Эстәлеккә күсергә

Космонавтика көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Космонавтика көнө
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Төп тема Космонавт
Йылдың көнө 12 апрель
Өлөшләтә тура килә День работников ракетно-космической отрасли Украины[d]
 Космонавтика көнө Викимилектә
2011 йылдың 12 апрелендә Космонавтиканың 50 йыллығына арналған салют

Космонавтика көнө — тәүҙә СССР- ҙа, һуңыраҡ Рәсәйҙә һәм советтан һуңғы илдәрҙә, 12 апрелдә, кешенең тәүге йыһанға осоуын иҫкә алыу өсөн булдырылған байрам датаһы. 1962 йылда СССР Юғары Советы Президиумы указы менән тәғәйенләнә. Йыл һайын үткәрелә; дәүләт байрамы булһа ла, рәсми ял көнө итеп билдәләнмәй. 1968 йылда байрам Халыҡ-ара статусҡа эйә була. 2011 йылдан ул тағы бер исем йөрөтә — Халыҡ-ара кешенең йыһанға осоу көнө.

Был көндө Советтар Союзы гражданы, өлкән лейтенант Юрий Гагарин «Восток» карабында донъяла тәүгеләрҙән булып Ер шары буйлап оса.

1961 йылдың 12 апрелендә совет космонавты Юрий Гагарин (9 март 1934 йыл — 27 март 1968 йыл) «Восток 1» йыһан карабында Байконур космодромынан йыһан киңлегенә оса. Донъяла йыһан карабында Ер планетаһы тирәләй әйләнгән беренсе кеше була. Гагариндың Ер эргәһендәге киңлектә осоу ваҡыты 108 минут дауам итә[1]. 2021 йылда Һарытау өлкәһендә, Гагарин йыһан карабында Ергә килеп төшкән урында, музей-парк комплексы булдырыла. Юрий Гагарин исемендәге Йыһан буйһондороусылар паркы асыла[2].

Советтар Союзында байрам 1962 йылдың 9 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән булдырыла . Ул Космонавтика көнө тип билдәләнә. Был байрам икенсе совет космонавты Герман Титов тәҡдиме менән булдырыла. Ул 1962 йылдың 26 мартында КПСС Үҙәк Комитетына ошо хаҡта тәҡдим яһай[3][4]. Шул уҡ көндә Халыҡ-ара авиация федерацияһының 1968 йылдың ноябрендә үткән 61-се Генераль конференцияһы протоколына (17-се пункт) һәм Халыҡ-ара авиация федерацияһы Советының 1969 йылдың 30 апрелендә СССР Авиация спорты федерацияһы тәҡдиме буйынса ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө билдәләнә[5].

1981 йылдың 12 апрелендә, Ю. А. Гагариндың осоуынан теүәл 20 йыл үткәс, Американың «Спейс Шаттл» программаһы буйынса беренсе пилотлы осошҡа старт бирелә.

Рәсәй Федерацияһында Космонавтика көнө 1995 йылдың 13 мартындағы «Рәсәйҙә хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталар тураһында» Федераль законының 1.1-се статьяһына ярашлы билдәләнә[6] Ғәҙәттә, байрамдың төп саралары Мәскәүҙә үтә: Мәскәү планетарийында экскурсиялар үткәрелә, ә Космонавтика музейында махсус проекттар, лекциялар һәм осрашыуҙар әҙерләнә.

Халыҡ-ара кешенең йыһанға осоу көнө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 7 апрелендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһының махсус пленар ултырышында 12 апрелде Халыҡ-ара кешенең йыһанға осоу көнө тип рәсми иғлан итеү тураһында резолюция ҡабул ителә. 60-тан ашыу дәүләт резолюцияның авторҙашы була[7].

Көндөң башҡа ваҡиғалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кешенең тәүге йыһанға осоуынан һуң теүәл егерме йыл үткәс, 1981 йылдың 12 апрелендә «Америка йыһан шаттлы» программаһының тәүге пилотлы осошо башлана. Ике ваҡиға хөрмәтенә 2001 йылдан башлап донъяның күп ҡалаларында «Юрьева төнө» байрамы үтә. Ойоштороусы — «Космик быуындың консультатив советы», 60-тан ашыу илдән ҡатнашыусыларҙы берләштергән коммерцияға ҡарамаған ойошма.

  • Йыһан көстәре көнө
  • Рәсәй космонавтикаһы гимны
  • Ҡытай космонавтикаһы көнө
  1. Давыдов В. А. Первый Пилотируемый Полёт, том 2. — Родина Медиа, 2011. — С. 42. — 1096 с. ISBN 978-5-905350-01-6.
  2. Парк покорителей космоса им. Юрия Гагарина
  3. День воздушного флота, День космонавтики. Дата обращения: 8 апрель 2026.
  4. «Орёл» и романтик. В чём космонавт № 2 оказался первым? Дата обращения: 8 апрель 2026.
  5. День авиации и космонавтики // Авиация: Энциклопедия. — М.: Большая Российская Энциклопедия. Главный редактор Г. П. Свищев. 1994.
  6. Федеральный закон от 13.03.1995 № 32-ФЗ|Федеральный закон Российской Федерации от 13 марта 1995 г. № 32-ФЗ «О днях воинской славы и памятных датах России»
  7. Резолюция A/65/271 от 25 марта 2011 года. Дата обращения: 8 апрель 2026.