Эстәлеккә күсергә

Котельникова Анна Георгиевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Котельникова Анна Георгиевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 (28) ноябрь 1915
Тыуған урыны Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 июнь 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Кудымкар[d], Рәсәй
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Котельникова Анна Георгиевна (28 ноябрь (15 ноябрь) 1915 йыл — 12 июнь 2004 йыл) — СССР-ҙың театр актёры. 1932—1989 йылдарҙа Кудымкар милли драма театры актрисаһы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1975). Кудымкар ҡалаһының почётлы гражданы (1988).

Анна Георгиевна Котельникова хәҙерге Пермь крайы Юсьва районының Верх-Мега ауылында 1915 йылдың (15) 28 ноябрендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1922—1929 йылдарҙа Юсьва мәктәбендә уҡый. 1930 йылда Кудымкар ҡалаһында тегенселәр әҙерләү мәктәбенә уҡырға инә. Мәктәп ябылғандан һуң, уны педучилищеға уҡырға күсерәләр. Бында ул бер йыл ғына уҡый. 1931—1935 йылдарҙа Кудымкар милли драма театры ҡарамағындағы студияла уҡый. Актриса был театрҙа бөтә хеҙмәт биографияһын үтә.

Театрҙа эшләү осоронда 400-ҙән ашыу төрлө йәштәге, төрлө характерлы ҡатын-ҡыҙ образын тыуҙыра эшләү. 1934 йылда театрҙа «Хряк» спектаклен ҡуялар. Йәш актриса Анна Котельникова кулак ҡатыны Фёкланы уйнай. Анна Котельникова ҡырҡынсы — илленсе йылдарҙа тулыһынса өлгөргән талантлы актриса дәрәжәһенә үҫеп етә. Был осорҙа ул күп актерҙар ролен барлыҡҡа килтерә. Был Мирандолина (К. Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»), Катерина (А. Н. Островскийҙың «Йәшен»), Ирина (Б. С. Ромашовтың «Утлы күпер»), Лиза (А. С. Грибоедовтың «Горе от ума») һәм башҡа ролдәр була. Уларҙы бер бөтөн итеп берләштергән сифат — яңы идеалдар өсөн, әүҙем тормош өсөн көрәш.

Был йылдарҙа ул Н. В. Гоголдең «Мертвые души», Уильям Шекспирҙың «Гордячка», «Вей, ветерок!», «Һыу диңгеҙ-океан», «Отелло», М. Горькийҙың «Егор Булычев и другие», С. Т. Аксаковтың «Дама — невидимка», «Аленький цветочек», А. Н. Арбузовтың «Богатырский сказ», «Иркутская история» спектаклдәрендә уйнай. 1963 йылда театрҙа М. Горькийҙың «Васса Железнова» спектаклендә Анна Котельникова төп ролде башҡара. 1975 йылда А. М. Горькийҙың тыуыуына 110 йыл булыу айҡанлы үткәрелгән Бөтә Рәсәй драма һәм балалар театрҙары фестивалендә Васса Железнова ролен башҡарғаны өсөн ул икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ була. 1970-се йылдарҙа Анна Котельникова М. А. Шолоховтың «Крепкий узел», «Поднятая целина» әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙә, шулай уҡ «Солдатская вдова», «Бурелом», «Тревога», «Ревизор», «Поздняя любовь», «Брестская крепость» спектаклдәрендә уйнай.

1980-се йылдарҙа актриса «Хата с краю», «Моя тёща»,"Чти отца своего", «Красная шапочка», «Таланты и поклонники» спектаклдәрендә ролдәр башҡара. «Моя тёща» спектакле дүрт миҙгелдә 330 күрһәтелә.

А. Г. Котельникова, театрҙа 1932—1989 йылдар дауамында эшләп, сәхнәгә 58 йыл ғүмерен бирә.

Актриса 2004 йылдың 12 июнендә вафат була.

Коми-пермяк актрисаһы исемен Юсьва урта дөйөм белем биреү мәктәбе йөрөтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1983) — А. Н. Островскийҙың «Снегурочка» спектаклендәге Бобылиха ролен башҡарғаны өсөн
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (25.2.1975)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (14.3.1953)
  • Кудымкар ҡалаһының почетлы гражданы (1988) — хеҙмәте һәм ҡалаға 50 йәш тулыу уңайынан