Криворотов Михаил Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Криворотов Михаил Павлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 10 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Константиновка, Мирный ауыл Советы, Благовар районы
Вафат булған көнө 18 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (22 йәш)
Ерләнгән урыны Әстрәхән
Хәрби звание лейтенант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө танк ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы

Криворотов Михаил Павлович (10 сентябрь 1920 йыл — 18 февраль 1943 йыл) — 1-се танк полкының (Көньяҡ-Көнбайыш фронты, 21-се армия, 1-се танк бригадаһы) өлкән механик-водителе, лейтенант, Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Павлович Криворотов 1920 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостандың Благовар районы Яңы Константиновка ауылында тыуған.

Урыҫ. Ете класс тамамлаған. Һуғышҡа тиклем Башцик исемендәге совхозда комбайнсы булып эшләй.

1940 йылда Благовар райвоенкоматы тарафынан Совет Армияһына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында 1941 йылдың июнь айынан алып ҡатнаша.

1-се танк полкының (1-се танк бригадаһы, 21-се армия, Көньяҡ-Көнбайыш фронт) өлкән механик-водителе М. П. Криворотов Штеповка ауылы эргәһендәге һуғышта айырыуса батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылдың 18 февралендә госпиталдә вафат була[1][2]. Әстерхан ҡалаһында ерләнгән[3].

Батырлығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«1941 йылдың 1 октябрендә, — тип билдәләнә бүләкләү ҡағыҙында[4], — М. П. Криворотов ете тапҡыр танкыһы менән дошманға ҡаршы һөжүм итә, ут нөктәләрен табып, танк орудиеһының утын корректировкалай һәм танкыһын сәпкә йүнәлтә. Дошмандың бер танкыға ҡаршы орудиеһын, биш эре калибрлы пулеметын, ике миномет батареяһын юҡ итә, бер нисә автомашинаһын тапата.

Һуңғы атака барышында артиллерия снаряды эләгеп, танк янып китә, экипаж ағзалары һәләк булалар. Яраланған М. П. Криворотов дөрләп янған танкыны дошман артиллерия батареяһына йүнәлтә. Батарея уртаһында танк шартлай. Дошман орудиелары юҡ ителә. Шартлауға тиклем бер нисә секунд алда М. П. Криворотов танкынан сығып өлгөрә».

1941 йылдың 20 ноябрендә М. П. Криворотовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. П. Криворотов исеме Башҡортостандың Благовар районы Троицк урта мәктәбенә бирелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Криворотов Михаил Павлович. «Герои страны» сайты.
  4. 4,0 4,1 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682523/793756, д. 8/24, л. 1/445, 446).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Несокрушимый. — Өфө, 1985.
  • Башҡортостан даны ул. — Өфө, 1979, кн. 4.
  • Башҡорт энциклопедияһы. Гл. ильгамов м. а. т. 3 ре. З-К. — Өфө: башҡорт энциклопедияһы, 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.