Эстәлеккә күсергә

Корольков Григорий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Корольков Григорий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 сентябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Уртакүл совхозының һарайғыр бүлексәһе, Бүздәк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 апрель 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Корольков Григорий Михайлович (4 сентябрь 1934 йыл — 20 апрель 2012 йыл) — слесарь-монтажсы. 1964—1994 йылдарҙа «Востокнефтезаводмонтаж» тресының слесарь-монтажсылар бригадиры. Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984).

Григорий Михайлович Корольков 1934 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Бүздәк районының Һарайғыр ауылында тыуған. Урта белемле.

1952 йылдың ғинуарында 7-се трестың 9-сы төҙөлөш-монтаж идаралығының металлоконструкциялар йыйыу буйынса слесарь булып хеҙмәт юлын башлай. 1954—1956 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң элекке эш урыныңа кире ҡайта. 1964 йылда слесарь-монтажсыларҙың бригадиры итеп тәғәйенләнә. Балта оҫтаһы, газ менән иретеп йәбештереүсе һәм электрик һөнәрҙәрен үҙләштерә.

Г. М. Корольковтың хеҙмәт юлының күп өлөшө Башҡорт АССР-ының нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм химияның мөһим объекттарының ҡоролмалары менән бәйле. Ул етәкләгән бригада Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводтарының объекттарын төҙөүҙә юғары етештереүсәнле хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

ВЛКСМ-дың 40 йыллығы исемендәге Өфө синтетик спирт заводында фенол һәм ацетон етештереүсе цехтарҙың эре комплексын төҙөүҙә Г. М. Корольков бригадаһы тиҙ монтажлау, бигерәк тә аҙ күләмле аппарат ысулдары инициаторы була. Был алымдарҙы индереү монтажсыларҙың етештереүсәнлеген ҡырҡа арттыра, һәм ваҡытты 1,5 тапҡырға ҡыҫҡарта.

Бригада коллективы беренселәрҙән булып бригада подряды ысулдарын үҙләштерә.

1976—1980 йылдарҙа бригада алты йыллыҡ йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәй — 1984 йылдың 1 мартына ун беренсе биш йыллыҡтың дүрт йыллыҡ планы тула (1981—1985).

КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында хуш еҫле углеводородтар етештереү комплексын ҡорганда бригада бик яҡшы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, электрон аппаратура — компьютер менән идарә итә торған ҡатмарлы йыһаздарҙы монтажлай һәм тәҡдим Г. М. Корольков шәхсән 700-се секцияла аппараттарҙы монтажлауҙы еңеләйтә торған яйланмалар тәҡдим итә, был эштәрҙе тәмамлауҙы тиҙләтә һәм юғары сифат тәьмин итә. Иретеп йәбештереү аппараттарын монтажлағанда коллектив көн һайын норманы 140 процентҡа арттырып үтәй. Бригада полдряды ысулы буенса эшләгәндә, уның бригадаһы монтаж эштәрен 1,8 миллион һумға башкара, монтаждың иҫәп-хисабын 4 700 һум күләмендә экономиялаған.

Григорий Михайлович үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, 50-нән ашыу йәш эшсе әҙерләй.

Өфө нефть эшкәртеү заводында хуш еҫле углеводородтар етештереү комплексын төзөгәндә һәм үҙләштергәндәҙе ҙур етештереү ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 28 авгусындағы Указы менән Г. М. Корольковҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Григорий Михайлович 1994 йылда пенсияға киткәнсә «Востокнефтезаводмонтаж» тресында эшләй.

Башҡорт АССР-ының ун беренсе саҡырылыш (1985—1990) Юғары Советы депутаты.

Өфө ҡалаһында йәшәй. 2012 йылдың 20 апелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.