Кубдари

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кубдари
Рәсем
Ил  Грузия
 Кубдари Викимилектә
Кубдари бәлеше

Кубдари (груз. კუბდარი) — Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кубдари грузин ҡамыр ашы, Сванетия төбәгендә бешерелә торған итле күмәс [1].

Бындай күмәс әсе ҡамырҙан йәймәгә эслек һалып бешерелә. Эслеккә тапалған йәки ит турағыстан үткәрелгән кәзә ,һарыҡ йәки сусҡа ите алына. Иткә башлы һуған, һарымһаҡ, аш тоҙо ҡушыла һәм тәмләткестәр: кориандр, зира, уцхо-сунели өҫтәлә. Сванетияла ысын кубдариға гицрули [2] - урындағы еҫе укроп орлоғона һәм зираға оҡшаған еҫле тәмләткес ҡушылырға тейеш тип һанайҙар.

2015 йылдың 20 мартында Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]