Коптяева Антонина Дмитриевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Коптяева Антонина Дмитриевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 25 октябрь (7 ноябрь) 1909
Тыуған урыны Рәсәй, Амур өлкәһе, Зейский район[d]
Вафат булған көнө 12 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Хәләл ефете Панфёров, Фёдор Иванович[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты[d]
Жанр Роман
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталинская премия «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Антонина Дмитриевна Коптяева (19091991) — урыҫ совет яҙыусыһы, өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Д. Коптяева 1909 йылдың 25 ноябрендә (7 ноябрь) үҙенең атаһының Южный приискыһында (хәҙерге Амур өлкәһе Зейский районы) тыуған. 1926 йылдан башлап Алдан приискыларында контора хеҙмәткәре булып эшләй.

1932 йылда ире Карл Янович Зейтэ менән Колымаға бара, ул унда һөргөнгә ебәрелгән була (Дальстрой производство бюроһы начальнигы урынбаҫары булып эшләй, һуңынан атып үлтерелә).

Тәүге хикәйәһе 1935 йылда баҫылып сыға. 1939 йылдан А. М. Го́рький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый (һуғыш ваҡытында өҙөклөктәр менән, госпиталдә эшләй), уны 1947 йылда тамамлай. 1958—1990 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, 1971 йылдан — шулай уҡ СССР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы була.

Икенсе ире — яҙыусы Ф. И. Панферов.

Мәскәүҙә йәшәй. А. Д. Коптяева 1991 йылдың 12 ноябрендә вафат була. Мәскәүгә яҡын Аксиньинский зыяратында ерләнгән[1].

Иң билдәле әҫәре — табип-нейрохирург И. И. Аржановтың тормошо тураһында трилогия («Иван Иванович», «Дружба», «Дерзание»). Ун йылдан артыҡ Граждандар һуғышы ваҡиғалары тураһындағы «На Урал-реке» романы өҫтөндә эшләй (1971—1986), ул тамамланмай ҡала.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Колымское золото, 1936 (А. Зейтэ тип ҡул ҡуя)

- Были Алдана, 1937 (А. Зейтэ)

- Фарт, 1941 (приискыларҙағы тормош тураһында роман)

- Товарищ Анна, 1946 (ҡатын-ҡыҙҙың ғаилә проблемалары тураһында роман, 1947 йылда сәйәсәткә битараф булыуҙа шелтәләгәндән һуң һиҙелерлек эшкәртелгән)

- трилогия

-- Иван Иванович, 1950 (ваҡиғалар Якутияла һуғыштан алдағы йылдарҙа бара)

-- Дружба, 1954 (ваҡиғалар Сталинград һуғышы ваҡытында бара)

-- Дерзание, 1958 (һуғыштан һуңғы осор тураһында)

- Дар земли, 1965

- На Урале-реке

-- 1-се китап. — 1971

-- 2-се китап // Молодая гвардия. — 1978. — № 2—5

- Һайланма әҫәрҙәр, 6 томда . 1972—1975; 1988—1989.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1950) — «Иван Иванович» романы өсөн (1949)

- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (09.11.1959; 20.11.1969)

- Халыҡтар дуҫлығы ордены (06.11.1979)

- «Почёт Билдәһе» ордены

- миҙалдар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Казак В. Лексикон русской литературы XX века = Lexikon der russischen Literatur ab 1917 / [пер. с нем.]. — М. : РИК «Культура», 1996. — XVIII, 491, [1] с. — 5000 экз. — ISBN 5-8334-0019-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Коптяева, Антонина Дмитриевна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Коптяева, Антонина Дмитриевна в каталоге «Библус»
  • Коптяева, Антонина Дмитриевна: фонд в РГАЛИ
  • Фотография могилы