Криптография, элемтә һәм информатика институты
Криптография, элемтә һәм информатика институты | |
Нигеҙләү датаһы | 19 октябрь 1949[1] |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | ИКСИ |
Дәүләт | Рәсәй |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте академияһы |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, Рәсәй |
Рәсми сайт | academy.fsb.ru/index_i.h… |
Криптография, элемтә һәм информатика институты (рус. Институт криптографии, связи и информатики ИКСИ) — Рәсәй Федераль Именлек хеҙмәте академияһының структура подразделениеһы, мәғлүмәт тапшырыу, һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса белгестәр әҙерләй. ИКСИ Рәсәй буйынса мәғлүмәт хеүфһеҙлеге өлкәһендә төп уҡыу йорто булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылдың 19 октябрендә ҡарар ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарары менән Криптографтарҙың юғары мәктәбе ойошторола, ә Мәскәү дәүләт университетының Механика-математика факультетында СССР Министрҙар Советы ҡарары менән ябыҡ бүлексә булдырыла. 1960 йылда уларҙы берләштереү нигеҙендә СССР КГБ Юғары мәктәбенең 4-се (техник) факультеты барлыҡҡа килә[2].
1962 йылдың 10 майында КГБ рәйесе бойороғо менән факультетының 5 йыл уҡыу ваҡыты менән көндөҙгө бүлеге асыла. Факультетты математик, криптограф һәм педагог И. Я Верченко етәкләй, ул 1972 йылға тиклем факультеттың юғары математика кафедраһы начальнигы (1962 йылдың 5 июленән), факультет начальнигы (1963 йылдың майынан) һәм физика-математика һәм техник фәндәр кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәһен биреү буйынса Ғилми совет рәйесе вазифларын бер үк ваҡытта башҡара.
1992 йылда Юғары мәктәптең техник факультеты Криптография, элемтә һәм информатика институты (ИКСИ) тип үҙгәртелә. Әҙерлектең төп йүнәлештәре булып: криптография, ғәмәли математика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, электрон техника, радиотехника һәм элемтә тора.
ИКСИ составында түбәндәге факультеттар эшләй: ғәмәли математика[3], махсус техника[4], мәғлүмәт хәүефһеҙлеге[5] һәм оператив-техник факультет[6], тәбиғәт фәндәре кафедраһы, инглиз теле һәм махсус профилдәр киске физика-математика мәктәбе, бюджетҡа ҡарамған ғилми-тикшеренеү лабораторияһы.
Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Институтта 200-ҙән ашыу профессор-уҡытыусылар составы эшләй. Улар араһында 150-нән ашыу фән докторҙары һәм кандидаты, академиктар һәм төрлө академияларҙың мөхбир ағзалары бар[7]. Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты ярҙамында ике фәнни мәктәп (алгебра һәм радиотехника йүнәлешендә) булдырылған. Институттың йәш ғалимдарының ғилми тикшеренеүҙәре Президенттың шәхси гранттары менән хуплана. Академияла институт проыиле буйынса адъюнктура, диссертациялар советы эшләй.
Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге уҡыу-методик берекмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Госкомвузының 1996 йылдың 9 апрелендәге 613-сө бойороғо[8] менән ИКСИ базаһында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса Рәсәй юғары уҡыу йорттарының Уҡыу-методик берекмәһе (УМО ИБ) ойошторола[9]. Уға 74 юғары уҡыу йортона вәкилдәре, шулай уҡ ведомстволар, предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар вәкилдәре инә. УМО ИБ мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр әҙерләргә теләгән юғары уҡыу йорттары өсөн белем биреү стандарттарын, уҡыу пландарын, уҡыу программаларын эшләй, вуздарҙы лицензиялау, аттестациялау һәм аккредитациялауҙа ҡатнаша.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.academy.fsb.ru/index_i.html
- ↑ Высшая школа КГБ 2017 йыл 20 июль архивланған. на неофициальном сайте ОВВКУС СМ КГБ СССР.
- ↑ Факультет прикладной математики на официальном сайте Академии ФСБ РФ 2017 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Факультет специальной техники на официальном сайте Академии ФСБ РФ 2017 йыл 21 ноябрь архивланған.
- ↑ Факультет информационной безопасности на официальном сайте Академии ФСБ РФ 2017 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ Оперативно-технический факультет на официальном сайте Академии ФСБ РФ 2017 йыл 17 ноябрь архивланған.
- ↑ Профиль ИКСИ на сайте www.mathnet.ru
- ↑ Приказ Госкомвуза России от 9 апреля 1996 года № 613 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
- ↑ Официальный сайт УМО ИБ
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ИКСИ на официальном сайте Академии ФСБ 2009 йыл 16 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2017)
- Погорелов Б. А., Мацкевич И. В. О подготовке кадров в области информационной безопасности 2017 йыл 11 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2017)
- 50 лет Институту криптографии, связи и информатики : (Ист. очерк) / В. И. Бондаренко (рук.), В. В. Андроненко, М. В. Гаранин и др.; Ред. комис. Б. А. Погорелов (отв. ред.) и др. — М., 1999. — 271 с. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2017)
- YouTube сайтында В Академии ФСБ прошла олимпиада по математике и криптографии: Россия-1, Ярославль (7 апр. 2014 г.)