Краковия стадионы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Краковия стадионы
Нигеҙләү датаһы 25 сентябрь 2010
Рәсем
Спорт төрө Футбол
Кем хөрмәтенә аталған Пилсудский Юзеф
Дәүләт  Польша
Административ-территориаль берәмек Краков
Хужаһы Краков
Хеҙмәтләндереүсе Краковия[d]
Архитектор Estudio Lamela[d]
Рәсми асылыу датаһы 25 сентябрь 2010
Обитатель Краковия[d]
Һыйым 15 016
Рәсми сайт cracovia.pl/pilka-nozna/…
Карта

Юзеф Пилсудский исемендәге Краковия стадионы (пол. Stadion Cracovii im. Józefa Piłsudskiego) — Польшалағы Краков ҡалаһында урынлашҡан футбол стадионы. Стадиондың һыйҙырышлылығы 15 016 тамашасы тәшкил итә. Ул «Краковия» футбол клубының үҙ аренаһы булып хеҙмәт итә.

Тәүге «Краковия» стадионы 1912 йылда төҙөлә һәм шул уҡ йылдың 31 мартында асыла. 1914 йылда Беренсе бөтә донъя һуғышында уны рус ғәскәрҙәре емерә, ә киләһе йылда тергеҙелә. 19451946 йылдарҙа Краковия стадионы Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләренән тергеҙелә. 1963 йылдың 16 декабрендә уны билдәһеҙ кешеләр яндыра. 1966 йылдың 11 сентябрендә яңы арена асылһа ла, эштәр 1967 йылға тиклем дауам итә.

Иҫке стадион 2009 йылдың уртаһында һүтеп алына һәм 2010 йыл аҙағына тиклем уның урынына заманса арена төҙөлә[1]. Яңы стадион УЕФА стадиондарының 3 рейтингы категорияһы критерийҙарына тап килә[2].

Стадион проекты күп архитектура конкурстарында бер нисә тапҡыр бүләкләнә. 2010 йылда ул Краков ҡалаһындағы иң яҡшы архитектура ҡоролмаһына бирелә торған Януш Богдановский премияһына лайыҡ була[3]. Стадион Краков туғайынан көньяҡҡа ҡарай (Краков районындағы Звежинец), «Краковия» ҡаршы яҡ клубының Ҡала стадионынан алыҫ түгел урынлашҡан.

1936 йылдан Краковия стадионы тергеҙелгән Польша дәүләтенең беренсе башлығы, поляк армияһына нигеҙ һалыусы һәм Польша маршалы Юзеф Пилсудский исемен йөрөтә[4].

2016 йылдың 9 октябрендә Краковия стадионында Украина һәм Косово йыйылма командалары араһында футбол буйынса 2018 йылдың донъя чемпионатына һайлап алыу матчы уҙғарыла, сөнки шул ваҡытҡа Украина Косово паспорттарын танырға теләмәй[5][6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Stadion im. Józefa Piłsudskiego (Stadion Cracovii), stadiony.net. 19 февраль 2019 тикшерелгән.
  2. Stadion Cracovii Kraków, zwiedzamstadiony.pl. 19 февраль 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 15 февраль архивланған.
  3. Architekci stadionu Cracovii nagrodzeni, DAH, krakow.gazeta.pl. 19 февраль 2019 тикшерелгән. 2011 йыл 23 август архивланған.
  4. Stadion Cracovii, sportowacracovia.wordpress.com. 19 февраль 2019 тикшерелгән. 2013 йыл 10 сентябрь архивланған.
  5. Ukraine’s national teams to play Kosovo at neutral venues. InSerbia.
  6. Ukraine beats nomadic Kosovo 3-0 to end winless run. Yahoo! Sports. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]