Эстәлеккә күсергә

Косово Олимпия уйындарында

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косово Олимпия уйындарында
Флаг, использовавшийся на Играх
Код МОК

KOS

НОК

Косово Республикаһының олимпия комитеты

Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыу
Шулай уҡ ҡарағыҙ

Косово Республикаһы беренсе тапҡыр Олимпия уйындарында 2016 йылда Рио-де-Жанейролағы уйындарҙа ҡатнаша[1].

Косово Республикаһының олимпия комитеты 1992 йылда уҡ ойошторола, әммә Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан 2014 йылдың 9 декабрендә генә таныла[1]. 2014 йылдан һуң, Косово спортсылары Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғын ала. 2016 йылда йәйге Олимпия уйындарында йыйылма команданың байраҡ йөрөтөүсеһе [Майлинда Кельменди]] була[2]. Ул — Косовонан 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында дзюдо буйынса беренсе олимпия алтын миҙалы яулаусы.

2021 йылда Токиола үткән (2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары COVID-19 пандемияһы арҡаһында күсерелә) уйындарҙа Косово спортсылары дзюдо категорияһында ике миҙал яулай: Нора Гьякова 57 килограмға тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында, ә Дистрия Красничи 48 килограмға тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар араһында алтын яулай.

Дөйөм алғанда, 2016 йылғы уйындарҙан башлап, Косово спортсылары Олимпия уйындарында 5 миҙал яулай (3 алтын, 1 көмөш һәм 1 бронза).

Ҡышҡы уйындарҙа Косово спортсылары 2018 йылда Пхенчханда үткән уйындарҙа тәү башлап сығыш яһай. Пхенчханда ҡышҡы уйындарҙы асыу тантанаһында тау саңғысыһы Альбин Тахири байраҡ йөрөтөүсе була[3]. Ул — Пхенчханда үткән ҡышҡы уйындарҙа Косово исеменән сығыш яһаусыларҙың берҙән-бер спортсы. 2022 Йылда Пекинда үткән ҡышҡы уйындарҙа Косово исеменән ике спортсы сығыш яһай: бер ир-ат һәм бер ҡатын-ҡыҙ. Альбин Тахири тау саңғыһы буйынса дүрт ярышта ҡатнаша. Киана Криезиу — Косовоның олимпия йыйылма командаһы тарихында ҡатын-ҡыҙҙар слаломында ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан беренсе ҡатын-ҡыҙ[4].

Миҙал Спортсы Уйындар Спорт төрө Дисциплина
 АлтынМайлинда Кельменди2016 Рио-де-Жанейро Дзюдо52 кг тиклем, ҡатын-ҡыҙҙар
 АлтынДистрия Красничи2020 Токио Дзюдо48 кг тиклем, ҡатын-ҡыҙҙар
 АлтынНора Гьякова2020 Токио Дзюдо57 кг тиклем, ҡатын-ҡыҙҙар

Миҙалдар таблицаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәйге Олимпия уйындарында миҙалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйындар Спортсылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
Бразилия 2016 Рио-де-Жанейро8100154
Япония 2020 Токио 11 2 0 0 2 42
Франция 2024 Париж9011273
Бөтәһе3115

Ҡышҡы Олимпия уйындарында миҙалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Уйындар Спортсылар Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе Урын
Корея республикаһы 2018 Пхёнчхан10000—
Ҡытай 2022 Пекин20000—
Италия 2026 Милан, Кортина-д’Ампеццо2-
Бөтәһе0000

Спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәйге спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Спорт төрҙәре Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Дзюдо3115
Бөтәһе3115


  1. 1 2 Kosovo granted full IOC recognition; can send own team to Olympics in Rio de Janeiro, The Republic (9 декабрь 2014). 2014 йыл 19 декабрь архивланған.
  2. ↑ Majlinda Kelmendi carries the flag of Kosovo at Rio 2016. 100Judo.com. Дата обращения: 9 декабрь 2014. Архивировано 7 май 2019 года.
  3. ↑ These are the six countries making their debut in the Winter Olympics (6 февраль 2018). Дата обращения: 16 сентябрь 2023. Архивировано 7 июнь 2023 года.
  4. ↑ Olympic dreams come true for Kosovo skier Kiana Kryeziu. AP News (24 ғинуар 2022). Дата обращения: 14 март 2022. Архивировано 8 март 2022 года.

Ҡалып:Национальные спортивные сборные Косова