Косовола спорт
| Косовола спорт | |
| Спорт төрө | баскетбол |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Урын | Косово |
| Йорт стадионы | Городской стадион[d] һәм Лакандонские джунгли[d] |

Косовола спорт күптәнге традицияларға эйә һәм йәмғиәттә ҙур роль уйнай. Косовола популяр спорт төрҙәре булып футбол, баскетбол, волейбол, гандбол, көрәш тора. Дзюдо, йөҙөү, бокс, карате һәм саңғы спорты үҫешкән.
Косовонан донъя һәм Европа чемпионаттарында ҙур уңыштарға өлгәшкән билдәле спортсылар: Азиз Салигу, Мехмет Богуевци, Сами Бузоли, Майлинда Кельменди һәм Нора Гякова. 1989 һәм 1999 йылдар араһында спортсылар ҡайһы бер ярыштарҙа ҡатнашыуҙан баш тартырға мәжбүр була. Шуға ҡарамаҫтан, һуғыштан һуң улар футбол майҙансыҡтарына һәм боксерҙар рингтарына ҡайта башлай, хәҙерге спорт федерацияларының күбеһе формалаша башлай. Уларҙың ҡайһы берҙәре хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара федерацияларға ингән: тхэквондо федерацияһы, бокс федерацияһы, гандбол федерацияһы, дзюдо федерацияһы һәм саңғы спорты федерацияһы. Ҡайһы бер Косово спортсылары башҡа илдәрҙең флагтары аҫтында сығыш яһай. Мәҫәлән, боксер Луан Красничи, Германия флагы аҫтында сығыш яһап, Европа чемпионы титулын яулап, күп уңыштарға өлгәшә.
Өлөшләтә танылған Косово Республикаһы йыйылма командаһы беренсе тапҡыр 2016 йылда Рио-де-Жанейрола үткән Олимпия уйындарында ҡатнаша[1].
Дзюдо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Косово дзюдо федерацияһы 2012 йылда таныла[2]. Был спорт төрөнөң иң билдәле вәкиле — Пхёнчханда үткән Ҡышҡы Олимпия уйындары чемпионы Майлинда Кельменди. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Косовола 1000 дзюдосы (шул иҫәптән 750 ир-егет) менән 25 тренер шөғөлләнә[3]. Был спорт төрөндә халыҡ-ара миҙалсылар араһында шулай уҡ 2015 йылғы Европа уйындарының бронза миҙал яулаусыһы — Нора Гякова. Ул илгә ҙур ярыштарҙа тәүге миҙалдарҙың береһен килтерә[4]. Әммә быға тиклем Кельменди Бразилиянан Эрика Миранданы еңеп, донъя чемпионы була (2013 йылда). Был ҡаҙанышы шулай уҡ уға 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында дзюдосыларҙың йыллыҡ рейтингында беренсе булырға мөмкинлек бирә[5].
Футбол
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Косовола футбол спорттың мөһим төрҙәренең береһе булып тора. 2016/2017 йылдар миҙгелендә өлөшләтә танылған республика чемпионатында 12 команда уйнай. Косовоның иң уңышлы уйнаусы клубтар — «Приштина» һәм «Трепча».
2016 йылда Косово Республикаһы УЕФА-ға 55-се ағзаһы булып инә[6][7]. Бынан һуң Косовоның футбол буйынса йыйылма командаһы 2018 йылғы донъя чемпионатына квалификацияның I төркөмөнә эләгә, Унда Хорватия, Финляндия, Исландия, Төркиә һәм Украина менән уйнай.
2019 йылдың яҙында башланған 2020 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу турнирында Косово йыйылма командаһы А төркөмөнә эләгә, Унда Англия, Болгария, Черногория Һәм Чехия менән осраша[8]. Беренсе уйында уҡ Косово футболсылары Болгария йыйылма командаһы менән 1:1 иҫәбе менән тамамланған тигеҙ иҫәптән һуң бер мәрәй яулай, тупты 61-се минутта Арбер Зенели индерә[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Kosovo granted full IOC recognition; can send own team to Olympics in Rio de Janeiro, The Republic (9 декабрь 2014). 2014 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ International Judo Federation (ингл.). Intjudo.eu. Дата обращения: 23 апрель 2026. Архивировано 27 апрель 2012 года.
- ↑ Information about Kosovo Judo Federation. Дата обращения: 23 апрель 2026. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2017 года.
- ↑ Europa-Spiele: Historische Judoka-Medaille in Baku (нем.) (26. Juni 2015).
- ↑ Majlinda Kelmendi: Kosovo’s First Judo World Title | Kosovo Diaspora (ингл.). Kosovo Diaspora (28 август 2013). Дата обращения: 23 апрель 2026. Архивировано из оригинала 3 март 2014 года.
- ↑ Kosovo accepted as 55th member of UEFA after congress vote. Espn Fc (3 май 2016). Дата обращения: 28 август 2016. Архивировано 17 июнь 2016 года.
- ↑ Fifa: Kosovo and Gibraltar become members of world governing body - BBC Sport. Bbc.com (13 май 2016). Дата обращения: 28 август 2016. Архивировано 17 август 2016 года.
- ↑ European Qualifiers - Standings (ингл.). UEFA.com (март 2019). Дата обращения: 21 май 2019. Архивировано 1 апрель 2019 года.
- ↑ European Qualifiers - Kosovo-Bulgaria (ингл.). UEFA.com (25 март 2019). Дата обращения: 21 май 2019.