Кочубейҙың айырым йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кочубейҙың айырым йорто
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Кочубейҙың айырым йорто Викимилектә

Л.В. Кочубейҙың айырым йорто (Ю.С.Нечаев-Мальцовтың)Санкт-Петербургта тарихи бина. Чайковский урамы, 30-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан. 1840 йылда архитектор Роман Кузьмин һәм Геральд Боссе проекты буйынса кенәз Лев Кочубей өсөн төҙөлә[1]. 1883—1884 йылдарҙа Юрий Нечаев-Мальцов өсөн төҙөүсе Леонтий Бенуа тарафынан яңынан ҡорола[2].

2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса, бина дәүләткә ҡарай, 1994 йылда уны Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы биләй[3][4].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе хужалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башында граф Кочубей йортона ҡараған ер биләмәһе адмирал Григорий Кушелевҡа ҡарай. Участкала ағас ҡоролмалар һәм ҙур баҡса була. 1840 йылдар башында адмиралдың улы таш йорт төҙөй, ул һуңынан граф С.О. Бержинскийға ҡуртымға бирелә. Һуңыраҡ бина С. Строгановҡа — Сәнғәттәр император академияһы президентының бүләһе граф А. С. Строгановҡа ҡарай[4].

Боссеның үҙгәртеп ҡороуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граф Лев Кочубейҙы, 1820 йылда

1840 йылдарҙа Сергиевский урамындағы ер участкаһын (хәҙер Чайковский урамы) Лев Кочубей, канцлер Виктор Павловичтың өлкән улы биләй. 1843—1844 йылдарҙа яңы хужа архитектор Роман Кузьминға йорттоң яңы проектына заказ бирә, төҙөлөш менән башҡа төҙөүсе — Гаральд Боссе идара итә. Эштәр 1845 йылда башлана һәм 1846 йылда тамамлана[5]. Эзбизташтан һалынған бинаның фасады үҙенсәлекле тәҙрәләр, аркалар, айырылып торған цоколь һәм кәрниз менән Флоренция неоренессансы стилендә биҙәлә. Эске бүлмәләр барокко һәм рококо стилендә эшләнә һәм һылау һәм һынлы сәнғәт менән биҙәлә[6].

Бенуаның үҙгәртеп ҡороуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Степанович Нечаев-Мальцов, 1913 йылға тиклем

1880 йылдар башында участканың яңы хужаһы булып Юрий Нечаев-Мальцов тора. 1883—1884 йылдарҙа уның саҡырыуы буйынса Леонтий Бенуа йортто үҙгәртеп ҡороуҙы башҡара. Бай мираҫҡа эйә булған Нечаев-Мальцев, шул ваҡытҡа ғәмәли статский советник дәрәжәһен ала һәм дәүләттең иң юғары вазифалы кешеләрен, хатта император ғаиләһен саҡырыу мөмкинлегенә эйә булыу өсөн ысын мәғәнәһендә һарай төҙөргә тырыша[6][7].

Нечаев-Мальцев йортто «хазиналар» менән тултырырға тырыша, уның инициативаһы буйынса Бенуа рәссам Генрих Семирадскийға төп зал өсөн панно эшләү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Бал залы өсөн Эрнст Липгарт һәм Константин Маковский биҙәктәре менән «ҙур роялгә» заказ бирә. Йортҡа йәнәш фонтан һәм оранжерея менән ҡышҡы баҡса йәнәш тора, оранжереяла канарейкалар менән тропик ҡоштар тотола. Нечаев-Мальцов һөйләүе буйынса, пальма оранжереяла бейек булып үҫеп китә, 20 мең һум аҡса[6] тотоноп, быяла түбәһен ике тапҡыр күтәрергә тура килә.

XX быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юрий Нечаев-Мальцев 1913 йылда вафат булһа, Сергивский урамындағы йортон, уның аҫрауға алынған улы Элим Павлович Демидов Сан-Донато ала. Бинаның һуңғы хужаһы ул була. Революциянан һуң айырым йорт национализациялана. 1920 йылда уны Петроград округы фотокинокомитетына тапшыралар, ә 1933 йылда — Смольный районына[4]. 1936 йылдан алып 1994 йылға тиклем йортто Дзержинский башҡарма комитеты, СССР тарҡалғандан һуң район хакимиәте биләй. 1994 йылда бина МВД ҡала үҙәк идаралығы бинаһына бирелә, ә 2014 йылда Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығының баш идаралығына бирелә[3][8][9].

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылдар башында бина реставрациялана, интерьерҙарының тарихи биҙәлеше тергеҙелә[10]. 2010 йылда ихатаһы фасадына реставрация үткәреү буйынса конкурс иғлан ителә, башланғыс хаҡы 14 миллион һумдан арта[11].

Йорттоң интерьерҙарында Виктор Мережконың «Хуторянин» сериалынан күренештәр өлөшөн төшөрәләр[12].

2019 йыл мәғлүмәттәре буйынса бинаны Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы биләй, йорт килеүселәр өсөн ябыҡ.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Аврора» панноһы, Генрих Семирадский, 1880 йыл

Боссе проектында эске бүлмәләрҙең декоратив доминантаһы булып беренсе ҡаттағы ҡунаҡ бүлмәһе менән икенсе ҡаттағы ашханалар менән тоташтырыусы баҫҡыс тора. Бенауның маҡсаты бал залын һәм башҡа бүлмәләрҙе биҙәу була. Закасы билдәләүенсә, зал стеналарын алтын ялатылған семәрле ҙур рамдарҙа көҙгөләр менән биҙәү талап ителә. Төҙөлөштә шул ваҡыттағы төп компаниялар һәм оҫталар ҡатнаша, ә биҙәү өсөн тик ҡыйбатлы һәм сифатлы материалдар ҡулланыла. Һылап эшләүҙе билдәле скульпторҙар династияһынан оҫта Иван Дылев башҡара, ул шулай уҡ семәрле панелдәр өсөн эскиздар эшләй[6][1].

Семирадскийҙың «Аполлон» картинаһын төп залдың түшәменә беркетәләр, эш менән француз мастеры Маршом етәкселек итә[6]. Семирадский йорт өсөн шулай уҡ «Аврора» һәм «Яҙ» композицияларын яҙа[13][14]. Йорт интерьерында бөтәһе нисә тиҫтә матур панно урынлаша, уларҙың бер нисәһен Иван Айвазовский эшләй. Леонтий Бенуа десюдепорт һәм плафондар өсөн эскиздар эшләй[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Паспорт объекта культурного наследия №78151029452006. Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (КГИОП) (2 июль 2015). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.(недоступная ссылка)
  2. Зеленянская, 2015
  3. 3,0 3,1 Полицейские страсти по Кочубею. «Фонтанка.ру» (3 июль 2014). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  4. 4,0 4,1 4,2 Миллионер поневоле. «Санкт-Петербургские ведомости» № 139 (5512) (31 июль 2015). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  5. Кочубеи и Санкт-Петербург. http://www.hist.vsu.ru/cdh/Articles/05-03.htm.+Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Жерихина, 2006
  7. Гавлин, 1996
  8. «Чайковского 30. Первые десять лет». Конкретно.ру (9 ноябрь 2011). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  9. Управление по борьбе с оргпреступностью выселяют на улицу. "Коммерсантъ С-Петербург" №143 (14 август 2002). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  10. Празднование Международного дня охраны памятников в Санкт-Петербурге продлится более недели. Regnum (8 апрель 2004). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  11. В Петербурге отреставрируют фасады домов Егорова, Эйлерса и ГУ МВД РФ по СЗФО. Фонтанка (22 июль 2010). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  12. Куликова Н. Про конец света, про Чечню, про любовь: 25 новых фильмов, снятых в Петербурге и Ленобласти. MR7 — Новости Петербурга (13 март 2013). Дата обращения: 26 ноябрь 2019.
  13. Ржевская, 2013, с. 434
  14. Карпова, 2009

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]