Эстәлеккә күсергә

Копьёв Михаил Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Копьёв Михаил Васильевич
рус. Михаил Васильевич Копьёв
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 19 август 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Вологда, Рәсәй
Һөнәр төрө рәссам
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы Дуҫлыҡ ордены
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Копьев Михаил Васильевич (13 май 1947 йыл19 август 2017 йыл, Вологда) — рәссам, график, театр рәссамы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Копьев Михаил Васильевич 1947 йылдың 13 майында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый һәм уҡыта. 1979 йылда Ленинградта сәнғәт академияһында стажировка үтә.

1980 йылдан — Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (1998). 1986 йылдан алып Вологда ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Вологода дәүләт техник университеты архитектура һәм дизайн кафедраһы доценты.

2017 йылдың 19 авгусында Вологда ҡалаһында вафат була.

Дипломанты:

  • Бөтә Рәсәй «Рәсәй» художество күргәҙмәһе (Киров, 1999);
  • Композитор В. А. Гаврилин мираҫы буйынса комиссия (Санкт-Петербург, 2001);
  • «Российский Север» күргәҙмәһе (Вологда, 2003; Новгород, 2009);
  • «Феродиз-2005» дизайн фестивале (Кавказ Минераль Һыуҙар, проект етәксеһе).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Вологда өлкәһе буйынса мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006).
  • Дуҫлыҡ ордены (2008)
  • Рәсәй Рәссамдар союзының алтын миҙалы (2009).

«Русская эмиграция: люди и судьбы» проекты идеяһы авторы (2001—2005). Проект урыҫ эмиграцияһының беренсе тулҡыны вәкилдәре портреттарын һәм уларҙың хәтирәләрен яҙыуҙы үҙ эсенә ала. Урыҫ эмиграцияһына арналған баҫтырып сығарылған китаптар проекттың һөҙөмтәһе булып торалар, улар Рәсәй дәүләт китапханаһында (Мәскәү), И. С. Тургенев исемендәге Урыҫ китапханаһында (Париж) һаҡланалар.

Рәссамдың әҫәрҙәре ҡуйылған:

  • Нестеров исемендәге Өфө художество музейында
  • Вологда картиналар галереяһында
  • Череповецкий художество музейында
  • Н. А. Ярошенко исемендәге Кисловодск музей-усадьбаһында
  • Харовск, Тотьма, Устюжна, Кадников тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарында
  • Е. М. Луниндың (Череповец) шәхси галереяһында һәм «Красный мост» галереяһында (Вологда) .
  • «Русское Зарубежье» китапхана-Фондта (Мәскәү)
  • Рәсәй Мәҙәниәт Фонды (Мәскәү ҡалаһы);
  • Тотьма художество берекмәһендә;
  • Алета Михолетос (КАР), «Альрусс» (Австрия), «Arsima» (Франция) галереяларында.

Рәссамдың ҡайһы бер әҫәрҙәрен БАССР, СССР мәҙәниәт министрлығы һәм Люксембург Мәҙәниәт Министрлығы ала. Картиналарының күпселек өлөшө — Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында шәхси коллекцияларҙа, шулай уҡ Франция, Германия, Люксембург, Англия, Израиль, АҠШ һәм КАР кеүек сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡланалар.

Рәссамдың әҫәрҙәре Бөтә союз, төбәк күргәҙмәләрендә; Өфө, Вологда, Мәскәү һәм Санкт-Петербург сәнғәт үҙәктәрендә, Германияла, Люксембургта, Болгарияла, Францияла халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡуйыла. Ижады күп тапҡырҙар «Арт-Манеж» (Мәскәү) халыҡ-ара йәрминкәлә тәҡдим ителә. Ижади эшмәкәрлеге дәүерендә рәссам үҙебеҙҙең илдә һәм сит илдәрҙә 50-гә яҡын шәхси күргәҙмә үткәргән, улар араһында Өфөләге (рәссамдар Союзы), Вологдалағы (ВОКГ), Мәскәүҙәге (Үҙәк рәссамдар йортонда), Люксембургтағы (Люксембург мәҙәниәт министрлығы) шәхси күргәҙмәләре.