Красовский Степан Акимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Красовский Степан Акимович
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Беларуская Народная Республика[d]
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 август 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1]
Тыуған урыны Глухи[d], Быховский уезд[d], Могилёвская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 апрель 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (85 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Мәскәү өлкәһе
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Хәрби звание фельдмаршал[d], Унтер-офицер һәм маршал рода войск[d]
Командалыҡ иткән Краснодарская высшая офицерская школа штурманов ВВС[d], военно-воздушные силы[d], Северо-Кавказский военный округ[d], 17-я воздушная армия[d], ВВС Московского военного округа[d], 1-я воздушная армия[d] һәм Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d] һәм Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены Советтар Союзы Геройы «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени орден Суворова II степени орден Кутузова I степени орден Богдана Хмельницкого I степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы "Праганы азат иткән өсөн" миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» «Берлинды алған өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы
 Красовский Степан Акимович Викимилектә

Степан Акимович Красовский (8 (20) август 1897 йыл — 1983 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы (1945). КПСС-тың Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Степан Акимович Красовский 1897 йылдың 8 (20) авгусында Могилев губернаһының Глухи ауылында (хәҙергеБелоруссияның Могилев өлкәһе Быховск районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Белорус. 1915 йылда башланғыс училище тамамлай.

Рус император армияһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылдың майында рус армияһына саҡырыла. Сымһыҙ телеграф механиктары курсын тамамлай, унтер-офицер дәрәжәһен ала, Көнбайыш фронттағы корпус авиаотрядын радиостанцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.

Граждандар һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Граждандар һуғышы башланғанға тиклем 1917 йылдың Октябрь революцияһы ваҡиғалары ваҡытында уҡ Ҡыҙыл гвардия сафына инеп үҙенең яҙмышын билдәләй. 1918 йылдан Ҡыҙыл армияла хеҙмәт итә, авиамоторист, һуңынан Көнсығыш фронтта 33-сө авиаотрядтың бәйләнеш начальнигы була. Фронтта кадрҙар етмәү сәбәпле летчик-күҙәтеүсе һөнәрен дә үҙләштерә, тиҫтәләгән хәрби осош яһай. 1919 йылдың октябренән —4-се армия составындағы авиация отряды комиссары, 1920 йылдың майынан — 11-се армия Хәрби-Һауа көстәренең 1-се Әзербайжан авиаотряды комиссары. Адмирал А. В. Колчак армияһына ҡаршы һуғыша, Кавказ аръяғында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Stepan Akimovich Krasovsky // TracesOfWar

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]