Корела (ҡәбилә)
Корела | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|
Корела — Урта быуаттарҙа, нигеҙҙә, Карел муйынында һәм Төньяҡ Ладога буйында йәшәгән боронғо Балтик буйы-фин ҡәүеме.
Килеп сығыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Карелдарҙаң килеп сығышы буйынса төрлө фараздар бар. В. И. Равдоникас карелдарҙың ата-бабалары Көнсығыш Ладога буйынан килгән тип һанай. X. Киркинен карелдарҙың килеп сығышын чудь һәм вепс ҡәбиләләренең үҙ-ара мөнәсәбәте һөҙөмтәһе итеп күрә[1].[2].
Д. В. Бубрих корелаларҙың ата-бабалары араһында шулай уҡ весь ҡәүемен атай (дьяк археологик мәҙәниәте).
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр (К. А. Нордман, А. С. Жербин, И. П. Шаскольский) үҙенсәлекле карел мәҙәниәте иһә беҙҙең эраның I мең йылдарында уҡ (иртә Урта быуат) булған тип һанай.
VI быуатта саамдар йәшәгән Карел муйынына көнбайыш Ингриянан емь ҡәүеме күсенгән, ә һуңынан IX быуатта уларға көньяҡ Ладога буйынан (вепстар йәшәгән) күп һанлы күсенеүселәр ҡушылған, тигән фекерҙәр бар.[3]
Тарихи осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]X быуаттан (археологик мәғлүмәттәр буйынса) Карел муйынында Корела ҡалаһы (хәҙерге Приозерск) — корела ерҙәренең административ үҙәге булған. Новгород документтарында Водь пятинаһының Карелия өлөшө тип көньяҡ Ладога буйында Волхов йылғаһының көнбайышҡа табан территорияһы һаналған[4].
Корелалар тәүге тапҡыр Боронғо Новгород туҙ яҙма сығанаҡтарында 1075—1100 йылдарҙа телгә алына (№ 590)[5]
XII быуаттағы корела ерҙәрендә Новгород республикаһы Обонег пятинаһы составында феодаль ҡоролош урынлаштырыла.
Йылъяҙмаларҙа корелдар беренсе тапҡыр 1143 йыл телгә алына. Тарихсылар ул заман ҡәбиләһен Карел муйынында, төньяҡ Ладога буйында урынлашҡан тип һанай.
1227 йылда Новгород кенәзе Ярослав Всеволодович корелаларға номиналь суҡындырыу үткәрә[6], ләкин ғәмәлдә, һәр хәлдә, Ладога буйы карелдары мәжүси булып ҡалыуын дауам иткән.
XIV быуатҡа корелалар төркөмдәре, Аҡ диңгеҙҙән башлап (Төньяҡ Двина тамағында) Ботния ҡултығына тиклем төньяҡҡараҡ таралған.
XIV быуат аҙағында — XV быуат башында Валаам һәм Коневец монастырҙары нигеҙләнә һәм миссионер эшмәкәрлеген башлай[7]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ С. Кочкуркина. Прибалтийско-финские народы России М. Наука 2003
- ↑ С. Кочкуркина. Прибалтийско-финские народы России М. Наука 2003
- ↑ Рождение народа
- ↑ О пятинах и погостах новгородских, 58-59
- ↑ Письменные известия о племенах Карелии
- ↑ Кочкуркина С. И. Карелия и Финляндия в эпоху средневековья (историко-культурные связи) // Учёные записки Петрозаводского государственного университета.— Петрозаводск.— № 4.— декабрь 2008 года.— С.12.
- ↑ http://lib.pushkinskijdom.ru/default.aspx?tabid=10583
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Корелы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- [ Корела (племя)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Панкрушев Г. А. Племена Карелии в эпоху неолита и раннего металла. — М.,Л.: Наука, 1964. — 150 с.:табл.
- Кочкуркина С. И. Корела и Русь / Отв. ред. А. Н. Кирпичников. — Л.: Наука, Ленингр. отд-ние, 1986. — 144 с. — (История нашей Родины). — 28 000 экз.
- А. И. Сакса 100 лет археологического изучения корелы // Современное финно-угроведение. Опыт и проблемы. — Л., 1990.
- Кочкуркина С. И. Народы Карелии: история и культура. 2-е издание. Петрозаводск, 2005.- 208 с.
- Х. Киркинен, П. Невалайнен, Х. Сихво. История карельского народа. Петрозаводск, 1998.