Кравцова Надежда Александровна
| Кравцова Надежда Александровна | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 28 декабрь 1932 |
| Тыуған урыны | Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Вафат булған көнө | 21 август 1991 (58 йәш) |
| Вафат булған урыны | Витебск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Надежда Александровна Кравцова (Надя Богданова, кейәүгә сыҡҡас — Кравцова; 28 декабрь 1931, Авданьки ауылы, Витебск өлкәһе, Белорус ССР-ы — 21 август 1991, Витебск, Белорус ССР-ы) — участница Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссия партизан хәрәкәтендә ҡатнашыусы. СССР-ҙа иң йәш пионер-герой[1]. 9 йәшендә Витебск ерендә ойошҡан партизан отрядында[2], разведчица була. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм медалями «Батырлыҡ өсөн», «„Хәрби хеҙмәттәре өсөн“ миҙалы», I дәрәжә Медаль «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән бүләкләнгән[3]. Исеме Ленин исемендәге Белорус республика пионер ойошмаһының почёт китабына индерелгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Надежда Богданова 1931 йылдың 28 декабрендә Белорус ССР-ы Витебск өлкәһе Городок районы Авданьки ауылында тыуған[4].
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш башланыу менән, Надя йәшәгән Могилёв балалар йорто Белоруссиянан Фрунзе ҡалаһына (Хәҙерге Бишкек, Ҡырғыҙстан) эвакуациялана. Смоленск ҡалаһын уҙғас, немец самолёттары һөжүм итеп. балалар йорто тәрбиәләнеүселәре эшелонына өс тапҡыр бомба ташлай: күп балалар һәләк була, тере ҡалғандар урманға ҡаса һәм кем ҡайҙа таралып китә. Надя һәм уның иптәше Юра Семёнов өс аҙнанан немецтар оккупациялаған Витебск ҡалаһына барып етә. Аслыҡтан үлмәҫ өсөн, улар Витебск һәм Городок райондары ауылдары буйлап йөрөй һәм хәйер һорай.
1941 йылдың көҙөндә Надя Богданова «Путивльский» партизан отрядына ҡабул ителә[5]. 1941 йылдың 7 ноябрендә, Бөйөк Октябрь революцияһы йыллығына арнап, Надя Богданова һәм Ваня Звонцовҡа Витебскиҙа өс ҡыҙыл байраҡ күтәреү эше йөкмәтелә. Беренсе байраҡты улар тимер юл вокзалына, икенсеһен һөнәрселек училищеһы бинаһына һәм өсөнсөһөн — ташландыҡ папирос фабрикаһына урынлаштыра. Задание үтәгәндән һуң, таң менән йәш партизандар юлға сыға, унда фашистар уларҙы туҡтатып тентей һәм фабриканан партизандар өсөн алған папиростарҙы таба. Уларҙы штабҡа алып киләләр, оҙаҡ язалайҙар һәм атып үлтерергә ҡушалар. Бер версия буйынса, Надя аңын юғалта һәм мәйеттәр араһында иҫенә килә. Икенсеһе буйынса — соҡорға ҡолап төшә һәм яр буйында уяна.
1943 йылдың февраль башында Беларустың баҫып алынған тораҡ пункттарында гитлерсылар ут нөктәләре ҡуя, юлдарға мина урынлаштыра, танктарҙы ергә күмә. Шундай урындарҙың береһендә — Витебск өлкәһе Шарковщин районының Балбеки ауылында — разведка үткәрергә һәм немецтарҙың пушкалары, пулемёттары ҡайҙа маскировкаланғанлығын, һаҡсылары ҡайҙа тороуын, ауылға ниндәй яҡтан һөжүм итеү яҡшыраҡ булыуын асыҡларға кәрәк була.
Мәғлүмәтте алыу буйынса ебәрелгән партизандар төркөмө юғалтыуҙар кисереп, уңышһыҙ тамамланғанлыҡтан, отряд командованиеһы был заданиеға разведка начальнигы Ферапонт Слесаренконы һәм Надя Богданованы ебәрергә ҡарар итә. Хәйерсе сифатында, Надя ауылдағы хәлде разведкаларға, ә Слесаренко ауылдан алыҫ булмаған урманда Надяның кире китеүен ҡапларға тейеш була. Мәғлүмәт алғандан һуң, партизандар Балбекиға һөжүм итеү сигнал ракетаһын бирергә тейеш була. 1943 йылдың 5 февраленә ҡарай төндә Пономаренко исемендәге 2-се Белорус бригадаһы ауылдың ике яғынан фашистарға һөжүм итә. Унда Надя беренсе тапҡыр төнгө алышта ҡатнаша. Был алышта Слесаренконың һул ҡулы яралана: ул йығылып, бер ни тиклем ваҡытҡа аңын юғалта. Надя уның яраһын бәйләй. Күккә йәшел ракета күтәрелә, был командирҙан бөтә партизандарға урманға сигенергә тигән сигнал була. Надя һәм яраланған Слесаренко отрядҡа китергә маташа, әммә күп ҡан юғалтҡан Слесаренко тәрән көрт эсендә хәлһеҙләнә. Ул үҙен шунда ҡалдырып, Надяға ярҙам һорап отрядҡа барырға бойора. Командирҙы шыршы ботаҡтары менән ҡаплап, Надя отрядҡа юллана.
1943 йылдың февраль аҙағында Блинов етәкселегендәге 6-сы отрядтың шартлатыусы партизандары Витебск өлкәһе Езерищенский районы (хәҙерге Городок районы) Стаи ауылы янында Невель — Великие Луки — Усвяты шоссе юлдары сатында миналар ҡуйырға һәм фашистарҙың Ленинград яғына хәрәкәтен туҡтатыу өсөн полиция һаҡлаған күперҙе шартлатырға бойороҡ бирелә. Был операцияла Надя Богданова һәм Юра Семёнов ҡатнаша. Балалар күпергә мина ҡуйып, отрядҡа кире ҡайта башлағас, уларҙы полицайҙар туҡтата. Надя хәйерсе булып ҡылана башлай, уны темтегәндә, полицайҙар рюкзагында шартлатҡыс киҫәге таба. Надя менән Юранан һорау ала башлайҙар, шул мәлдә шартлау яңғырай, һәм күпер ҡыйрала. Полицайҙар күпергә балалар мина ҡуйғанын аңлай. Тотҡондарҙы бәйләп, санаға һалалар һәм гестапоға алып китәләр. Унда Юраны атып үлтерәләр, Ә Надяны ете көн язалайҙар, арҡаһын өтөп йондоҙ яһайҙар, тышҡы һалҡында боҙло һыу ҡойоп, ҡыҙған ташҡа баҫтыралар. Бер нимә лә өндәшмәгәс, ҡанға батҡан ҡыҙҙы фашистар, тере ҡалмаҫ, тип уйлап, һыуыҡ тышҡа сығарып ташлай.
Шул ауыл ҡатыны Лидия Шиёнок Надяны табып, Пономаренко исемендәге 2-се Белорус бригадаһы штабы урынлашҡан ауылға, үҙ йортона, алып килә[3][6].
Һуғыштан һуң
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң өс йыл үткәс, академик В. П. Филатов Надежданың күреү һәләтен тергеҙә. Ул Витебск ҡалаһында йәшәгән һәм һуғышҡа ҡатнашҡанын бер кемгә лә әйтмәгән. Тик 15 йылдан һуң, уның командиры «Разведчица Надя» радиотапшырыуында Надяны һәләк булған (?) тип телгә алғас ҡына, ул яуап бирә һәм уның һуғыш йылдары бала сағы тураһында билдәле булған. Надежда кейәүгә сыҡҡан һәм 4 бала — үҙенекеләрҙе (үҙе тыуҙырған) һәм һуғыш ваҡытында уны ҡабул итеп, ҡараған ҡатын-ҡыҙҙың балаларын да — тәрбиәләгән. пионерҙар һәм Белоруссия крайҙы өйрәнеүселәре менән хат алышҡан.
Сәнғәттә образы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Надя Богданова тураһында — СССР-ҙа сыҡҡан «Пионер-геройҙар» тигән йыйынтыҡтағы китаптарҙың береһе (А4 форматлы йоҡа китаптар йыйынтығы, улар герой пионерҙарҙың портреттары менән бергә бер папкаға һалынған, (папкала) типография яҙыуҙары һәм һүрәттәре бар; һәр китап бер пионер-герой тураһында бәйән итә).
- Надя Богданова «Беренсе отряд» тигән аниме-мультфильмының төп геройы Надяның прототибы ((дүрт серияның) беренсеһе 2009 йылда сыҡҡан, ҡалған өс серияһы төшөрөлмәгән). Ләкин мультфильмдағы Надяның Бөйөк Ватан һуғышындағы хәрәкәттәре — ысын Надя Богданованың һуғыштағы хәрәкәттәренән айырыла, оҡшамаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ирина Липовец. Как пионеры становились героями? Собеседник (1 июль 2012). Дата обращения: 23 декабрь 2015. Архивировано 24 декабрь 2015 года.
- ↑ Самая юная партизанка планеты Надя Богданова. Дата обращения: 11 ноябрь 2017. Архивировано из оригинала 11 ноябрь 2017 года.
- 1 2 Богданова Надежда Александровна. Дата обращения: 11 ноябрь 2017. Архивировано 12 ноябрь 2017 года.
- ↑ Надежда Богданова. Символ мужества. Дата обращения: 11 ноябрь 2017. Архивировано 11 ноябрь 2017 года.
- ↑ В одиночку на батальон фашистов: четыре подвига неизвестных пионеров-героев. Дата обращения: 11 ноябрь 2017. Архивировано 11 ноябрь 2017 года.
- ↑ Неубиваемая: три жизни Нади Богдановой. Дата обращения: 11 ноябрь 2017. Архивировано 11 ноябрь 2017 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 28 декабрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 21 августа вафат булғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Балалар һәм үҫмерҙәр — Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары
- Герой пионерҙар
- Бөйөк Ватан һуғышы партизандары
- Белоруссия партизандары
- Дәүләт наградалары менән бүләкләнгән балалар