Косовска-Митровица
| Город | |||
| Косовска-Митровица сер. Косовска Митровица, алб. Mitrovica | |||
| | |||
| |||
| Ил | |||
|---|---|---|---|
| Округ | |||
| Община | |||
| Координаталар | |||
| Мэр |
Бедри Хамза | ||
| Элекке исеме |
Титова-Митровица | ||
| Майҙаны |
350 км² | ||
| Рәсми теле | |||
| Халҡы |
71 601 кеше (2011) | ||
| Телефон коды |
+381 28 | ||
| Һанлы танытмалар | |||
| Рәсми сайт | |||
Ко́совска-Ми́тровица[2] (сер. Косовска Митровица, алб. Mitrovica или Mitrovicë) — Косовоның төньяғындағы ҡала. Өлөшләтә танылған Косово Республикаһы һәм Косовоның бойондороҡһоҙлоғон таныған дәүләттәр позицияһына ярашлы, ҡаланың бөтә территорияһы Косово Республикаһы составына инә. Сербия һәм Косовоның бойондороҡһоҙлоғон танымаған дәүләттәрҙең позицияһына ярашлы, ҡаланың бөтә территорияһы Сербия составына инә.
Ғәмәлдә, ҡаланың төньяҡ территорияһы Сербия, ә көньяҡ өлөшләтә танылған Косово Республикаһы контроле аҫтында. 1989 йылға тиклем Ти́това-Ми́тровица тип атала[3][4] (сер. Титова Митровица, алб. Mitrovica e Titos). Бөгөнгө көндә ҡала, Косовоның бөтә ҡалалары кеүек үк, KFOR полиция отрядтары тарафынан һаҡлана. Ҡаланың көньяҡ өлөшөн контролдә тотҡан Косово Республикаһының юрисдикцияһына ярашлы, Митровица исемен йөрөтә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала урта быуаттарҙа тораҡ була, артабан бик тиҙ ҡалаға әйләнә. Митровица исеме, күрәһең, XIV быуатта барлыҡҡа килгән, һәм изге Димитрий Солунский сиркәүенән килеп сыҡҡан. Сиркәүҙе серб короле Стефан Урош II Милутин 1315 йылда үҙенең Баньска монастырына бүләк итә.
Ҡалала оҙаҡ ваҡыт, XIV быуат аҙағынан алып 1912—1913 йылдарҙағы беренсе балҡан һуғышына тиклем, Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында була. Ғосман хакимлығы ваҡытында 1877 йылда ойошторолған Митровица Косово вилайәтенә (провинцияһына) инә.

1981 йылда ҡалала 105 мең кеше йәшәй, шуларҙың 66,5 меңе — албандар, 20 меңе — сербтар һәм черногорҙар.
1998—1999 йылдарҙағы Косово һуғышы барышында ҡалала этник таҙартыуҙар үтә. Серб көстәре ҡаланың албан халҡының күпселек өлөшөн Албанияға ҡыуып сығара[5][6]. Һуғыштан һуң албан ҡасаҡтары киреҡайта, һәм ҡаланың көньяҡ өлөшөнә тулыһынса тиерлек албан халҡы (яҡынса 60 000 кеше) һәм төньяҡ өлөшөнә башлыса серб халҡы (яҡынса 13 000 кеше) урынлаша. Ике район да Ибар йылғаһы аша һалынған ике күпер менән тоташа. Ҡала бүленгәндән һуң, изге Димитрий православие сиркәүе ҡаланың албан өлөшөндә була һәм сербтар өсөн инә алмай. Шуға ла 2005 йылда серб районының убаһында яңы сиркәү төҙөлә һәм тантаналы асыла.
2004 йылдың мартында ҡалала сыуалыштар була, улар ваҡытында сербтарҙың йорттары яндырыла һәм талана[7].
Ҡаланың был ваҡиғалар көндәрендә емерелгән көнбайыш өлөшөндә халыҡ-ара аҡсаға ҡасаҡтар өсөн йорттар тергеҙелә. 2007 йылдың сентябренә кирбес йорттарҙың күбеһе төҙөлөп бөтә.
2008 йылдың мартында, Косово бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң (2008 йылдың 17 феврале), ҡалала сербтар төркөмө һәм полиция араһында ҡораллы бәрелештәр була[8].
2011 йылда ибар йылғаһы аша төп күперҙә ҡаланың көньяҡ (албан) һәм төньяҡ (серб) өлөштәре араһында сербтар баррикада төҙөй. Баррикаданы һаҡлауҙа рус ирекмәндәре лә ҡатнаша[9]. 2019 йылға күперҙе халыҡ-ара тыныслыҡ һаҡсылары (KFOR) һаҡлай.
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала райондың тау сәнәғәте һәм төҫлө металлургия үҙәге булып тора: ҡурғаш-цинк мәғдәне, лигнит сығарыла, ҡурғаш һәм цинк иретелә. Химия комбинаты, ағас эшкәртеү һәм ҡағыҙ предприятиелары эшләй, шулай уҡ тау-мәғдән ҡорамалдары һәм ауыл хужалығы машиналары етештерелә.
Мәғарифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Митровица Техник институты эшләй. Ул Косовола башлыса серб телле берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Инглиз телле Summer School мәктәбе бар. 1999 йылда ҡаланың төньяҡ өлөшөнә Приштина университетының серб уҡытыусылары һәм студенттары күсеп килә, бында улар "Косовска-Митровицала ваҡытлыса булған Приштина университеты"н ойоштора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Был географик объект расположен в Косовола урынлашҡан. Сербияның административ бүленешенә ярашлы, Косово уның составына Косово һәм Метохия автономия крайы булып инә. Косово өлөшләтә танылған дәүләт һанала, уның территорияһын Сербия контролдә тотмай.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 174.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 367.
- ↑ Албания // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 70. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ «As elsewhere, the departure of the OSCE was followed by an increase in killings of Albanians and the forced expulsion to Albania of much of the town’s Albanian population». March-June 1999: An Overview 2012 йыл 3 декабрь архивланған.
- ↑ «According to earlier reporting, Serbian forces expelled all Kosovar Albanians from this city as of 23 March. In addition, over 200 Albanian homes and shops reportedly were torched, and Serbian forces killed prominent Albanian Kosovars, according to refugee reports». ATROCITIES AND WAR CRIMES BY LOCATION 2023 йыл 27 февраль архивланған., p.50
- ↑ КОСОВО в информационных сводках — Правая.ru. Дата обращения: 17 март 2008. Архивировано 18 февраль 2010 года.
- ↑ РБК daily от 18.03.2008 :: В фокусе :: Битва за Митровицу
- ↑ Александр Рыбин. Сербия и Косово на грани конфликта. Почему через 30 лет после большой войны на Балканах снова готовы взяться за оружие? lenta.ru. Лента (2 октябрь 2021). Дата обращения: 6 октябрь 2021. Архивировано 6 октябрь 2021 года.
