Краснодар дәүләт мәҙәниәт институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Краснодар дәүләт мәҙәниәт институты
Нигеҙләү датаһы 1966
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Краснодар
Урынлашҡан урамы улица имени 40-летия Победы[d]
Урын Краснодар
Уҡыусылар һаны 4500
Адрес г. Краснодар, ул. имени 40-летия Победы, 31
Рәсми сайт kgik1966.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория: Краснодар мәҙәниәт институты уҡытыусылары[d]
Карта
 Краснодар дәүләт мәҙәниәт институты Викимилектә

Краснодар дәүләт сәнғәт институты — Рәсәй Федерацияһы Краснодар ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Краснодар дәүләт мәҙәниәт институты 1966 йылдың ноябрендә СССР хөкүмәте ҡарарына ярашлы (СССР Министрҙар Советының 1966 йылдың 5 ноябрендәге 863-се ҡарары) ойошторола. Яңы булдырылған институтта китапхана һәм мәҙәни-ағартыу факультеттары асыла, 200 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 150[2]) студент уҡый, уҡытыусыларҙың һаны — 45. 1968 йылда 502 урынлыҡ ятаҡхана барлыҡҡа килә[2] һәм сит илдәрҙән тәүге студенттар ҡабул ителә[2]. 1973 йылда музыка-педагогия факультеты асыла.

1991 йылда институт — Краснодар дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институты, 1993 йылда — Краснодар дәүләт мәҙәниәт академияһы, 1997 йылда — Краснодар дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт академияһы, 1998 йылдың 23 ноябрендә — Краснодар дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты итеп үҙгәртелә. 2015 йылдың 4 авгусында институтҡа тарихи исеме ҡайтарыла — Краснодар дәүләт мәҙәниәт институты.

Институттың бөгөнгө көнө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институтта бер ук ваҡытта яҡынса 5 мең студент 50 һөнәр буйынса белем ала[2]. Уҡыу формалары — көндөҙгө, ситтән тороп, икенсе юғары белем. Уҡыу-уҡытыу процесында юғары профессиональ белем биреүҙән тыш (88 һөнәр буйынса), шулай уҡ 11 аспирантура һәм 3 докторантура тормошҡа ашырыла. 2013 йылға ҡарата институтта 89 фән докторы, профессорҙар, 165 фән кандидаты, доцентар,8 Рәсәй Федерацияһының халыҡ һәм 15 атҡаҙанған артисы, 1 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, 13 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1 Рәсәй Федерацияһының юғары мәктәптәренең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, 3 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы, 1 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы, 1 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, 1 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры, 1 Урта профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре эшләй. Бынан тыш 41 кеше Кубандең почетлы исеменә эйә булған, 52 кеше төрлө ижади союздар ағзалары, 40-тан ашыу кеше төрлө фестивалдәр һәм конкурстар лауреаты.

Өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү факультеты сиктәрендә 2015 йылда структура подразделениеһы булараҡ балалар студияһы асыла (Балалар сәнғәт мәктәбе). Бүлек мөдире — Камович Жанна Михайловна[3].

2017 йылда институт эргәһендә Музыкаль кадет корпусы асыла. Хәҙерге ваҡытта корпуста бюджет нигеҙендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән малайҙар уҡый. Кадеттар төрлө конкурс-фестивалдәр лауреаттары. Директоры — Копылов Владимир Андреевич[4].

2008—2012 йылдарҙа Университет консерваторияһын Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй композиторҙар союзы бүлексәһе етәксеһе В. А. Чернявский етәкләй.

Институт белгестәр әҙерләүҙә Краснодар дәүләт академия драма театры Краснодар, Краснодар дәүләт филармонияһы һәм «Премьера» ижад берекмәһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Юғары уҡыу йортоноң йәштәр опера театрыопералар постановкаларын ҡуя. Уҡытыусылар һәм студенттар көсө менән П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин», К. В. Молчановтың «Зори здесь тихие», С. В. Рахманиновтың «Алеко» опералары,В. А. Чернявскийҙың «Терем-теремок» балалар операһы ҡуйыла.

2015—2016 уҡыу йылында төрлө кимәлдәге һәм йүнәлештәге 13 фестиваль һәм конкурстар үткәрелде. Тәүге тапҡыртөбәк-ара тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа башҡарыусылары фестиваль-конкурсы үткәрелә, әлеге конкурс 17 йәшкә тиклемге йәш һәләтлеләргә ярҙам итергә тәғәйенләнгән.

Традиция буйынса вуз Г. М. Концевич исемендәге халыҡ йыры, «Краснодар камератаһы» камера музыкаһы, М. А. Балакирев исемендәге урыҫ музыкаһы пианист-башҡарыусылар, «Студент хор ассамблеялары» кеүек Халыҡ-ара фестиваль-конкурстар үткәрә.

2015—2016 уҡыу йылында институтта 20-нән ашыу төрлө йүнәлештәге һәм кимәлдәге концерт, спектакль һәм постановкалар ҡуйылды. Улар араһында «Улар тыуған иле өсөн көрәште» театрлаштырылған тамаша (И. О. Марков), «Ҡырҡ беренсе» спектакле (Н. Н. Васильченко). Оҙайлы тәнәфестән һуң тәүге тапҡыр Н. Н. Кириченко етәкселегендә һәм С. Н. Жмурина етәкселегендә симфоник оркестры ҡатнашлығында опера-буфф ҡуйыла. «Дон Паскуале» операһының (Гаэтано Доницетти) премьераһы 25 мартта уҙғарыла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрамы көнөнә арнала.

2015—2016 уҡыу йылында Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән (Италия, АҠШ, Сербия, Финляндия, Ҡытай) 38 мастер-класс һәм ижади осрашыуҙар (менеджерҙар, профессорҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, халыҡ артистары, режиссеҙар, актерҙар, сценаристар, музыкантар менән) ойошторола.

2016 йылда әҙәбиәт өлкәһендәге Дәүләт премияһына Кубань казактар хоры етәксеһе, Краснодар дәүләт мәҙәниәт институтының халыҡ мәҙәниәте факультеты профессоры Захарченко Виктор лайыҡ була.

Юғары төбәк наградаһы «Кубань хеҙмәте Геройы» миҙалына Телетапшырыуҙар, театр һәм һынлы сәнғәт сәнғәте факультеты деканы, профессор Владимир Рунов лайыҡ була.

Социаль-гуманитар белемефакультеты деканы Наталья Александровна Гангур, халыҡ хор ижады кафедраһы мөдире Светлана Александровна Жиганова, мәҙәниәт тарихы һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире Вардан Григорьевич Торосян һәм халыҡ хор йыры кафедраһы доценты Татьяна Александровна Криницкая Краснодар крайы хакимиәте премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булдылар. Т. Криницкая шулай уҡ Кубань мәҙәниәт атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.

Ректорҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Павел Васильевич Наянов (1966—1983)
— Леонтий Алексеевич Солодухин (1983—1991)
— Ирина Ивановна Горлова (1991—2008)
— Наталья Романовна Туравец (2008—2010)[5]
— Николай Николаевич Шадюк, в.в.б. (2010—2013)
— Сергей Семенович Зенгин (2013 йылдан)

Факультеттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • консерватория
  • мәғлүмәт-китапхана
  • социаль-мәҙәни эшмәкәрлек һәм туризм
  • театр сәнғәте һәм телетапшырыуҙар
  • халыҡ мәҙәниәте
  • дизайн, һынлы сәнғәт һәм гуманитар белем
  • өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]