Красное знамя (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Красное знамя»
Тип

Нефтекама ҡалаһының ижтимағи-сәйәси баҫмаһы

Форматы

4А3

Штат хәбәрселәре

Коллектив[1]

Тиражы

7525 дана (2016 йыл,
2 ғинуар)

Веб-сайты

http://www.kzgazeta.ru/

«Красное знамя»Нефтекама ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите, аҙнаһына өс тапҡыр баҫыла.

Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм «"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһы[1]. 1965 йылдың 10 апреленән[1] урыҫ телендә нәшер ителә. 2007 йылдан алып ай һайын гәзиттең «Кама тулҡындары» исемле башҡорт телендәге ҡушымтаһы сығарыла.

Тарихы һәм бөгөнгөһө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1965 йылдың мартында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Нефтекама ҡалаһында урыҫ телендә «Красное знамя» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Баҫманың беренсе мөхәррире итеп быға тиклем «Советская Башкирия» (хәҙер «Республика Башкортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән Михаил Новиков тәғәйенләнә[2]. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1957 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1964 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен ситтән тороп тамамлаған була.

Мөхәррир барлыҡ ойоштороу мәсьәләрен тиҙ арала хәл итә, һәм 1965 йылдың 10 апрелендә нефтселәрҙең йәш ҡалаһы гәзитенең беренсе һаны биш мең дана тираж менән донъя күрә. Ул быға тиклем «Башнефтепромстрой» тресының «Нефтекамский строитель» һәм «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының «Нефтяник Арлана» күп тиражлы гәзиттәре нәшер ителгән типографияла баҫыла. «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Нефтекама ҡалаһының почетлы гражданы» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Михаил Новиков 15 йыл дауамында (1965—1980) «Красное знамя» гәзитенең мөхәррире була.

Артабан гәзитте бер ни тиклем ваҡыт Марсель Гасимович Бабич һәм Лариса Аркадьевна Михляева мөхәррирләй[2]. 1984 йылда баҫманың мөхәррире итеп 1977 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, быға тиклем редакцияла эшләп, ябай әҙәби хеҙмәткәрҙән мөхәррир урынбаҫарына тиклем ижади эшмәкәрлек юлы үткән Галина Завьялова тәғәйенләнә[2]. М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған тәжрибәле матбуғат хеҙмәткәре баҫманы 19 йыл (1984—2003) етәкләй. Уның исеме 2015 йыл аҙағында Өфөлә донъя күргән «Журналисты России. XX-XXI» тигән энциклопедияға индерелгән[3].[4]

Ил һәм ҡала тарихындағы был үҙенсәлекле осорҙа гәзит иң ҙур тираж менән баҫыла, уны ғәмәлдә Нефтекаманың һәр ғаиләһендә бик теләп алдырылар һәм оло ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйҙар. Галина Завьялова хаҡлы ялға киткәндән һуң, 2003 йылдың 30 майында мөхәррир итеп Гөлназ Әүхәҙиева тәғәйенләнә[5]. Редакцияла эшләгән ике тиҫтә йылдан артығыраҡ ваҡытының ете йылын ул нәҡ ошо вазифаға арнай.

2010 йылдан «Красное знамя» гәзитенең баш мөхәррире — Сабитова Людмила Валерий ҡыҙы[1].

2008 йылдан баҫманың шәмбе һаны төҫлө булып донъя күрә. Нәҡ шул йылдан гәзиттең рәсми сайты булдырыла, 2010 йылдан уның электрон вариантына ла подписка иғлан ителә. 2015 йыл аҙағында «Красное знамя» 5498 дана менән баҫылһа, 2016 йылда уның дөйөм тиражы 7525 дана тәшкил итте, шул иҫәптән баҫма версия — 7491, электрон версия — 34 дана.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Золотой фонд прессы» билдәһе.

Маҡтаулы исемлеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Новиков Михаил Павлович — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Нефтекама ҡалаһының почетлы гражданы[6], гәзиттең беренсе (1965—1980 йылдар) мөхәррире.
  • Михляева Лариса Аркадьевна (1945—2020) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)[7], гәзиттең дүртенсе мөхәррире (1982—1984)[2].
  • Завьялова Галина Сергеевна — Башҡортостан Республикаһынын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, гәзиттең 1984—2003 йылдарҙағы мөхәррире.
  • Әмирова Зилә Нәғим ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһынын атҡаҙанған матбуғат hәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015), баш мөхәррир урынбаҫары.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]