Красноусол минераль сығанаҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Красноусол минераль сығанаҡтары
Сығанаҡ төрө шишмә
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Красноусол минераль сығанаҡтары (Рәсәй)
Blue pog.svg
Красноусол минераль сығанаҡтары
Красноусол минераль сығанаҡтары (Башҡортостан Республикаһы)
Blue pog.svg
Красноусол минераль сығанаҡтары
Commons-logo.svg Красноусол минераль сығанаҡтары Викимилектә

Ҡалып:ВО:Общие проверки

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары — Башҡортостандың Ғафури районы Красноусол (1965 йылдан) ҡасабаһында урынлашҡан гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].

Һаҡлау объекты: Уникаль шифалы сығанаҡтар. Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияһының тәғәйенләнеше:

1. Шифалы сығанаҡтарҙы һаҡлау.

2. Минераль сығанаҡтарының дауалауҙа файҙаланыуы[2].

Красноусол минераль һыуҙары Көньяҡ Уралдың көнбайыш итәгенең Тоҙйылға йылғаһы үҙәнендә, Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Сығанаҡтарҙың һыуы Усолка йылғаһына ағып төшөп, уны өлөшләтә тоҙло итә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Красноусол минераль сығанаҡтары, Тоҙйылға

Красноусол минераль сығанаҡтары XVI быуаттан билдәле. Иван Грозный дәүере риүәйәттәренән, Кама һәм Ағиҙел буйлап стругаларҙа Башҡортостанға Өфө зинданын (острог) төҙөргә килгән стрелецтар һәм казактар отряды Ағиҙел йылғаһы ағымы буйлап өҫкә Тоҙйылғаның инешенә тиклем барып еткән. Ошо ерҙә Табын исемен алған острогҡа нигеҙ һалына.

1924 йылда Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау Халыҡ Комиссариаты Красноусол сығанаҡтарына табип Петр Степанович Зотовты, ике шәфҡәт туташын һәм аш бешереүсене йүнәлтә. Сығанаҡтар эргәһендә килгән ауырыуҙар өсөн ағас өйҙәр төҙөлә. «Красноусол» курорты барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң курорт һуғыш инвалидтарын дауалау өсөн файҙалана. Эргәлә балалар щифаханаһы төҙөлә. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында эсәр һыу сифатында «Горький ключ» һыуын шешәләргә ҡойоу ойошторола.

Килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Красноусол минераль һыу сығанаҡтары ер аҫтынан сығыусы сығанаҡтарға ҡарай. Яҡынса һаны 250 еткән Красноусол сығанаҡтары 3 төркөмгә бүленә: • 1-се төркөм сығанаҡтары карбон эзбисташ ҡатламдарынан торған Тоҙйылғаның ярҙарынан; • 2-се төркөм сығанаҡтары — дүртенсел система тоҡомдары ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән йылға үҙәненең һул һөҙәгенән; • 3-се төркөм сығанаҡтары — йылғаның Көнгөр ярусының гипс ҡатламдарынан барлыҡҡа килгән уң ярында урынлашҡан. 1-се һәм 2-се сығанаҡтарҙың һыуы тектоник ярыҡтарҙан 500—600 метр тәрәнлектән үҙ-ара ҡушылмай өҫкә күтәрелә.

Характеристикалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1-се һәм 2-се сығанаҡтарҙың һыуы юғары кимәлдә — 77,5 г/л тиклем минераллашҡан. 11-се сығанаҡта — уртаса минераллашҡан (7,6—13,5 г/л). Горький Ключ сығанағында — аҙ минераллашҡан (2,2 г/л).


Һылтанмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://wiki02.ru/encyclopedia/krasnousolskie-mineralnye-istochniki/t/7318

Статья в Башкирской энциклопедии

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465
  2. CD Econet