Краснов Михаил Михайлович
Краснов Михаил Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 май 1929 |
Тыуған урыны | Шуя[d], Иваново-Вознесенская губерния[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 24 июнь 2006 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | офтальмолог |
Эшмәкәрлек төрө | офтальмология[d] |
Эш урыны |
Московский научно-исследовательский институт глазных болезней имени Гельмгольца[d] Научно-исследовательский институт глазных болезней РАН[d] Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты Вестник офтальмологии[d] |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто | Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Акопян, Владимир Сергеевич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Краснов Михаил Михайлович (31 май 1929 йыл — 24 июнь 2006 йыл) — СССР һәм Рәсәй офтольмологы, глаукоманы лазер менән дауалау ысулына нигеҙ һалыусы. Медицина фәндәре докторы, профессор, СССР һәм Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы, СССР Медицина фәндәре академияһының күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты директоры, «Вестник офтальмологии» журналының баш мөхәррире.
Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979) Ленин премияһы лауреаты, СССР дәүләт премияһы һәм СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты[1].
Билдәле офтольмолог, Социалистик Хеҙмәт Геройы Михаил Леонидович Красновтың улы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Михайлович Краснов 1929 йылдың 31 майында Иваново өлкәһенең Шуя ҡалаһында тыуған.
1953 йылда 2-се Мәскәү медицина институтының дауалау факультетын отличие менән тамамлай. Шул үк йылда Гельмгольц исемендәге Мәскәү күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1956 йылдан был институтта табип, кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1956 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1960 йылдан — Табиптарҙың квалификацияһын күтәреү дәүләт үҙәк институты доценты.
1964 йылда Краснов докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Был ваҡытта инде уның исеме офтальмологияла киң билдәле була, ул конкурс буйынса 2-се Мәскәү медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире булып һайлана, һәм унда 1973 йылға тиклем эшләй.
Рәсәйҙең төп офтальмологик журналы, һөнәре буйынса төп журнал — «Вестник офтальмологии» журналының баш мөхәррире була.
Киләһе йылдарҙа уның ойоштороу таланты сағыла. 1973 йылда СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бөтә Союз күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтын ойоштороу инициаторы һәм 1974 йылдан уның етәксеһе була. Бер үк ваҡытта 1-се Мәскәү медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһын етәкләй. Красновтың фәнни эшмәкәрлеге лә йылдам үҫешә, 1971 йылда ул СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
1975 йылда Михаил Михайлович СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы булып һайлана.
СССР Юғары Советы Президиумының 1979 йылдың 30 майындағы указы менән халыҡ һаулығын һәм медицина фәнен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн Краснов Михаил Михайловичҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
2001 йылға тиклем һуңынан Рәсәй медицина фәндәре академияһының күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына әйләнгән институттың мөдире вазифаһын биләй. 2002 йылға тиклем И. М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһында күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире булып ҡала (бер үк ваҡытта). 2002 йылдан алып 2006 йылға тиклем — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты баш идаралығының баш консультанты.
Краснов Халыҡ-ара офтальмология академияһы һәм бер нисә халыҡ-ара офтальмологик йәмғиәт ағзаһы була.
Мәскәүҙә йәшәй. 2006 йылдың 24 июнендә вафат була. Введенском кладбище ерләнгән (29 участка)[2]..
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Красновтың исеме күҙ ауырыуҙарын диагностикалауҙың һәм дауалауҙың яңы ысулдарын эшләү һәм формалаштырыу дәүере менән бәйле. Офтальмологияла Ватан микрохирургияһына, күҙгә хәҙерге кимәлдә хирургик саралар үткәреү мөмкинлеген биргән принципиаль яңы йүнәлешкә нигеҙ һалыусы.
Донъя практикаһында беренсе булып Краснов глаукоманы, мөгөҙморон ауырыуҙарын һәм линзаны үҙе тәҡдим иткән үҙенсәлекле лазер ҡоролмалары ярҙамында, быға тиклем медицина практикаһында ҡулланылмаған, бысаҡһыҙ дауалауҙың яңы ысулдарын эшләй. Күҙе янған пациентҡа ике һуҡыр күҙҙән бер күргән күҙ реконструкциялау буйынса уникаль, донъялағы берҙән-бер операция яһай. Донъя практикаһында тәүге тапҡыр мөгөҙ ҡатлауға төшкән аҡты дауалауҙың үҙенсәлекле ысулы — пациенттың үҙ туҡымаһы нигеҙендә күҙгә оптик линзаны «имплантациялау» ысулы тәҡдим ителә.
400-ҙән ашыу ғилми баҫма, шул иҫәптән ике тапҡыр СССР-ҙа баҫылған, шулай уҡ Германияла (1977) һәм АҠШ-та (1979) баҫтырылған «Микрохирургия глауком» монографияһы авторы. Донъяның 13 илендә алынған уйлап табыуҙарға 40-тан ашыу патент авторы.
Һайланма хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краснов М. М. Микрохирургия глауком. — 2-е изд. — М.: Медицина, 1980. — 247 с.
- Краснов М. М. Актуальные проблемы офтальмологии. — М.: Медицина, 1981. — 301 с.
Маҡтаулы исмдәре һәм башҡабүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)[3].
- Ленин ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1994)[4].
- Ленин премияһы (1978 йылда) — «Күҙ хирургияһының яңы принциптары» тикшеренеүҙәр комплексы өсөн
- СССР Дәүләт премияһы (1975 йыл) — глаукоманы дауалау һәм диагностикалау буйынса эштәр циклы өсөн
- СССР Министрҙар Советы премияһы (1984 йыл)
- В. П. Филатов исемендәге премия (1978 йыл)
- башҡа наградалар
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Посвящение. Михаил Михайлович Краснов в воспоминаниях / Московское науч. о-во офтальмологов; [под ред. С. Э. Аветисова]. — Москва : Апрель, 2013. ISBN 978-5-905212-25-3
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кузьмин М. К. Учёные-медики — Герои Социалистического Труда. — М., 1988.
- ↑ Надгробный памятник (Введенское кладбище, участок № 26) 2013 йыл 21 сентябрь архивланған. — Сайт «Герои Страны»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 21 мая 1999 года № 635 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . Дата обращения: 13 октябрь 2018. Архивировано 14 октябрь 2018 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 сентября 1994 года № 1870 «О награждении орденом Дружбы народов Краснова М.М.» Дата обращения: 13 октябрь 2018. Архивировано 14 октябрь 2018 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 31 майҙа тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 24 июндә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Рәсәй дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаттары
- Фән һәм техника өлкәһендәге РФ Хөкүмәте премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Введенский зыяратында ерләнгәндәр
- XXI быуат күҙ табиптары
- XX быуат күҙ табиптары
- Рәсәй күҙ табиптары
- СССР күҙ табиптары
- Алфавит буйынса күҙ табиптары
- Алфавит буйынса медиктар
- XXI быуат медиктары
- XX быуат медиктары
- Рәсәй медиктары
- СССР медиктары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Мәскәү дәүләт медицина университеты уҡытыусылары