Кристина Штюрмер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кристина Штюрмер
нем. Christina Stürmer
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Австрия
Тыуған көнө 9 июнь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][3] (41 йәш)
Тыуған урыны Альтенберг-Линц[d], Урфар[d], Үрге Австрия, Австрия
Һөнәр төрө йырсы
Музыка ҡоралы вокал[d]
Дискография Christina Stürmer discography[d]
Жанр поп-музыка[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Polydor Records[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт christinaonline.at
christinaonline.at
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 72 325 һәм 66 200 ± 99
 Кристина Штюрмер Викимилектә

Кристина Штюрмер (нем. Christina Stürmer, 9 июнь 1982 йыл, Линц, Үрге Австрия) — Австрия йырсыһы, поп-рок жанрында йырлай. Австралияла иң популяр йырсыларҙың береһе һанала: дисктарының дөйөм һатылыу һаны миллион ярым дана иҫәпләнә.

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карьераһының башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

13 йәшендә Кристина Штюрмер балаларҙың биг-бэнд составында саксофонда уйнай, бынан тыш флейтала уйнай. 1998 йылдан инглиз йырҙарын башҡарған «Скотти» төркөмөндә сығыш яһай. Һуңынан Sulumelina А- капеллаһы-төркөмөндә ҡатнаша[4] Гимназияны ҡалдырып, Amadeus китап селтәрендә эшләүгә уҡый.

2003 йылда ORF каналында Starmania кастинг-шоуында ҡатнаша, унда башлыса америка хиттарын, атап әйткәндә, Piece of My Heart и I’m Gonna Getcha Good йырҙарын башҡара. Sportfreunde Stiller төркөмөнөң Ein Kompliment йыры менән сығыш яһап, икенсе урын яулай

Тиҙҙән шоуҙа ҡатнашҡандан һуң, үҙенең беренсе — Ich Lebe йырын сығара, ул туғыҙ аҙна австрия хит-парады түбәһендә тора. Бынан һуң Mama Ana Ahabak синглы килә (был ғәрәп телендә «әсәй, мин һине яратам» тигәнде аңлата), йыр Ираҡ һуғышы ҡорбандарына арнала. Был сингл тағы ла хит-парадтың түбәһендә туғыҙ аҙна буйы тора. Бер нисә аҙна хит-парад түбәһен Freier Fall альбомы ла яулай. 2003 йылдың көҙөндә Кристина Штюрмер Австрия буйынса турнеға юлла.

Кристина Штюрмер һәм уның музыкаль менеджерҙары Wirklich alles альбомының ағалтын статусын алыу тантанаһында (2005 йыл)

2004 йылдың майында Vevendi студияһы Soll das wirklich alles sein альбомын сығара. Көҙгөлөккө Wirklich-Alles! турынан килгән материалдары DVD дискыһына тупалана.

Ҡайһы бер композицияларын Кристина Штюрмер Ungeschminkt клубы турынан күрһәтә

Германияла танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Штюрмер һәм уның менеджерҙары Адреас Штрайт һәм Бернард Ренгелшаузен немец баҙарына сығыуға әҙерләнә. Vorbei синглы Германияла 2004 йылда сыға, әммә көтөлгән ҙур уңышҡа өлгәшмәй. 2005 йылддың 25 апрелендә яңынан эшкәртелгән Ich lebe синглы сыға, ул немец хит-парадында дүртенсе урынды ала.

Киләһе Weiss Schwarz альбомы (2005 йылдың июнендә Германия һәм Швейцарияла сығарыла) немец хит-парадында өсөнсө урын яулай һәм бер йылдан ашыу иң яҡшы егерме рәтендә була

Австрияла сығарылған күп кенә йырҙары яңынан эшкәртелә. Улар араһында альбомдарынан йырҙар, шулай уҡ Engel fliegen einsam, Mama Ana Ahabak һәм Immer an euch geglaubt. синглдары бар.

2005 йыл аҙағында Кристина Штюрмер төркөмө Германия һәм Швейцария буйлап турне ойоштора. Schwarz-Weiss турнеһы барышында яҡынса ҡырҡ концерт үткәрелә, уларҙың күбеһе, тамашасының күп булыуы арҡаһында эре майҙансыҡҡа күсереүҙе талап итә. 2006 йыл башында Кристина Штюрмер Dorfdisko һәм AK4711 төркөмдәре менән ярышып, Jägermeister Rock:Liga конкурсында ҡатнаша.

Киләһе карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың апрелендә Кристина Штюрмер Австрияға әйләнеп ҡайта, Genug Nie синглын сығара, ул хит-парадтың беренсе урынында була.

Кристина Штюрмер Гензерндорфта Ö3 ойошторған ташҡын ҡорбандарына ярҙам итеүсе хәйриә концертында ҡатнаша.

Кристина Штюрмер рекламала әүҙем ҡатнаша, мәҫәлән, Mcdonald ' s селтәрендә һәм Австрияның «Eskimo» туңдырмаһын рекламалауҙа ҡатнаша. Күп кенә рекламаларҙа Nie Genug (немец теленән  «никогда не достаточно») йыры ҡулланыла, ул шулай уҡ Всё, что имеет значение сериалының төп музыкаль мотивы булып тора.

2006 йылда сыҡҡан Lebe lauter альбомы австрия, шулай уҡ немец хит-парадтарында беренсе урынды яулай.

2008 йылда Кристина Штюрмер үҙ менеджментының командаһын алмаштыра.

Тиҙҙән Laut-Los альбомы сыға. Был альбомдан Orchester in mir йырын Ясмир Вагнер яҙа.[5] Евро-2008 өсөн Fieber йырының стадион версияһы әҙерләнә, ул Австрия-Нидерланд уйындарында күрһәтелә.[6]

2009 йылғы In dieser Stadt альбомы австрия хит-парадында беренсе урынды биләй, әммә башҡа немец телендә һөйләшеүсе илдәрҙең биш иң яҡшы рәтенә инмәй. Матбуғат быны уңышһыҙлыҡ тип ҡабул итә.[7] Бынан һуң ҡабаттан менеджмент үҙгәрә.

2010 йылда Nahaufnahme альбомы платина статусын ала, әммә Австрия чарттарында беренсе урынға сыға алмай.

Һуңғы йылдар йыры булып Mehr als perfekt һәм Wir leben den Moment синглдары, шулай уҡ меланхолик Wenn die Welt untergeht тора.

Ижады үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музыкаль карьераһы башында Кристина Штюрмер жанрҙарҙың ярайһы уҡ киң спектрында эшләй: поп-шлягерҙан алып альтернатив рокҡа тиклем. Ваҡыт үтеү менән уның стиле немец рогына ориентирлана. Уның бишенсе — Lebe lauter альбомынан һуң Штюрмерҙың ижадын Juli, Echt һәм Silbermond төркөмдәре менән бер рәткә ҡуялар.

Starmania (2003) ҡатнашҡандан һуң Кристина Штюрмер тик немец телендә йырлай. Райнхард Фендрихтың Weus’d a Herz hast wia a Bergwerk йырын автрия диалектында Штюрмер 2010 йылдың сентябрендә немец ZDF телеканалында Volle Kanne шоуында йырлай[8].

Йырҙарының темалары мөхәббәт, партнерлыҡ, алкоголь һәм наркотиктар, шулай уҡ властарға, һуғышҡа мәнәсәбәт, мәңгелек тормош һәм үлем мәсьәләләренә ҡағыла.

Кристина Штюрмер тормошто яратыусанлығы һәм тәбиғилиге менән айырыла. Уны матбуғатта йыш ҡына Аврил Лавин менән сағыштыралар.

Йырҙарының күп өлөшө сит композиторҙар һәм йырсы-шағирҙар тарафынан яҙылған, төркөм ағзаһы Оливер Варга шулай уҡ композитор сифатында ҡатнаша.

Төркөм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кристина Штюрмер төркөмөндә ҡатнашыусылар:

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кристина Штюрмер и группа выступают с Кристианом Колоновицем и Венским симфоническим оркестром на благотовроительном концерте Atemberaubend 08 (22 ноября 2008)

Кристина Штюрмер төрлө социаль проекттарҙа ҡатнаша. Mcdonald ' s селтәре тарафынан үткәрелгән яман шеш менән яфаланған балаларға ярҙам программаһын һәм www.deine-stimme-gegen-armut.de ( «фәҡирлеккә ҡаршы һинең тауышың») акцияһын хуплай; урта немец балалар хосписы «илсеһе» булып тора, уның мәнфәғәтендә хәйриә концерттары үткәрә; тәбиғәтте һаҡлау акцияларында ҡатнаша, атап әйткәндә, Max журналы фотосессияһында ҡатнаша; күп тапҡыр ORF тарафынан үткәрелгән Licht ins Dunkel хәйриә йыйыуҙарында ҡатнаша. Кристина Штюрмер һәм төркөм үпкә гипертензияһы менән яфаланғандарға ярҙам итеү өсөн хәйриә концертында ҡатнаша.

Сәйәсәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылда һайлау кампанияһы барышында партиялар халыҡ Австрия, брошюра ла уның фотоһүрәте ҡулланырға рөхсәт һорап йырсы б2003 йылда һайлау кампанияһы барышында Австрия халыҡ партияһы йырсынан рәхсәт һорап тормайынса брошюраларҙа уның фотоһүрәтен ҡуллана.[10] Ошоға бәйле интервьюһында Кристина Штюрмер, был партия өсөн тауыш бирмәйәсәген аңлата, әммә ул бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Шуның менән бергә 2006 йылда Парламент һайлауҙары барышында партия канцлер Вольфганг Шюсселгә арналған йәштәргә йөүнәлтелгән брошюраларында ҡабаттан йырсының фотоһүрәтен ҡуллана. Был юлы йырсы яғынан адвокат йәлеп ителә[11][12]

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Матбуғатта Кристина Штюрмерҙың төркөм гитарасаһы Оливер Варга менән мөнәсәбәттәре тураһында имеш-мимештәр барлыҡҡа килә[13]

Дискография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Freier Fall (Свободное падение) (2003) #1 Австрия (Австрия: 4× Платиновый)
  • Soll das wirklich alles sein? (Это и вправду всё?) (2004) #1 Австрия (Австрия: 3× Платиновый)
  • Schwarz Weiss (Чёрно-белое) (2005) #3 Германия, #12 Швейцария (Германия: 2× Платиновый, Швейцария: Золотой)
  • Lebe Lauter (Живи громче) (2006) #1 Германия, #6 Швейцария, #1 Австрия (Австрия: 2× Платиновый, Швейцария: Золотой)
  • laut-Los (Беззвучно или Громче, погнали! (игра слов)) (2008) #1 Австрия, #9 Германия, #13 Швейцария (Австрия: Платиновый)
  • In dieser Stadt (В этом городе) (2009)
  • Nahaufnahme (Крупный план) (2010) (Австрия: Платиновый)
  • Ich hör auf mein Herz (Я слушаюсь своего сердца) (2013)
  • Seite an Seite (Бок о бок) (2016)

Сығыш альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Исеме Хит-парадта урыны Һатыу
Австрия
2005 Wirklich Alles! (Действительно всё!)
  • Сығарыла: июнь 2005
  • Студия: Polydor
3 AUS: Платиновый

Синглдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Исеме AUT GER CH EU Альбом Һатыуҙа
2003 «Ich lebe» (Я живу) 1 - - - Freier Fall
2003 «Geh Nicht Wenn du Kommst» (Не уходи, когда приходишь) 5 - - - Freier Fall
2003 «Alles und mehr» (Всё и больше) 2 - - - Starmania Songs
2003 «Mama (Ana Ahabak)» 1 - - - Freier Fall AUS: Платиновый
2004 «Vorbei» (Позади) 1 83 - - soll das wirklich alles sein? & Schwarz Weiss AUS: Золотой
2004 «Bus durch London» (Автобус через Лондон) 5 - - - soll das wirklich alles sein?
2004 «Weißt du wohin wir gehen» (Знаешь ли ты куда мы идём?) 8 - - 183 soll das wirklich alles sein?
2005 «Liebt sie dich so wie ich?» (Любит ли она тебя так, как я?) 7 - - 188 soll das wirklich alles sein?
2005 «Ich lebe» (Я живу) 26 4 21 18 Schwarz Weiss GER: Золотой
2005 «Engel fliegen einsam» (Ангелы летают одинокими) 10 16 - 44 Schwarz-Weiß
2005 «Mama (Ana Ahabak)» - 11 33 25 Schwarz Weiss
2006 «Immer an euch geglaubt» (Всегда в вас верила) - 46 - - Schwarz-Weiß
2006 «Nie genug» (Никогда не достаточно) 1 15 35 46 Lebe Lauter
2006 «Um bei dir zu sein/An Sommertagen» (Чтобы быть с тобою/По воскресеньям) 1 - - - Lebe Lauter AUS: Золотой
2006 «Ohne Dich» (Без тебя) 8 33 47 - Lebe Lauter
2007 «Scherbenmeer» (Море осколков) 6 16 59 77 Lebe Lauter
2007 «Augenblick am Tag» (Мгновение днём) 29 - - - Lebe Lauter
2007 «Um bei dir zu sein» (Чтобы быть с тобою) - 39 - - Lebe Lauter
2007 «Mitten Unterm Jahr» (Посреди дна года) 4 - - - Lebe Lauter
2008 «Träume leben ewig» (Мечты живут вечно) 10 40 - - laut-Los
2008 «Fieber» (Лихорадка) 6 11 92 - laut-Los
2009 «Ist mir egal» (Мне безралично) 8 28 - - In dieser Stadt
2009 «Mehr als perfekt» (Больше, чем совершенно) 23 99 - - In dieser Stadt

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Christina Stürmer // Википедия на немецком языке (лицензия GFDL)./ Перевод на русский язык с версии 9238401

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #80137319 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #135366070 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Christina Stürmer // Discogs (ингл.) — 2000.
  4. Christina Stürmer in Nahaufnahme (нем.). globe-m. Дата обращения: 20 август 2011. Архивировано 19 февраль 2014 года. 2014 йыл 19 февраль архивланған.
  5. Die erste KI.KA-Band nach spannendem Finale komplett|author=|date=|work=|publisher=Hit-Oase|accessdate=2011-08-20|lang=de|archiveurl=https://www.webcitation.org/6ABnIEwJE|archivedate=2012-08-26(недоступная ссылка)
  6. Stürmer macht Stimmung für Euro (нем.). oesterreich.ORF.at. Дата обращения: 20 август 2011. Архивировано 26 август 2012 года. 2016 йыл 25 апрель архивланған.
  7. [Cite web|author]
  8. «Volle Kanne»: Christina Stürmer — Weus’d a Herz hast wia a Bergwerk (нем.). ZDF (3. September 2010). Дата обращения 20 августа 2011.
  9. Leider... 2012 йыл 20 август архивланған.
  10. MusicBlog: Patrioten ist nichts verboten (нем.). ORF (5 апрель 2006). Дата обращения: 20 август 2011. Архивировано 8 декабрь 2011 года. 2011 йыл 8 декабрь архивланған.
  11. 14. Februar 2006. Christina Stürmer unfreiwillig in ÖVP Wahlwerbung (нем.). nurido.at. Дата обращения: 20 август 2011. Архивировано 2 февраль 2014 года. 2014 йыл 2 февраль архивланған.
  12. Christl Stürmer: ÖVP verwendet nicht freigegebenes Bild in Flyer (нем.) (15 февраль 2006). Дата обращения: 20 август 2011.(недоступная ссылка)
  13. Christina Stürmer von Armors Pfeil getroffen: Endlich wieder verliebt! (нем.) (недоступная ссылка). Seitenblicke.at.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]