Королев һәм Гагарин һәйкәле (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һәйкәл
Королев һәм Гагарин һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Чехов урамы, 22
Скульптор Комов Олег Константинович
Төҙөлөшө 1975—??? йылдар

Координаталар: 47°12′18″ с. ш. 38°56′21″ в. д. / 47.205222° с. ш. 38.939250° в. д. / 47.205222; 38.939250 (G) (O) (Я)

Королев һәм Гагарин һәйкәле — скульптор Комов Олег Константинович ижад иткән Юрий Гагарин һәм Сергей Королёвтың бронза скульптураһы, Таганрогта Чехов урамындағы Көньяҡ Федераль университеттың инженер-технология академияһы корпусы алдында ҡуйылған.

Скульптура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гагарин, Королёвтан айырмалы рәүештә, оҙон буйлы түгел, ә беренсе космонавтарҙы буйы 1,65 м-ҙан артмағандарын һайлап алғандар. Ләкин автор, донъяла беренсе космосҡа осоуҙың һәм СССР-ҙың бөтә донъяға данын таратҡан кешенең мөһимлегенә баҫым яһарға теләп, был фактты иҫәпкә алмай, һәм Гагаринды хатта Королевтан бейегерәк итеп әүәләй[1]. Скульптураның плинтына артҡы һул мөйөшөнә «О.Комов 75 г.» тигән яҙыу яҙып ҡуйылған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таганрогта был скульптураның барлыҡҡа килеүенең төп инициаторы Таганрогтың почетлы гражданы[2], Таганрог радиотехника институтының элекке хеҙмәткәре, ә аҙаҡ партия һәм дәүләт эшмәкәре Е. В. Зайцев була. РСФСР-ҙың, ә аҙаҡ СССР-ҙың мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары булараҡ, Е. В. Зайцев һәйкәлде 1978 йылда Таганрогҡа биреүгә булышлыҡ итә.[3].

1975 йылда яһалған «Гагарин — Королёв» скульптураһы (автор атамаһы[2]) Мәскәүҙә күргәҙмәлә күрһәтелә. Күргәҙмә ябылғандан һуң Совет мәҙәниәт фонды был скульптураны Таганрог картиналар галереяһына бүләк итә. Унда скульптура парк скульптураһы экспонаттары коллекцияһында һаҡлана.

Парк скульптураһы музейын төҙөү билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙыла. Һәйкәлде ҡуйыу урыны өсөн Таганрог радиотехника институты һәм үҙенең космонавтика музейы менән билдәле булған 3-сө һанлы урта мәктәп көрәшә[3]. Ләкин ниңәлер 1979 йылда һәйкәлде Петровская урамы һәм Украинский тыҡрығы киҫешкән ерҙә ҡуйырға ҡарар ителә[3][4]. Скульптура шул көйө газонға пьедесталһыҙ ҡуйыла. Шул ваҡыттан алып был тыҡрыҡ менән бульвар кварталы, һөйләшкәндә, Космонавтар скверы тип атала башлай. 2002 йылда, радиоуниверситет 50-йыллығын билдәләгәндә, һәйкәлде бөгөнгө көндәге урынына, Таганрог радиотехника институтының «А» корпусына күсерәләр[1], ә элекке урынында хәҙер Үҙәк балалар майҙансығы урынлашҡан.

Таганрог радиотехника институты хеҙмәткәрҙәренең космосты үҙләштереүгә ҡатнашлығы ҙур: 1956 йылда был институттың приборҙар төҙөү факультетын тамамлаусы ун студенты Сергей Королев командаһына ҡушылып китә[1]. Ә Караштин Владимир Михайлович (1934—2008) хатта «Энергия» ракета-ташыусыһын һәм Буран космос карабын осороуға техник әҙерлек өсөн яуап биреүсе «Энергия» Ракета-космос корпорацияһының генераль конструкторы урынбаҫары булып китә[1].

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Радиотехника университетын тамамлаусыларҙың, үҙ-аллы хеҙмәт юлына аяҡ баҫыр алдынан, ошо һәйкәл эргәһендә фотоға төшөү традицияһы йәшәй[1].

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Каминская М. Почему Гагарин — в Таганроге // Наше время. — 2011. — 8 апр.
  2. 2,0 2,1 Набоков О. Династия Королёвых // Таганрогская правда. — 2015. — 10 апр. — С. 4.
  3. 3,0 3,1 3,2 Киричек М. С. Музей под открытым небом. — Таганрог: ИП Стадников, 2010. — С. 171. — ISBN 978-5-9901455-3-5.
  4. Железняк Н. Гонки на лафетах // Юность. — 2012. — № 9.



Скульптура Был скульптура тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.