Эстәлеккә күсергә

Красноуфимск өйәҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Красноуфимск өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы
Өйәҙ үҙәге гербы
Өйәҙ үҙәге гербы
Файл:Permskaya gubernia Krasnoufimsky uezd.png

Красноуфимск өйәҙе — 1781—1923 йылдарҙа Рәсәй империяһы һәм РСФСР-ҙағы Пермь губернаһы (1919—1923 йылдарҙа Екатеринбург губернаһы) составындағы административ-территориаль берәмек. Өйәҙ ҡалаһы — Красноуфимск.

Красноуфимск өйәҙе майҙаны 24 485 км² (21 514 кв. саҡрым) тәшкил итә. Уның территорияһы Урал тауҙарының көнбайыш битләүендә урынлашҡан һәм ҙур тауҙар, ҡалҡыулыҡ-түбәләр, теҙмәләр менән ҡапланған, әйтер кәрәк майҙандың күп өлөшө — 16 388 км² (1,5 млн дис.) яҡыны башлыса ылыҫ урманы, мәғдәнгә һәм минераль ресурстарға бай. Иң мөһим йылғалары: өйәҙҙең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡушылдыҡтары Утка һәм Шайтанка менән Чусовая йылғаһы, ҡушылдыҡары Тис, Иргина, Соҡсон, Молебка менән Сылва, ә һуңынан Боғалыш, Бисерть, Һарына һәм Әртә йылғалары үҙҙәренең һыуын Өфө (Ҡариҙел) йылғаһына ҡоялар. Өйәҙҙең көньяғы иҫ китмәле ҡара тупраҡҡа бай, унда иген уңа.

Өйәҙ Пермь наместниклығы Пермь өлкәһе составында 1781 йылдың 27 ғинуарында барлыҡҡа килгән. 1796 йылдың 12 декабренән Пермь губернаһы составында.

1919 йылда, Екатеринбург губернаһы барлыҡҡа килгән саҡта, уның составына ингән. Һуңғараҡ көнсығыш улустар Екатеринбург өйәҙенә бирелгән.

1923 йылдың 3 ноябрендә өйәҙ бөтөрөлгән, уның территорияһы Урал өлкәһе Кунгур округы составына ингән.

Красноуфимск өйәҙендә халыҡ һаны: урыҫтар (202 018 кеше), башҡорттар (21 809 кеше), мариҙар (15 345 кеше), татарҙар (14 753 кеше), типтәрҙәр (3 649 кеше), мишәрҙәр (487 кеше), удмурттар (434 кеше), мансы (389 кеше)[1] монгол-фин сығышлы ҡатнаш халыҡ тип аталған халыҡ. Халыҡ һаны 244 310 кеше (шуның 120 040 ир-ат) булған: 225 537 крәҫтиән, 766 мещан, 16 436 хәрби ҡатлам. 9 354 кеше — иҫке тәртип православиеһына тоғролар).

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1913 йылда өйәҙ составына 44 улус ингән[2]:

  • Агафоновский,
  • Әжеғол,
  • Александровский,
  • Алмазский,
  • Алтын,
  • Әртә — Әртә заводы ауылы,
  • Әтиғ — Әтиғ заводы ауылы,
  • Афанасьевский — Бисертское ауылы,
  • Әшит — Әшит ауылы,
  • Бисертский — Бисерт заводы ауылы,
  • Богородский,
  • Оло Аҡа,
  • Быковский,
  • Белянковский,
  • Верхне-Сергинский — Ю Сергинский заводы ауылы,
  • Верхне-Суксунский — Үрге Соҡсон ауылы,
  • Енапаевский,
  • Златоустовский,
  • Иргинский — Түбәнге Иргин заводы,
  • Каргинский,
  • Киргишанский,
  • Кленовский,
  • Криулинский,
  • Манчажский,
  • Михайловский — Михайлов заводы ауылы,
  • Молебский — Молебский заводы ауылы,
  • Мостовский,
  • Нижне-Сергинский — Түбәнге Сергинский заводы,
  • Ново-Златоустовский,
  • Нязе-Петровский — Нязе-Петровский заводы ауылы,
  • Петропавловский,
  • Поташинский,
  • Сажинский
  • Саранинский — Түбәнге Саранинский заводы,
  • Суксунский — Соҡсон заводы ауылы,
  • Сылвинский — Сылва ауылы,
  • Сыринский,
  • Торговижский,
  • Утинский,
  • Уткинский — Уткинский заводы ауылы,
  • Шайтан — Шайтан заводы ауылы,
  • Шәмәхә — Шәмәхә заводы ауылы,
  • Шигер,
  • Ювинский.

Сәнәғәттең төп төрҙәре игенселек һәм тау эше булған. 1893 йыл мәғлүмәттәре буйынса культивацияланған үҫемлектәр араһында беренсе урынды: арыш — 677 км² тирәһе (62 мең дис.), һоло — км²-ҙан ашыу (51 мең дис.) һәм бойҙай — 246 км²-ға тиклем (22,5 мең дис.) биләй, артабан ҡарабойҙай, арпа — 46 км² (4,5 мең дис.), борсаҡ, етен, тарма, бер аҙ борай, тары һәм яҫмыҡ борсаҡ (чечевица) тора. Сәсеүлектәргә бүленгән ер майҙаны — 1 693 км² тирәһе (155 мең дис.). 1892 йылда өйәҙҙә аттар һаны — 67053 баш, эре мөгөҙлө малдар — 68697 баш, Һарыҡ — 97867 баш, сусҡалар — 7292 баш, кәзә — 3613 баш. Суйын ҡойоусы һәм тимер сығарыусы йәки икеһен бергә етештереүсе тау заводтары: иң мөһиме — Үрге һәм Түбәнге Әртә заводтары. Ҡағыҙ һәм ҡатырға заводтары, 2 араҡы ҡыуыусы, 2 быяла заводтары. 1893 йылда 507 вағыраҡ завод-фабрика предприятиеһы булған, шул иҫәптән 188 тирмән, 30 күн эшкәртеү заводы, 95 тимерлек, 35 металл эшләнмәләр заводы, 16 кирбес заводтары. Ыҫмала ҡыуыусы, тире иләүсе һәм һарыҡ тиреһенән кейем тегеү заводтары, ярма һыҙырыу һәм май яҙыу заводтары, кейеҙ һәм быйма баҫыу оҫтаханалары ла шулай уҡ байтаҡ (төркөмдә 7 алып 18 саҡлы предприятие).

Өйәҙ буйынса 1893 йылдағы земство сығымдары 239 000 һум: 58 590 һум — халыҡ мәғарифына, 41 200 һум — дауалау эшенә. Өйәҙҙә 3 624 уҡыусыһы (ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа) булған 61 мәктәп; 5 дауахана, 7 табип, 29 фельдшер.