Эстәлеккә күсергә

Кристина Датская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кристина Датская
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Норвегия
 Дания короллеге[d]
Титул шаһбикә[d], герцогиня[d] һәм герцогиня[d]
Тыуған көнө ноябрь 1521
Тыуған урыны Нюборг[d], Южная Дания[d], Дания, Кальмар унияһы
Вафат булған көнө 10 декабрь 1590({{padleft:1590|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2] (69 йәш)
Вафат булған урыны Алессандрия[d], Пьемонт[d], Италия
Ерләнгән урыны Церковь кордельеров (Нанси)[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Кристиан II[d]
Әсәһе Изабелла Габсбургская[d]
Бер туғандары Иоганн Датский[d], Prince Philip Ferdinand of Denmark[d], Maximilian of Denmark[d], Доротея Датская[d] һәм stillborn son Oldenburg[d]
Хәләл ефете Франческо II Мария Сфорца[d] һәм Франсуа I[d][1]
Балалары Карл III[d][1], Рената Лотарингская[d][1] һәм Доротея Лотарингская[d][1][3]
Нәҫеле Ольденбург династияһы[d]
Һөнәр төрө аристократ
Биләгән вазифаһы король Италии[d]
Изображается на Christina, Princess of Denmark and Norway, Duchess of Milan (1521/22 – 1590), aged 16[d]
 Кристина Датская Викимилектә

Кристина Датская (Нюборг йәки Копенгагенда — 10 декабрь 1590, Алессандрия йәки Тортон) — Дания принцессаһы. 1533—1535 йылдарҙағы тәүге никахы буйынса Милан герцогиняһы титулын йөрөткән, ә 1541—1559 йылдарҙағы икенсе никахы буйынса Лотарингия принцессаһы.

Кристина Дания короле Кристиан II һәм Изабелла Габсбургтарҙың ғаиләһендә алты баланың иң кесеһе булып тыуа. Уның тыуған урыны аныҡ билдәле түгел, фаразлау буйынса ул Нюборгта йәки Копенгагенда тыуған. 1521 йылдың 5 ноябре йәки декабре тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Ул император Карл V туғаны була. Габсбургтар династияһы вәкиле булараҡ, ул күп кенә Европа хакимдары менән никахҡа керергә лайыҡлы була. Олатаһы Карл уны сәйәси сәбәптәргә бәйле ике тапҡыр кейәүгә бирә, шуның менән Францияға ҡаршы көрәштә Европа илдәре менән бәйләнештәрҙе нығыта.

Кристина 11 йәшендә Милан герцогы Франческо Сфорца II кейәүгә сыға. Туйҙары Брюсселдә 1533 йылдың авгусында ышаныс ҡағыҙы буйынса үткәрелә. Милан илсеһе Стамп Мария Массимилиано Стамп кейәү мәнфәғәтенән сығып эшләй.. Кристина 13 йәшендә тол ҡала.

1541 йылдың 10 июлендә Кристина буласаҡ Лотарингия герцогы I Франсуаға кейәүгә сыға. Был никахтан өс балаһы тыуа:

  • Карл III (1543 йыл, 15 февраль — 1608 йыл, 14 май), Лотарингия герцогы, карл v хөрмәтенә шулай атала;
  • Рене (1544 йыл, 20 апрель — 1602 йыл 22 май), атаһы яғынан өләсәйҙәре Рене де Бурбон-Монпансье хөрмәтенә шулай атала;
  • Доротея (1545 йыл, 20 август — 1621 йыл, 2 июнь).

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1523 йылда, Кристинаға ике йәш булмағанда, уның атаһы, Дания короле Кристиан II, тәхетенән ҡолатыла һәм бар ғаиләһе менән Фландрияға ҡасырға мәжбүр була һәм Лирҙа йәшәй. Ҡатыны үлгәндән һуң Кристиан II 1526 йылда балаларын Испания Нидерландыһы штатгальтеры Маргарита Австрийскаяға тәрбиәгә бирә. Үҙе Дания тәхетен ҡайтарырға маташып, Кристиан II Скандинавияға 1531 йылда кире ҡайта. Кристина атаһын бер ҡасан да күрмәй, сөнки ул оҙаҡ йылдар буйына төрмәлә ултыра һәм Фландрияға ҡайта алмай.

Ағаһы Ганс һәм һеңлеһе Доротея менән Кристина тулы рухани белем ала. Француз һәм немец, итальян телдәрендә һөйләшә. Маргарита Австрийская үлгәндән һуң, Кристина хаҡында хәстәрлекте 1530 йылда Испания Нидерландыһы штатгальтеры булған инәһе Мария Австрийская үҙ өҫтөнә ала. Кристинаның йәш булыуына һылтанып, ул Кристина менән ҡыҙҙан 27 йәшкә өлкән Милан герцогы Франческо II араһындағы король Карл V талабы буйынса никах килешеүенә ҡаршы төшәр, әммә уңышһыҙлыҡҡа тарый. 1533 йылда ышаныс ҡағыҙы буйынса Брюсселдә никах тантанаһы үткәндән һуң, 1534 йылдың 3 майында Кристина Милан ҡала халҡы тарафынан ҙур ҡыуаныс менән алына. Миланға килгәненең икенсе көнөндә үк ул герцог менән Милан кафедраль соборында рәсми никахлаша.

1535 йылың октябрендә сырхау Франческо II вафат булып, Кристина балаһыҙ көйө тол ҡала. 1537 йылда ул Брюсселгә кире ҡайта.

Генрих VIII һәм Кристина

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инглиз короле Генрих VIII үҙенең өсөнсө ҡатыны Джей Сеймур үлгәндән һуң ҡатын эҙләй һәм уның иғтибарына Милан герцогының тол ҡатыны эләгә. Ул ваҡытта Францияға ҡаршы көрәштә союздаштар эҙләүсе император Карл V Генрих III Кристинаға өйләнергә тәҡдим итә. Брюссель һарайында Генрих илсеһе Кристинаны «бик аҡыллы һәм дини» тип һәм «матур, бейек буйлы, кешегә мөғәмәләһе ятышлы, һөйләшеүе йомшаҡ» тип һүрәтләй. Кристина менән ҡыҙыҡһынған Генрих Брюсселгә үҙенең йәш рәссамы Ганс Гольбейн-кинйәне Кристинаның портретын төшөрөргә ебәрә. 1538 йылдың 12 мартында рәссамға портрет төшөрөү өсөн өс сәғәт оҙонлоғонда ваҡыт бүленә. Ул замандағы ун алты йәшлек тол ҡатындың портреты хәҙер Лондон милли галереяһында һаҡлана. Ул ваҡыттағы йола буйынса траур йөрөтөү ваҡыты өс ай булыуға ҡарамаҫтан, Кристина ире вафатынан һуң ике йылдан ашыу һаман матәм йөрөтә.

Үҙенә ҡарата яңы никах пландары булыуға Кристинаның ҡарашы нисек булғаны билдәле түгел. Кейәүгә сығырға тәҡдимдән уның баш тартыуы тураһында документаль дәлилдәр юҡ. Генрих VIII ялған ғәйепләүҙәр нигеҙендә икенсе ҡатынының башын ҡырҡырға бойорғанлығын белгән Кристина уның тәҡдименә «минең башым берәү генә, әгәр икәү булған булһа, уның береһен мин һис шикһеҙ королгә бирер инем» тигән. Әммә Кристинаның был әйтеме бары тик ХVII быуат менән генә даталанған баҫмаларҙа сыҡҡан, шунлыҡтан уның дөрөҫлөгө шикле.

Инглиз короле менән никахлашыу насип булмай. Ниццала Франция короле Франциск I менән ун йыллыҡ солох килешеүе төҙөлә һәм шунлыҡтан император Карл V Генрих VIII менән ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтай.

Лотарингия герцогиняһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кристина икенсе тапҡыр Брюсселдә 1541 йылда Лотарингия герцогы Изге Антуандың өлкән улы Франсуа I кейәүгә сыға. Башта никах, сәйәси характер йөрөтөүгә ҡарамаҫтан, арамаҫтан, ир менән ҡатын бәхетле ғүмер итә, өс балалары донъяға килә. Франциск I 1544 йылда герцог була, ә 1545 йылда вафат була, өсөнсө бала тыуған тиклем үҙе тағы. Герцоглыҡтағы власть ике йәшлек улы Карл II регенты Кристина ҡулына һәм иренең ағаһы Николя де Меркер ҡулына эләгә. 1545 йылдың ноябрендә Лотарингия байҙарының йыйылышы власты тулыһынса Кристина ҡулына тапшыра.

Габсбургтар туғаны булараҡ, Кристина Испанияға ҡарата дуҫлыҡ сәйәсәтен алып бара һәм бының менән француз король йорто йоғонтоһона оҙаҡ йылдар буйына ҡаршы тора ала. Бер үк ваҡытта ул Франция һәм Изге Рим империяһы менән Лотарингия араһында барған көрәштә нейтралитет тота. Әммә Шамбо килешеүе һөҙөмтәһендә Франция короле Генрих II 1552 йылдың 13 мартында Лотарингияны һәм империяның Мец, Туль һәм Верден ҡалаларын ала, шуның арҡаһында Франция менән император араһында яңы низағ барлыҡҡа килә. 15 апрелдә Кристина регентлыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителә һәм герцоглыҡты ташлап китергә мәжбүр була. Уның ун бер йәшлек улы Карлды Парижға француз йортона ебәрәләр, Лотарингияла власть Лоррен- Меркер ҡулына күсә.

Фландрияға һөргөнгә ебәрелеүе һәм Лотарингияға ҡайтыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кристина ике ҡыҙы менән башта Бламондағы үҙ биләмәһенә ҡаса, ә һуңынан Фландрияға күсә. Алты йылбуйын Кристина ҡасып йөрөй, 1558 йылда үҙ улының француз принцессаһы Клод Валуа менән никахлашыуы арҡаһында Францияға ҡайта.

Карл II менән бергә Кристина Франция короле Генрих II менән Испания короле Филипп II араһындағы солох тураһында килещеүҙә ҡатнаша. Был солохҡа Камбрезиҙа 1559 йылдың 3 апрелендә ҡул ҡуйыла. Фламандияның иң атаҡлы бай кешеләре Кристина яҡлы булғанлыҡтан, Испания короле Кристинаны Испания Нидерландыһының штатгальтеры Эммануил Филибертың вариҫы итеп күрә. Ләкин ул штатгальтер итеп үгәй апаһы Парма Маргарита Пармскаяны һайлай. Кристина 1559 йылдың ноябрендә, улына герцогтлыҡ менән идара итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн, Нансиға ҡайта.

Ғүмеренең һуңғы йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кристина 1578-79 йылдарҙа Италияға кире ҡайта һәм Франческо II Сфорца ҡатыны булараҡ уға ҡараған Торонто резиденцияһында үҙ тормошоноң һуңғы йылдарын үткәрә. Уның вафат булыу урыны аныҡ билдәле түгел: ул 1590 йылда Тортонтола йәки Алессандрияла вафат була. Ике Сығанаҡтарҙа уның вафаты тураһында ике дата осрай — 10 август һәм 10 сентябрь. Ул Нансиҙа үҙ ире янында Кордельерҙар сиркәүендәге герцог капеллаһы криптында ерләнгән.

Кристинаның төрмәлә ултырған атаһы рәсми рәүештә үҙе һәм үҙенең балалары исеменән Дания тәхетенән (йәғни Норвегия һәм Швеция тәхеттәренән дә) 1549 йылда баш тарта (йәғни Әммә Кристина фактты бер ҡасан да танымай. 1532 йылда уның өлкән ағаһы Ганс вафат булғас, ул Дания тәхетенә үҙенең хоҡуҡтары тураһында белдерә. 1563—1569 йылдарҙағы рәсми документтарға ул «Дания королеваһы» тип ҡул ҡуя, әммә бер ҡасан да Дания тәхетен көс ҡулланып тартып алырға тырышмай.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://genealogy.euweb.cz/lorraine/lorraine4.html
  2. Lundy D. R. John Oldenburg, Prince of Denmark // The Peerage (ингл.)
  3. Lundy D. R. Christine Oldenburg, Princess of Denmark // The Peerage (ингл.)