Криони Николай Константинович
| Криони Николай Константинович | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 5 сентябрь 1953 |
| Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 7 август 2026 (72 йәш) |
| Биләгән вазифаһы | ректор[d] |
| Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
| Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Криони Николай Константинович (5 сентябрь 1953 йыл — 7 август 2026 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп хеҙмәткәре. 2015—2019 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры. Техник фәндәр докторы, профессор.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Константинович Криони 1953 йылдың 5 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1971 йылда 107-се урта мәктәпте тамамлай. 1976 йылда Өфө авиация институтын (УАИ) тамамлап «Машиналар эшләү технологияһы, металл киҫеүсе станоктар һәм инструменттар» һөнәре буйынса диплом ала. 1976—1977 йылдарҙа Ярославль ҡалаһындағы радиозаводта инженер, ә 1977-81 йылдарҙа — Өфө авиация институтында инженер булып эшләй[1].
1981—1985 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының механика проблемалары институты аспиранты була. 1985 йылда «Трение и износ в машинах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].
1985—1992 йылдарҙа Өфө авиация институтында һыҙма геометрия һәм черчение кафедраһында эшләй (Н. К. Криони доцент ғилми исемен 1987 йылда ала). Шулай уҡ 1989—1992 йылдарҙа Өфө авиация институты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе була, ә 1992—2003 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыу идаралығы начальнигы[1].
2003—2015 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡытыу эштәре буйынса проректор булып эшләгәй[1].
2005 йылда «Трение и износ в машинах» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2006 йылда профессор була[1].
2015 йылдың 27 апрелдә Николай Константинович Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры итеп һайлана[2][3]. Был вазифала 2019 йылғаса эшләй[4].
Ғалим 2026 йылдың 7 авгусында Өфөлә вафат була[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаты есемдәрҙең контактлы үҙ-ара тәьҫир итешеүе өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәре бар. 180-дән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр (шул иҫәптән дүрт монография, биш уҡыу әсбаптары, уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы, патенттар, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе миҙалдары) авторы һәм авторҙашы булып тора[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә инженерлыҡ белеме биреү ассоциацияһы ағзаһы, «Вестник УГАТУ» фәнни журнал редколлегияһы ағзаһы, университет мөхәрририәте советы һәм «Башҡортостандың Педагогик журналы» журналының йәмәғәт советы рәйесе[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса Дәүләт Комитетының Почёт грамотаһы (1997);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 7 8 Проректор по учебной работе. ugatu.ac.ru. Дата обращения: 28 апрель 2015. Архивировано 13 август 2014 года.
- ↑ Ректором УГАТУ избрали Николая Криони
- ↑ В Уфе ректором УГАТУ избран Николай Криони 2015 йыл 20 май архивланған.
- 1 2 Лейла Аралбаева. В Уфе ушел из жизни экс-ректор Авиационного университета Николай Криони. ИА «Башинформ» (7 август 2026). Дата обращения: 8 август 2026. (рус.)
- 5 сентябрҙә тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 7 августа вафат булғандар
- 2026 йылда вафат булғандар
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Техник фәндәр докторҙары
- Өфө дәүләт авиация техник университеты ректорҙары