Косово һәм евро

Косово Республикаһы 2008 йылда үҙ бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткәнгә тиклем, республика 2002 йылда, Косово территорияһында БМОның ваҡытлыса гражданлыҡ хакимиәте эшләгәндә, бер яҡлы рәүештә евроны үҙ валютаһы сифатында ҡабул итә; шул уҡ ваҡытта Косово еврозонаның рәсми ағзаһы булмай.
1999 йылға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО миссияһы ойошторолғанға тиклем Косово (Сербияның бер өлөшө булараҡ) Югославияның аҡса-кредит сәйәсәте һәм Югославия динары менән бәйле була. Әммә Югославиялағы көслө инфляция һәм көсөргәнешлек Югославия динарын етди дискредитациялай. Һөҙөмтәлә күптәр динарға таяныу урынына сит ил валютаһын ҡулланыуҙы һәм туплауҙы хуп күрә. Сит ил валютаһы араһында немец маркаһы иң йыш ҡулланылғаны була, шулай уҡ АҠШ доллары һәм швейцария франкы ла киң ҡулланыла.
Немец маркаһын индереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динар менән бер рәттән башҡа валюталар, бигерәк тә немец маркаһы киң ҡулланыла. 1999 йылдың сентябрендә БМО-ның ваҡытлыса хакимиәте башҡа валюталарҙы ҡулланыуҙы көйләүсе ҡарар сығара; был акт статус-квоны нығыта[1]. Югославия динары бер ҡасан да әйләнештән рәсми рәүештә сығарылмай, әммә уның ҡулланылышы «ҡабул ителмәй». Шулай уҡ башҡа валюталар, башлыса АҠШ доллары ҡулланыла[lower-alpha 1][2]. Германия федераль банкына был хәл тураһында алдан хәбәр ителмәй һәм Косовоға алмаштырыу өсөн өҫтәмә тәңкәләр һәм банкноталар ебәрмәй. Әммә немец маркаларын индереү һәм сығарыу буйынса бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булмағанлыҡтан, сит илдә эшләгән күп кенә косоволылар өйҙәренә аҡсаны ҡайтара ала, был Косовола аҡса массаһын тулыландырыуҙы тәьмин итә. Югославия (һәм һуңыраҡ Сербия) динары Косовоның төньяҡ райондарында һәм башҡа серб анклавтарында киң ҡулланыла.
Евроға күсеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германия кеүек үк, Косово Республикаһы ла евроға 2002 йылдың 1 ғинуарында күсә. Немец маркаһы Косовола 2002 йылдың 9 мартына тиклем законлы түләү сараһы булып ҡала. Евроға күсеү Европа үҙәк банкы һәм еврозоналағы бер нисә милли банк менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә өлгәшелә. 2001 йылдың декабренә 100 миллион евро самаһы аҡса Косовоның банк эше һәм түләүҙәр идаралығына ебәрелә.[3] Косовола валюта сығарылмай.
Европа берлегенә ағзалыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Косово Европа берлегенә инеү өсөн потенциаль кандидат булып тора. Европа комиссияһы һәм Европа үҙәк банкы ҡайһы бер илдәрҙең евроға бер яҡлы рәүештә күсеүенә риза түгел[3]. 2002 йылда евроны бер яҡлы рәүештә ҡабул иткән Черногория ЕС менән тотороҡлолоҡ Һәм ассоциация тураһында килешеүгә ҡушымта итеп белдереү яһай, унда: «евроны бер яҡлы индереү килешеүгә тап килмәй» тип әйтелә[4]. Был мәсьәлә ҡушылыу тураһында һөйләшеүҙәр барышында хәл ителеүеп көтөлә[4]. Дипломаттар, илдәр евроны әйләнештән сығарырға мәжбүр ителмәйәсәк, тип фаразлай[4][5].
Аңлатмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бундесбанк баһаһы буйынса, 1999 йылдың сентябрендә элекке Югославияла 2 миллиард немец маркаһы ҡулланыла. Был бер кешегә 80 марканан ашыу тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Mitra, Saumya. Kosovo: economic and social reforms for peace and reconciliation (инг.). — 2001. — P. 22. — ISBN 978-0-8213-4942-7.
- ↑ Tagesspiegel (1999). Deutsche Währung wird auch im Kosovo offizielles Zahlungsmittel — die Bundesbank wurde nicht gefragt 2017 йыл 9 декабрь архивланған. (in German), 1999-09-07.
- ↑ EU warns Montenegro over Euro, B92 (10 октябрь 2007).
- 1 2 3 Montenegro heading for EU membership (24 октябрь 2007). Дата обращения: 19 февраль 2013. Архивировано 11 май 2013 года.
- ↑ EU to question Montenegro's use of euro (8 октябрь 2007). Дата обращения: 19 февраль 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bogetic, Zeljko (2000). OFFICIAL DOLLARIZATION: CURRENT EXPERIENCES AND ISSUES(недоступная ссылка). Cato Journal, Vol.20, No.2 (Fall 2000).
- BQK (2010).
- NRC Handelsblad (1999). Kosovo krijgt douane en Duitse mark, 4 September 1999.
- Starr, Martha (2004). Monetary policy in post-conflict countries: Restoring credibility. American University, May 2004.
- Svetchine, Michel (2005). KOSOVO EXPERIENCE WITH EUROIZATION OF ITS ECONOMY. Central Bank of Albania.
- Schon, Gerard (2008). Euro Munzkatalog.