Корнилаев Сергей Григорьевич
Уҡыу көйләүҙәре
| Корнилаев Сергей Григорьевич | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Спортта ил өсөн сығыш яһай |
|
| Тыуған көнө | 20 февраль 1955[1] (70 йәш) |
| Тыуған урыны | Сыуаш-Ҡобау, Иглин районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | көрәшсе |
| Спорт командаһы ағзаһы | Трудовые резервы[d] |
| Спорт төрө | Спорт көрәше[d] һәм ирекле көрәш |
| Ҡатнашыусы | Йәйге Олимпия уйындары 1980 |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
| Бейеклеге/буйы | 154 сантиметр |
| Масса | 48 килограмм |
Корнилаев Сергей Григорьевич (20 февраль 1955 йыл) — СССР-ҙың ирекле стилдәге көрәшсеһе. 48 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында «Хеҙмәт резервтары» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978), дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1978, 1979, 1981, 1982), Европа чемпионы (1984), XXII олимпия уйындарының бронза призеры (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Григорьевич Корнилаев 1955 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Сыуаш-Ҡобау ауылында сыуаш ғаиләһендә тыуған.
«Витязь» спорт клубының (Мәскәү) Почетлы президенты, Мәскәү ирекле көрәш федерацияһының попечителлек советы рәйесе.
Йыл һайын көрәшсе хөрмәтенә үткәрелә:
- Ирекле көрәш буйынса Сергей Григорьевич Корнилаев исемендәге халыҡ-ара турнир (Мәскәү, «Хеҙмәт резервтары» спорт комплексы),
- Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына Бөтә Рәсәй турниры (Сыуаш Республикаһы, Канаш районы).
- Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына республика турниры (Башҡортостан Республикаһы, Иглин районы).
- Ирекле көрәш буйынса Яңы йыл турниры (Мәскәү, Перово, «Луч» спорткомплексы).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Корнилаев Сергей Григорьевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
- Сергей Корнилаев 2020 йыл 18 апрель архивланған.Сергей Корнилаев — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(англ.)
- Сергей Корнилаев в «Чувашской энциклопедии»
- ↑ Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2