ үҙәге Обално-Крашка[d] һәм Копер[d]
Административ-территориаль берәмек Копер[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Халыҡ һаны 25 753 кеше (1 ғинуар 2020)[1]
Ир-егеттәр 13 256[2]
Ҡатын-ҡыҙҙар 12 497[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 3 ± 1 метр һәм 15 метр
Туғандаш ҡала Керкира[d], Муджа[d], Феррара[d], Сан-Дорлиго-делла-Валле[d], Бузет[d], Һамар, Жилина, Цзюцзян[d], Сент-Джон[d], Чешмә, Прилеп[d] һәм Никшич[d][3]
Сиктәш Муджа[d] һәм Сан-Дорлиго-делла-Валле[d]
Мираҫ статусы словенский памятник локального значения[d][4]
Майҙан 13 км²
Почта индексы 6000
Рәсми сайт koper.si
Коллаж
Урындағы телефон коды 05
Номер тамғаһы коды KP
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Koper[d]
Карта
 Копер Викимилектә

Ко́пер (слов. Koper, итал. Capodistria) — Словенияның көньяҡ-көнбайышында, Истрия ярымутрауында, Адриатик диңгеҙенең Копер ҡултығының яр буйындағы ҡала. Ҡала хор йырлауын һөйөүселәр араһында билдәле, бында бихисап музыка һәм фольклор фестивалдәре уҙғарыла.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Копер — утыҙ километрға һуҙылған Словения яр буйының иң ҙур ҡалаһы. Ҡала Италия сиге һәм Триест ҡалаһы янында урынлашҡан, Словенияның диңгеҙ буйында урынлашҡан башҡа ҡалалары — Изола (Izola), Пиран (Piran) һәм Порторож (Portorož) — Коперҙан көньяҡҡа табан сылбыр булып һуҙылған.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡала халҡының иҫәбе 24 979 кеше (12 358 ир-егет һәм 12 621 ҡатын-ҡыҙ) тәшкил итә. Элек Копер халҡыың ҙур өлөшө итальян телендә арашҡан (1900 йылғы мәғлүмәттәр буйынса — 92 %). Хәҙерге ваҡытта община рәсми рәүештә ике телле: итальян теле хоҡуҡтарҙа словен теле менән тиңләшкән. Югославия осоронда итальяндарҙың Истриянан күпләп эмиграцияға китеүҙәренә ҡарамаҫтан, улар ҡала халҡы составында 10 %-тан ашыу тәшкил итә.

Община халҡының туған теле (2002 йыл):[5]

  • Словен — 74,14 %
  • Хорват — 8,04 %
  • Сербо-хорват — 4,02 %
  • Босний — 2,76 %
  • Серб — 2,67 %
  • Итальян — 2,23 %
  • Албан — 0,50 %
  • Македон — 0,48 %
  • Башҡа телдәр: 5,16 %

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Копер антик грек торамаһынан үҫкән, ул Аэгида исеме аҫтында билдәле булған. Боронғо Рим дәүерендә Каприс тип аталған, унан ҡаланың хәҙерге атамаһы килеп сыҡҡан. 568 йылда Тергестум (Триест) торамаһының халҡы лангобардтар ябрылыуынан Каприста йәшенгән. Бер ни тиклем ваҡыт ҡала Византия императоры Юстиниан II хөрмәтенә Юстинополь атамаһын йөрөткән.

VII—VIII быуаттарҙа ҡала ауыр осор кисергән, уны франктар, лангобардтар һәм славян ҡәбиләләре баҫып алған. VIII быуатта ҡалала христиан епархияһы барлыҡҡа килгән. XI быуатта ҡала Венеция менән Изге Рим империяһы араһындағы көрәштә йәлеп ителгән. Копер империяға булышлыҡ күрһәткәне өсөн, император Конрад II ҡалаға ҡайһы бер өҫтөнлөктәр биргән.

1278 йылда ҡала Венеция республикаһына ҡушылған. Венеция составында ҡала сәскә атыу осорон кисергән, ул Истрия ярымутрауының иң ҙур ҡалаһына һәм портына әүрелгән, шунлыҡтан уның исеме лат. Caput Histriae (Истрияның төп ҡалаһы, һүҙмә-һүҙ — «Истрияның башы») тип үҙгәртелгән. Был һүҙбәйләнештән ҡаланың итальян атамаһы — Каподистрия барлыҡҡа килгән. 1797 йылда Венеция республикаһы ҡолағандан һуң, Копер Австрия империяһы составына ҡушылған. 1805—1813 йылдарҙа ҡаланы Наполеон ғәскәрҙәре контролдә тотҡан, ә 1813 йылда Копер йәнә Австрия составына кергән.

Беренсе донъя һуғышынан һуң Копер барлыҡ Истрия ярымутрауы менән бергә Италияға күскән, шул уҡ ваҡытта ҡалған Далмация Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге (һуңыраҡ Югославия короллеге) составына кергән. Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡала Триест ирекле территорияһының «B» зонаһы составына ингән, уны Югославия контролдә тотҡан, бынан һуң итальяндарҙың күп өлөшө Италияға эмиграциялаған. 1954 йылда Триест ирекле территорияһы бөтөрөлгән, ә Копер Югославияның бер өлөшө булып киткән. 1991 йылда Югославия тарҡалғас, ҡала бойондороҡһоҙ Словенияның бер өлөшө булып киткән.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коперҙа урынлашҡан Словениялағы берҙән-бер сауҙа порты ҡала һәм дәүләт иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, бында Яҡын Көнсығыштан, Япониянан һәм Корея Республикаһынан йөктәр менән караптар килә.

1954 йылда сәнәғәтселәр төркөмө тарафынан ҡалала мотоциклдар эшләү өсөн Tomos компанияһына нигеҙ һалына. Заводтың беренсе генераль директоры Франк Пекарь була. Завод 1959 йылда асылған, уны асыу тантанаһынжа Югославия президенты Иосиф Броз Тито ҡатнашҡан. Tomos Puch SG 250 — компанияның тәүге мотоциклы була. Завод төрлө класслы һәм модификациялы мотоциклдар, мопедтар, скутерҙар (мотороллерҙар), Colibri тип аталған мопедтар серияһы бер ни тиклем билдәлелек яулай. 1973 йылдан һуң Tomos компанияһының барлыҡ мотоциклдары һәм мопедтарына Словения етештергән двигателдәр ҡуйылған. 1980 йылда Tomos заводының ике тәгәрмәсле транспорт сараларының бөтә модель рәте яңыртылған. 1980-се йылдарҙа завод билдәле «Tomos C5 Sport» спорт моделен һәм «Tomos C5 Touring» турист модификацияһын сығарған[6].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Преторий һарайы
Лоджиа һарайы
  • Преторий һарайы — Коперҙың иң билдәле бинаһы, венециан готикаһы стилендәге һарай (1464 йыл). Ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
  • Лоджиа һарайы Преторий һарайына ҡаршыһында урынлашҡан. Бинала кафе һәм художестволы галерея. (XV быуат).
  • Ротонда вознесения (XII быуат) — ҡаланың иң боронғо бинаһы.
  • Успение Богоматери кафедраль соборы (XV быуат). Соборҙа ҡала ҡурсалаусыһы изге Назарийҙың төрбәһе урынлашҡан.
  • Армеригонья, Бельграмони-Такко, Тотто һәм башҡа затлы венециан ғаиләләрҙең һарайҙары.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коперҙа Словенияның берҙән-бер сауҙа порты урынлашҡан. Ҡала илдең баш ҡалаһы Любляна менән яңы заман шоссеһы аша, шулай уҡ Италияның Триест ҡалаһы һәм Хорватияның Истрияһы менән яр буйы юлдары аша тоташҡан. Автобустар даими рәүештә Люблянаға, Словенияның, Хорватияның һәм Италияның күршеләш ҡалаларына йөрөй. Коперҙа шулай уҡ тимер юл станцияһы бар, әммә автомобиль һәм диңгеҙ транспорты менән сағыштырғандатимер юл бик аҙ файҙаланыла.

Спорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалала Словения лигаһының «Копер» футбол клубы урынлашҡан.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Витторе Карпаччо — итальян рәссамы.
  • Пьетро Паоло Верджерио — итальян реформацияһы эшмәкәре.
  • Пьетро Паоло Верджерио өлкән — итальян гуманисы.
  • Санторио — итальян физиологы, анатом, уйлап табыусы.
  • Андреа Клепач — спортсы.
  • Тинкара Ковач — йырсы.
  • Младен Рудоня — футболсы.
  • Леа Сирк — йырсы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]