Кошице балалар тимер юлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кошице балалар тимер юлы
Рәсем
Дәүләт Flag of Slovakia.svg Словакия
Хеҙмәтләндереүсе Železničná spoločnosť Slovensko[d]
Рәсми асылған ваҡыты 1 май 1956
Наибольший уклон 24 промилле
Оҙонлоҡ 4,2 километр
Ошо юлдың картаһы
Ограничение скорости 20 километр в час
Commons-logo.svg Кошице балалар тимер юлы Викимилектә
Кошице тимер юлы хөрмәтенә мемориаль таҡта
Кошице тимер юлында асыҡ вагон
Кошице тимер юлында U36.003 серияһы танк-паровозы (1884 йылда сығарылған)
Альпинка ауылында станция

Кошице балалар (пионер/йәштәр) тимер юлы (словак Košická detská (pionýrská/mládežnická) železnica) — Словакияның Кошице ҡалаһында тар колеялы парк юлы. Элекке пионерҙер тимер юлы. 1956 йылда асыла, колея киңлеге 1000 мм. Чехия һәм Словакияла һаҡланып ҡалған берҙән-бер балалар тимер юлы, өҫтәүенә, хәҙер ҙә балаларҙы хеҙмәтләндерә[1][2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юл 19551956 йылдарҙа Кошице транспорт предприятиеһы һәм Чехословакия тимер юлдары идаралығы ярҙамы менән төҙөлгән. Башта уны балалар хеҙмәтләндерә. 1973—75 йылдарҙа поезд хәрәкәте башҡарылмай. 1986—87 йылдарҙа юл реконструкциялана. 1990 йылда социализм төҙөлөшө ҡолау менән юл балаларҙыҡы булыуҙан туҡтай һәм уны өлкәндәр хеҙмәтләндерә. 1993—96 йылдарҙа паровоз боҙолоу сәбәпле поезд йөрөүҙән туҡтай. Әммә 2011 йылдан юлды яңынан балалар хеҙмәтләндерә, юлда түңәрәктәр эшләүе, хәрәкәт итеү составын яңыртыу дауам итә[3]

Әлеге ваҡытта юл май айынан башлап август айына тиклем эшләй.

Хәрәкәт итеү составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юл Чермель тау йылғаһы буйындағы Чермель үҙәнендә урынлашҡан. Альпинка, Чермель станциялары һәм Впред аралаш платформаһы бар. Юл оҙонлоғо — 4,2 км, план буйынса 1 саҡрым юлды оҙонатыу күҙаллана. 2 светофоры һәм 3 семафоры бар, әммә улар әле ҡулланылмай. Юл трассаһын бер нисә йылға киҫеп үтә, улар аша сығыу өсөн күперҙәр һәм һыу үткәреү өсөн торбалар бар.

Хәрәкәт итеү составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • U36.003 сериялы танк-паровоз, 1884 йылда етештерелгән,
  • TU29.002 һәм TU29.003 сериялы ике тепловоз, ЧКД Прага етештергән,
  • 3 асыҡ һәм 2 ябыҡ вагон, боронғо стилдә эшләнгән, шулай уҡ 2 ярҙамсы һәм 1 йөк вагоны.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]