Эстәлеккә күсергә

Кругляшова Вера Петровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кругляшова Вера Петровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Невьянск[d], Свердловск өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 26 октябрь 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Рәсәй
Һөнәр төрө филолог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө фольклористика[d] һәм филология
Эш урыны А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d] (1977)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Медаль имени Н. К. Чупина В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Кругляшова Вера Петровна (24 август 1923, Невьянск, Свердловск өлкәһе — 26 октябрь 2001, Екатеринбург) — совет һәм рәсәй фольклорсыһы, филолог, филология фәндәре докторы (1977), профессор (1978)[1].

Вера Петровна Кругляшова 1923 йылдың 24 авгусында Невьянск ҡалаһында тыуған.

Мәктәпте отличие менән тамамлағандан һуң, Урал университетының яңы асылған филология факультетына имтиханһыҙ уҡырға инә.

1945 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң, университетта төрлө вазифаларҙа эшләй. Ул рус әҙәбиәте кафедраһында ассистент була. Шул уҡ ваҡытта рус фольклоры кабинетын етәкләй.

Шул ваҡытта ул М. Г. Китайник етәкселегендә ялан фольклористикаһы менән шөғөлләнә башлай, һуңынан уның аспиранткаһы булып китә.

1975 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Тау заводтары Уралы һәм Пугачёв ихтилалы тарихи риүәйәттәре һәм йырҙары» («Исторические предания и песни на горнозаводском Урале и Пугачёвском восстании») кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1963-1967 йылдарҙа декан була.

1975 йылда фольклор һәм боронғо әҙәбиәт кафедраһын ойоштора. 1977 йылда Докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылға тиклем ул кафедра етәксеһе вазифаһын биләй.

1981 йылда СССР Фәндәр Академияһының Рус теле һәм әҙәбиәте бүлеге ҡарамағындағы фольклор буйынса ғилми совет ағзаһы була. Урал яҙыусылары музейының Ғилми советы, Урал университетында филология фәндәре буйынса докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса совет составында була.

Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт идаралығы ҡарамағындағы Фольклор буйынса өлкә ведомство-ара советы рәйесе була. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Өлкә фольклор йорто концепцияһының авторы була.

19581991 йылдарҙа Урал университетының фольклор экспедицияһы етәксеһе булараҡ, хеҙмәттәштәре менән Уралдың бөтә райондарында тиерлек була.

Д. Н. Мамин-Сибиряктың тыуған ерендә — Свердловск өлкәһендәге Висим ҡасабаһында стационар тикшереүҙәр менән етәкселек итә. «Д. Н. Мамин-Сибиряктың тыуған яғында фольклор» тигән китабы шул тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булып донъя күрә.

Уның етәкселегендә биш филология фәндәре кандидаты диссертация яҡлай.

2001 йылдың 26 октябрендә Екатеринбургта Кругляшова Вера Петровна ҡаты сирҙән вафат була[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кругляшованың бөтә фәнни эшмәкәрлеге Урал тематикаһы, атап әйткәндә, Уралдың рус ауыҙ-тел ижадын йыйыу һәм өйрәнеү менән бәйле була. Әкиәт булмаған проза менән шөғөлләнеүсе тәүге фольклорсыларҙың береһе була.

Һәм Урал тау сәнәғәте райондарының әкиәт булмаған халыҡ прозаһына, ялан фольклористикаһы проблемаларына арналған. Риүәйәттәрҙең сюжетикаһын, жанрҙар үҙенсәлеген, морфологияһын, төрлө функцияларын һәм циклдарын, фабулаттарын өйрәнә. Ул етәкселек иткән байтаҡ ғилми эштәр фольклор нерратологияһы проблемаларына арнала.

1949 йылда Вера Петрованың ялан яҙмалары «Урал фольклоры» («Уральский фольклор») йыйынтығына инә.

Һуңынан, 1961 йылда, «Чусыу йылғаһы риүәйәттәре» («Предания реки Чусовой») йыйынтығы нәшер ителгән.

50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

1974 йылда «Урал тау сәнәғәте фольклорының әкиәт булмаған проза жанрҙары» («Жанры несказочной прозы уральского горнозаводского фольклора») китабында легенда һәм риүәйәттәрҙең, шул иҫәптән Салауат Юлаев тураһындағыларының, жанр үҙенсәлеге ҡарала.

В. П. Кругляшова, баш мөхәррир һәм мәҡәләләр авторы булараҡ, «Урал фольклоры» («Уральский фольклор») фәнни мәҡәләләр йыйынтығы баҫмаһын 10 сығарылышта баҫтыра.

1981 йылдан алып Вера Петровна Кругляшова СССР Фәндәр Академияһы эргәһендәге Фольклор буйынса совет ағзаһы.

Урал университетында эшселәр фольклоры буйынса бөтә Союз конференцияһын ойоштора, һәм өсәүһендә, «Урал төбәгендә фольклор йылы йомғаҡтары» («Итоги фольклорного года в Уральском регионе») тип аталған туғыҙ конференцияла ҡатнаша[3][4].

  • Предания реки Чусовой. Свердловск, 1961;
  • Фольклор на родине Д. Н. Мамина-Сибиряка. Свердловск, 1967;
  • Жанры несказочной прозы горнозаводского фольклора Урала. Свердловск, 1974;
  • Предания и легенды Урала. Свердловск, 1991[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Н. К. Чупин исемендәге миҙ — Уралды өйрәнеү эшендәге хеҙмәттәре өсөн (1982)
  • В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы фиҙәҡәр хеҙмәт өсөн (1970)
  • РСФСР Юғары уҡыу йорттары министрлығының Почёт грамоталары[6]

Блажес В. В., Якунцева Т. Н. Памяти профессора В. П. Кругляшовой // Изв. Урал. гос. ун-та. 2002. № 24. С. 292.

  1. КРУГЛЯШОВА Вера Петровна
  2. Кругляшова Вера Петровна
  3. КРУГЛЯШОВА Вера Петровна
  4. Кругляшова Вера Петровна
  5. Кругляшова Вера Петровна
  6. Кругляшова Вера Петровна