Эстәлеккә күсергә

Котор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Котор
черног. Котор, Kotor
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Черногория

Координаталар

42°25′29″ т. к. 18°46′10″ кс. о.HGЯO

Мэр

Владимир Джокич

Беренсе мәртәбә телгә алынған

б.э.т. 168 йыл.

Элекке исеме

Акрувиум, Аскруйон, Декатерон, Каттаро

Майҙаны

335 км²

Бейеклеге

16 м

Климат тибы

субтропик

Рәсми теле

черногор теле

Халҡы

13 176 кеше (2003)

Милли состав

черногорҙар, сербтар

Конфессиональ составы

православие дине, католиктар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+382 32

Почта индексы

85330

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

KO

Рәсми сайт

opstinakotor.com

Котор (Ер)
Котор
Котор
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 125
рус.англ.фр.

Котор (черног. Котор/Kotor, сер. Котор/Kotor, хорв. Kotor, итал. Cattaro, лат. Acruvium, юнан. Ασκρήβιον) — Черногориялағы ҡала. Котор общинаһының административ үҙәге. Адриатик диңгеҙҙең Котор ҡултығы буйында урынлашҡан[1]. Тарихи яҡтан Котор һәм уны уратып алған ерҙәр Далмация төбәгенә ҡарай. Ҡаланың боронғо өлөшө ЮНЕСКО һағында тора.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Котор — Котор ҡултығының административ, мәҙәни, дини, мәғариф һәм иҡтисад үҙәге. Котор һәм Котор ҡултығы халҡының төп шөғөлө диңгеҙҙә йөҙөү һәм диңгеҙ аръяғы сауҙаһы була. Шуға күрә Котор Адриатик диңгеҙе яры буйының был өлөшөндә мөһим сауҙа үҙәктәренең береһенә әйләнә. Ҡалала Черногорияның диңгеҙ музейы, Диңгеҙ биологияһы институты, Черногория университетының диңгеҙ факультеты, «Черногорияның судно хужалары ассоциацияһы» урынлашҡан[2].

Төрлө мәҙәниәттәрҙең үҙенсәлекле ҡатнашыуы арҡаһында иҫке ҡала үҙәге 1979 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелә.

Котор һәм Котор ҡултығы йәй көнө

Ул Котор ҡултығының көньяҡ-көнсығышында, Ловчен тау һыртында урынлашҡан. Ҡала башлыса яр буйы буйлап һәм ҡалҡыулыҡ битләүҙәре буйындағы үҙәндә урынлашҡан, бейеклеге 260 метрға етә. Котор муниципалитетының майҙаны — 355 км². Котор ҡултығы (черног. Бока Которска, итал. Bocche di Cattaro) Адриатик диңгеҙенең материкка иң тәрән үтеп ингән өлөштәренең береһе. Ул бер нисә бәләкәй ҡултыҡтан тора, улар бер-береһе менән киң булмаған муйынтыҡтар менән тоташҡан һәм Европаның иң яҡшы тәбиғи гавандәренең береһе.

2000 йылдың июлендә Бока Которска донъяның иң матур егерме биш ҡултығы исемлегенә индерелә (был исемлектәге ҡалған ҡултыҡтар башлыса Скандинавия илдәрендә урынлашҡан)[3].

Котор һәм Котор ҡултығы ҡыш көнө

Котор климаты йылы, ҡоро йәйе һәм йомшаҡ, дымлы ҡышы менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура 15,2 °C. иң йылы ай — июль (25 °C), иң һыуыҡ ай — ғинуар (7,4 °C).

Уртаса температура буйынса көҙ яҙға ҡарағанда 2,0 градусҡа йылыраҡ. Йыллыҡ яуым-төшөм уртаса 2 152 миллиметр. Яуым-төшөмдөң күп өлөшө көҙгө (248 мм) һәм ҡышҡы (243 мм) айҙарға тура килә, ә аҙ өлөшө йәйге (68 мм) айҙарға тура килә. Ел башлыса көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан иҫә. 15 майҙан 10 октябргә тиклем диңгеҙ температураһы 18 °C-тан юғары, һәм һыу инеү миҙгеле йылына 144 көнгә тиклем 144 көнгә тиклем дауам итергә мөмкин[3].

2003 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Котор муниципалитетында 22947 кеше йәшәгән. Шуларҙың 10741 черногор һәм 7094 серб (47 % һәм 31 %). Которҙың үҙендә 13176 кеше йәшәй. Шуларҙың 6851 черногор һәм 3357 серб (ҡала халҡының 52 % һәм 25 %). Шул уҡ халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2003 йылда Котор муниципалитетында 17913 православие динендәге һәм 2832 католик йәшәгән (муниципалитет халҡының 78 % һәм 12,5 %). Котор ҡалаһында 10142 православие динендәге һәм 1552 католик йәшәгән (ҡала халҡының 77 проценты һәм 11,5 проценты). Был — илдә католик динендәге кешеләрҙең иң юғары проценты.

  1. Каттаро // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. СПб., 1907—1909.
  2. Stevan Kordić. «Kotor: Vodič kroz grad» (билдәһеҙ). — Котор: «Dobro More», 2005. — ISBN ASIN:B004G6JAB4.
  3. 1 2 Tourist Board of Kotor — About Kotor. Архивировано из оригинала 18 октябрь 2008 года.
  • Шаферова Л. А. Котор XII — начала XV веков. Социально-экономические отношения южнодалматинского города. — Красноярск: Изд-во Краснояр. ун-та, 1990. — 188 с. 600 экз. ISBN 5-7470-0027-6.

Ҡалып:Всемирное наследие в Черногории