Крылова Зоя Петровна
Крылова Зоя Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 6 апрель 1944 |
Тыуған урыны | Ивантеевка[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 8 июнь 2017 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Крылова Зоя Петровна (6 апрель 1944 йыл — 8 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй журналисы, йәмәғәт эшмәкәре, «Работница» журналының баш мөхәррире (1983—2008), СССР халыҡ депутаты (1989—1991), КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы (1990—1991).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Крылова Зоя Петровна 1944 йылдың 6 апрелендә тыуа. Ҡыҙ фамилияһы Васильцова. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын (1966) һәм КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһы аспирантураһын (1983) тамамлай. Философия фәндәре кандидаты (1985, диссертацияһының темаһы: «Фәлсәфәүи һәм социаль-педагогик проблема булараҡ ижтимағи тәрбиә».
1962—1966 йылдарҙа — «Московский комсомолец» гәзитенең хәбәрсеһе, әҙәби хеҙмәткәре.
1966—1981 йылдарҙа — әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөдире, бүлек буйынса мөхәррир, «Комсомольская правда» гәзитенең редколлегия ағзаһы, «Зоянан һорағыҙ» рубрикаһын алып бара.
1983—2008 йылдарҙа — «Работница» журналының баш мөхәррире.
Совет ҡатын-ҡыҙҙары комитеты берләштергән ҡатын-ҡыҙы советтарынан СССР халыҡ депутаты (1989—1991), КПСС Үҙәк комитеты ағзаһы (1990—1991). 2017 йылдың 8 июнендә онкологик ауырыуҙан (күкрәк яман шеше) вафат була. Мәскәү өлкәһендә Богородское зыяратында ерләнгән[1].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше — Крылов Сергей Анатольевич (4 июнь, 1941 йыл), физика-математика фәндәре кандидаты, йырҙар авторы һәм башҡарыусы.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтар дуҫлығы ордены, миҙалдар, Журналистар союзы премиялары менән бүләкләнә.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мудрые заповеди народной педагогики : заметки журналиста». Васильцова з. п. — 2-е изд., — М.: Педагогика, 1988. — С. 159
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фото http://www.ural.kp.ru/daily/26690.7/3713458/
- Журналист, Выпуски 7-12. 1983
- https://www.kp.ru/daily/26690.7/3713458/
- http://womenmuseum.ru/encyclopedia/zoya-petrovna-krylova 2019 йыл 17 сентябрь архивланған.