Косово албандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косово албандары
Дәүләт  Косово
 Косово албандары Викимилектә
ОБСЕ мәғлүмәттәре буйынса Косовоның этник төркөмдәре 2005
Косово албандарының этник кейеме һәм бейеүе

Косово албандары - (рус. Ко́совские алба́нцы), (алб. Shqiptarët në Kosovë, косоварҙар, алб. Kosovar) — Косово Республикаһында һаны буйынса иң эре этник төркөм.

Мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда Югославия Федератив Социалистик Республикаһы алған йәниҫәп мәғлүмәттәре буйынса (албандар йәниҫәпка бойкот белдергән булған), Косовола 1 596 072 этник албан йәшәгән (халыҡтың 81,6 %). 2000 йылғы мәғлүмәттәр буйынса — 1 584 000 - 1 733 600 араһында (халыҡтың 88 %). Әлеге осорҙа уларҙың һаны - дөйөм халыҡтың 92,93 проценты.

Косово албандары этник албандар булып тора, шәжәрәләре бар, ҡайҙа йәшәһәләр ҙә улар үҙҙәрен косово албаны тип белә.1998 йылда баш күтәргән албандар менән Югославия Союздаш Республикаһы араһындағы ҡораллы бәрелештән һуң башлыса Германияла һәм Швейцарияла албандарҙың эре диаспоралары ойоша. Баһалауҙар буйынса, Швейцария һәм Германияла 500 000 самаһы косово албандары йәшәй (яҡынса 200 000 - Швейцарияла, 300 000 - Германияла), был косоварҙарҙың дөйөм һанынан яҡынса биштән бер өлөш [1][2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албандарҙың Косовола йәшәгәне урта быуаттарҙан телгә алына башлай. Косово этник оҡшашлыҡ ваҡытында юҡ. башҡ. халҡы һәм Ғосман империяһы осоронда албандар һәм этник төркөмдәр араһында этник бүленеш булмай. Бының урынына социаль-һөнәри, социаль-иҡтисади һәм региональ бүленеш, ҡайһы саҡ дини нигеҙҙә айырымланыу йәшәп килә: мосолман һәм нәсрани албандар араһында һыйышмаусанлыҡ осрай.

Лига Призрена[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1878 йылда Берлинский конгресында албандар йәшәгән ҡайһы бер төбәктәрҙе Сербияға һәм Черногорияға бирергә ҡарар сығарыла. Башлыса косоварҙарҙан торған албандар Лига Призрена тигән төркөмгә туплана һәм был ҡарарға ҡаршы сыға. Сербия ғосманлылар албандарҙы уларға бирелгән ерҙәрҙән ҡыуышмай тип көнбайыш державаларға ялыу белдерә. Улары ғосманлыларға баҫым яһай, һәм 1881 йылда Ғосман ғәскәре албандарға ҡаршы хәрби ҡыҫым башлай. Өс йыл барған һуғыштан һуң албандар еүелә. Күп лидерҙар төрмәгә ябыла.

ХХ быуат башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1910 йылда албан күтәрелештәре Приштинанан башлана һәм 1911 йылда Косовоға төрөк солтаны килгәнсә дауам итә. Албандар 4 албан виләйәтен берләштерергә уйлай, әммә сербтар Косово халҡының сиреген тәшкил итә, йәнә тәрәктәр һәм славяндар ҙа була, шуға күрә албандар Косовоны үҙ хакимлығына ала алмай.

1912 йылда Балҡанда барған һуғыштар ваҡытында көнсығыш Косовоноң бер өлөшөн - Сербия Короллеге, ә көнбайыш Косовоны Черногория Короллеге баҫып ала.

1918-1929 йылдар косоварҙарҙы сербтар, хорваттар һәм словендар эҙәрлекләгән осор була. 1922 йылдың 26 апреленән Косовоны Серб Короллеге өскә: Косово, Рашия һәм Дзетатөбәгенә бүләләр.

1929 йылда Короллек Югославия Короллегенә әйләндерелә. Короллек 1941 йылдың апреленә тиклем йәшәп ҡала.

Төрлө баш күтәреүҙәрҙән, һуғыш осоро һынауҙарынан һуң Косово 1944 йылда Коминтерндың албан партизандары азат итә һәм Косово Югославия Демократик Республикаһының Сербия провинцияһы өлөшө булып китә.

ХХ быуаттың икенсе яртыһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Косово автономиялы районы 1946 йылда албандарҙы тынысландырыу өсөн партизандар етәксеһе Иосип Броз Тито етәкселегендә барлыҡҡа килә, әммә ғәмәлдә автономия ала алмай. Был Косовоның бөгөнгө сиктәрендә тәүге тапҡыр теркәлеүе була.

1963 йылда Югославия Югославия Федератив Социалистик Республикаһы тип , ә Сербия Сербия Республикаһытип атала башлағас, Косово автономиялы районы автономиялы край кимәленә үҫә.

1974 йылғы Конституцияла Косово Социалистик автономиялы крайы хөкүмәте киңерәк хоҡуҡтар ала. Албан теле рәсми рәүештә Косовоның ике эре тел төркөмөнә индерелә.

70-се йылдарҙа албан милли хәрәкәте Косовоның Федерация составындағы йәнә бер республикаһы тип танылыуына өлгәшә.

Әммә бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш ХХ быуат аҙағында Косово өсөн ауыр һынауҙар, ҡан ҡойоштар килтерә.

ХХ1 быуат башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылда Косово статусын билдәләү буйынса халыҡ-ара һөйләшеүҙәр башлана.

2007 йылдың февралендә Ахтисаари Белград һәм Приштина лидерҙарына статусты көйләү буйынса проект тәҡдим итә. Проект БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы резолюцияһы проектына нигеҙ булып ята.

2007 йылдың июлендә резолюция проекты дүрт тапҡыр яңынан төҙәтеп яҙыла, сөнки Рәсәй, что не поддержит ни одну резолюцию, неприемлемую как для Белград өсөн дә, Приштина өсөн дә яраҡһыҙ булған осраҡта бер резолюцияны ла хупламаясағын белдерә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Die kosovarische Bevölkerung in der Schweiz[1]
  2. «Donner une autre image de la diaspora kosovare»[2]