Копин Роман Валентинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Копин Роман Валентинович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (48 йәш)
Тыуған урыны Кострома, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, предприниматель
Биләгән вазифаһы губернатор Чукотского автономного округа[d]
Уҡыу йорто Түбәнге Новгород идара итеү институты[d]
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены
Commons-logo.svg Копин Роман Валентинович Викимилектә

Копин Роман Валентинович (5 март 1974, Кострома, РСФСР, СССР) — Рәсәй сәйәсмәне. 2008 йылдың 13 июленән Чукотка автономиялы округы губернаторы (2008 йылдың 3 июленән 13 июленә тиклем һәм 2013 йылдың 23 июленән 24 сентябренә тиклем Чукотка автономиялы округы губернаторы вазифаһын башҡарыусы). «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы[1]. .

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1974 йылдың 5 мартында Костромала тыуған. Кострома ҡалаһының 34-се лицейын тамамлай. 1994 йылда Түбәнге Новгород өлкәһе йәштәр инициативалары үҙәге директоры урынбаҫары була. 1995 йылдан — юридик бүлек инспекторы, ә һуңынан Кострома таможняһы ҡағиҙәләрен боҙоу тураһында ҡарарҙарҙы үтәү буйынса төркөм етәксеһе булып эшләй. Һуңыраҡ «СБС-агро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коммерция банкының Кострома төбәк филиалында эшләй. 1996 йылда Волга-Вятка дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлай.

Сәйәси эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1999 йылда Чукотка автономиялы округы губернаторының кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә. 2001 йылда Чаун районы башлығы, ә 2003 йылда — Чукотка автономиялы округының Билибино районы башлығы итеп һайлана.

2008 йылдың апрелендә Чукотка автономиялы округының губернатор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, Чукотка автономиялы округының сәнәғәт һәм ауыл хужалығы сәйәсәте (сәнәғәт, энергетика, транспорт, элемтә, яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш, архитектура, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, дәүләт техник күҙәтеүе, ауыл хужалығы, ветеринария, сауҙа, аҙыҡ-түлек һәм балыҡсылыҡ, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау) департаментын етәкләй.

2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһын «Финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса тамамлай.

Владимир Путин менән Роман Копиндың эш осрашыуы, 4 июнь, 2015 йыл

2008 йылдың 3 июлендә, Чукотка губернаторы Роман Абрамовичтың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылғандан һуң, Чукотка автономиялы округы губернаторы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә.

2008 йылдың 11 июлендә Рәсәй Президенты Чукотка автономиялы округы Думаһына өлкә губернаторы вәкәләттәрен биреү өсөн Р. Копин кандидатураһын тәҡдим итә, 13 июлдә округ парламенты депутаттары бер тауыштан президент тәҡдим иткән кандидатураны хуплай. 2008 йылдың 24 июлендә Роман Копин Чукотка губернаторы вазифаһына инә[2].

2008 йылдың 1 декабренән 2009 йылдың 25 майына тиклем һәм 2012 йылдың 4 ғинуарынан 28 июленә тиклем — Рәсәй Федерацияһы дәүләт Советы Президиумы ағзаһы [3][4][5][6]..

2013 йылдың 8 сентябрендә Чукотка автономиялы округы губернаторы итеп һайлана. 24 сентябрҙә ант ҡабул итә һәм рәсми рәүештә вазифаһын биләй.

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Чукотка төбәк округы сәйәси Советы ағзаһы.

Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ҡыҙы Аринаны һәм улы Михаилды [7]..

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почет ордены
  • «Рәсәй Федерацияһы оборонаһын нығытыуға индергән өлөшө өсөн» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы, 2019)[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Бюро Высшего совета Партии. Единая Россия. 15 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  2. Р. Копин вступил в должность губернатора Чукотки. 24.07.2008 РБК. Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 июнь 2015. 4 июнь 2015 тикшерелгән.
  3. Распоряжение Президента Российской Федерации от 01.12.2008 г. № 728-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации».
  4. Распоряжение Президента Российской Федерации от 25.05.2009 г. № 326-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации».
  5. Распоряжение Президента Российской Федерации от 04.01.2012 г. № 6-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации».
  6. Распоряжение Президента Российской Федерации от 28.07.2012 г. № 343-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации».
  7. Иван Голунов Высокопоставленные наследники – 2  (рус.). Slon.ru (2011-01-13). 15 ноябрь 2013 тикшерелгән.
  8. Глава российского военного ведомства вручил награды за взаимодействие с Минобороны / [[mil.ru]], 22 ноября 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]