Косенко Иларион Федорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косенко Иларион Федорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 19 август 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Зеньков[d], Зеньковский уезд[d], Полтава губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 октябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Париж
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Санкт-Петербург политехник институты

Иларион Федорович Косенко (19 август 1888, Зеньков — 10 октябрь 1950, Париж) — украин дәүләт эшмәкәре, Украина Халыҡ Республикаһының (УХР) почта һәм телеграфтар министры УХР[1], журналист. Шулай уҡ Францияла эмиграция йәшәгән ваҡытында йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петроград политехник университетынды юғары белем ала, инженер. Уҡып ҡайтҡандан һуң Украиналға[1] ҡайта.

Киев почта-телеграф округында начальник булып эшләй. Хөкүмәт ағзалары комитеты ҡарамағындағы Матбуғат һәм пропаганда министрлығынан УХР-ҙың Подольела тулы хоҡуҡлы вәкиле. Каменец-Подольскийҙа көн һайын сыға торған «Беҙҙең юл» гәзите мөхәррире.

1920 йылдың майынан алып УХР-ның почта һәм телеграф министры вазифаһында эшләй..

1920 йыл аҙағында ғаиләһе менән Францияға күсеп китә. Парижда эмиграция ваҡытында әүҙем йәмәғәт эшмәкәре алып бара,аҙналыҡ «Тризуб» (1925-1940 йыл)[2] гәзитен мөхәррирләй. 1926 йылда Францияла украиндарға ярҙам инициатива төркөмө составына инә.

1927 йылда редакциянан «Тризуб» китапхана советы составы ойошторола. Советҡа Прокопович Вячеслав (рәйес), Косенко Иларион, Александр Удовиченко, Иван Рудичев инәләр. «С. Петлюра исемендәге украин китапхаһы»ның директория советында рәйес вазифаһында була., немец оккупацияһы ваҡытында ла китапхана бинаһын ҡарап тора.

1929 йылдан — Украина эмигрант ойошмаларының генераль советы рәйесе урынбаҫары, 1930-сы йылдарҙа — Украина эмиграция советының генераль секретары, Украинала асығыусыларға ярҙам итеү комитеты рәйесе урынбаҫары, Кавказ, Төркөстан һәм Украина халыҡтары дуҫлыгы комитеты, системалы рәвештә бюллетеньдәрҙе, мәҡәләләрҙе, брошюраларҙы, Европа һәм Украина авторҙарының башҡа мәғлүмәти материалдарын баҫтырыусы "Франц-Орион" комитеты ағзаһы.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Косенко Іларіон Федорович | Енциклопедія Сучасної України. Дата обращения: 12 сентябрь 2020.
  2. HORYZONT. Дата обращения: 12 сентябрь 2020.