Косово Республикаһы гражданының паспорты
Косово Республикаһы гражданының паспорты — өлөшләтә танылған Косово Республикаһы граждандарының сит илгә сығыу өсөн бирелә торған документы. Шулай уҡ шәхес таныҡлығы һәм Косово Республикаһы гражданлығын раҫлаусы документ та булып хеҙмәт итә. Паспорт биреү Косово Республикаһы Эске эштәр министрлығы компетенцияһына ҡайтарылып ҡала. Дипломатик паспорттарҙы Сит ил эштәр министрлығы тапшыра. Өлкәндәргә паспорт ун йыллыҡ мөҙҙәткә бирелә. Беренсе паспорт 2008 йылдың 30 июлендә сығарылған[1][2].
Паспорттың тышлығы ҡараһыу күк төҫтә һәм унда Косово Республикаһы гербы төшөрөлгән, яҙыуҙары албан, серб һәм инглиз телдәрендә.
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Косовоның бәхәсле статусы арҡаһында, Косово паспорты бөтә дәүләттәр тарафынан да танылған тип әйтеп булмай, хатта ҡайһы бер илдәргә уның буйынса инеү мөмкин дә түгел. Шуға ҡарамаҫтан, Косово граждандарының уның бойондороҡһоҙлоғон һәм Косово Республикаһы паспорттарын рәсми рәүештә танымаған илдәргә инеү осраҡтары теркәлгән.
91 дәүләт Косовоның бойондороҡһоҙлоғон таный һәм үҙ территорияһына Косово паспорты буйынса инергә рөхсәт бирә:
Греция һәм Словакия Косово бойондороҡһоҙлоғон танымаһалар ҙа, республика властары биргән паспорттарҙы иҫәпкә алыуҙары.тураһында рәсми рәүештә иғлан итте.
Косово Республикаһы паспорттарын рәсми рәүештә танымаған илдәргә инеү осраҡтары теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, был дәүләттәргә инеү рәсми ғәмәл һаналмай, һәм әлеге тәжрибәнең ҡабатланырына бер ниндәй ҙә гарантия юҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Rreth 300 mijë qytetarë kosovarë pajisen me pasaporta» (In Albanian)." telegrafi.com. (алб.)(алб.)
- ↑ «The process of production of Passports of the Republic of Kosovo, is fully normalised» 2008 йыл 14 октябрь архивланған. (инг.)(инг.)